Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә робот косметические изменения
20 юл:
Мысыр телендә фирғәүендең тулы исеме ошолай тип яҙыла:
<hiero>G39-N5</hiero><hiero><-i-mn:,:n-W9*t:F4-,:t-A51-></hiero> <hiero>M23-L2</hiero><hiero><-ra-mAat-kA-></hiero>
Уҡыуы: '''Maatkare Khnumt-Amun Hatšepsut'''<br />
Мәғәнәһе:
: '''Maatkare''' – [[Ра]] [[Ка]]-ға хаҡлыҡ (''maat'') бирелә
: '''Khnumt-Amun''' - Амонға оҡшаған, Амон тарафынан яратҡан
: '''Hatšepsut''' – донъяның иң матур ҡатын-ҡыҙ
== Тәхеткә ултырыуы ==
[[Рәсем: Sphinx of Hatshepsut.jpg|thumb|left|200px|Хатшепсуттың сфинксы]]
 
42 юл:
Тәхеткә ултырғандан һуң, Хатшепсут фирғәүендәргә тәғәйенләнгән баш кейеме — [[хат]], баш кейемендә [[Түбәнге Мысыр]]ҙы ҡурсалаусы алиһә [[Уаджит]] символы — [[урей]], яһалма һаҡал һәм ирҙәр кейемендә һүрәтләнә башлай. Тәүге һәйкәлдәре һәм рәсемдәрендә ул ир кейемендәге ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, һуңғы һәйкәлдәрҙә иһә ул тулыһынса ир һымаҡ кәүҙәләнә башлай.
 
== Төп эшмәкәрлеге ==
Хатшепсут хаким иткән осорҙа Мысыр иҡтисади йәһәттән үҫешә, Икенсе үҙгәреш дәүерендә Мысырҙы [[гискостар]] баҫып алғандан һуң өҙөлгән сауҙа бәйләнештәре тергеҙелә.
 
50 юл:
Хатшепсуттың хакимлығы осоронда, белгестәр иҫәпләүенсә, Мысырҙың сит илдәр менән мөнәсәбәте сағыштырмаса тыныс була. Шулай ҙа, яңы тикшеренеүҙәр буйынса, ул тәхеттә ултырған ваҡытта үткән [[Нубия]]ға хәрби походтың икеһенең береһен үҙе етәкләй, шулай уҡ [[Синай ярымутрауы]]н, [[Финикия]] ярҙарын, [[көньяҡ]] [[Сүриә]]не һәм [[Фәләстан]]ды үҙ хакимлығы аҫтында тота. Был ваҡытта Тутмос III-нөң Мысыр ғәскәре башында тороуы билдәле.
 
=== Төҙөлөш эштәре ===
Хатшепсут Боронғо Мысыр фирғәүендәре араһында төҙөлөш эштәрен иң әүҙем алып барыусыларҙың береһе була, [[Үрге Мысыр|Үрге]] һәм [[Түбәнге Мысыр]]ҙа ул йөҙләгән төҙөлөш башлай. Төҙөлөш эштәрен [[Инени]]—Хатшепсуттың атаһы Тутмос I, ире Тутмос II хакимлығы ваҡытында уҡ фирғәүен һарайында хеҙмәт итеүсе бөйөк архитектор — һәм [[Сенмут]] алып бара.
 
101 юл:
Һарайҙың стеналарында — Хатшепсуттың хакимлығы ваҡытындағы төрлө ваҡиғаларҙы бәйән итеүсе рәсемдәр. Беренсе терраса стеналарында Карнак һарайына ҡуйылған обелисктарҙы [[Үрге Мысыр]]ҙан килтереү һүрәтләнгән. Икенсе терраса стеналары Хатшепсуттың илаһи тыумышы тураһында легенданы, — Мысыр аллаһы Амон әсәһе Яхмес янында фирғәүен Тутмос I -ҡа әйләнеп пәйҙа булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ икенсе терраса стеналары Хатшепсут тәхеттә ултырыуының туғыҙынсы йылында ойоштолған Пунт еренә экспедиция тарихын һөйләй. Бында Пунттың хозур тәбиғәте, урмандары, Пунттың батшаһы һәм батшабикәһе, уларҙың Мысыр фирғәүененә ҡиммәтле бүләктәр биреүе төшөрөлгән. Һарайҙың иң өҫкө террасаһы Мысыр аллаларына бағышланған. Уртала һарайҙың иң изге урыны — Амон ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.
 
== Үлеме, ерләү һәм мумиялау ==
[[Рәсем: SFEC-P-HATSEPSHUT04.JPG |thumb|right|200px|Хатшепсуттың [[Дейр әл-Бахри]]лағы һәйкәле]]
Хатшепсут тәхеттә ултырыуының егерме икенсе йылында үлеп китә. Уның үлеме тураһында төрлө фараздар йәшәп килә, әммә египтология өлкәһендәге иң һуңғы асыштар был фараздарҙы кире ҡаға. [[2007]] йылда Хатшепсуттыҡы тип билдәләнгән мумияны тикшереү һығымталары уйынса, ул илле йәштәр тирәһендә [[ҡан инфекцияһы]] арҡаһында үлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ул [[артрит]], теш ауырыуы һәм бәлки [[диабет]] менән ауырыған, тип раҫлай белгестәр.
111 юл:
ДНК тикшереүҙәре һөҙөмтәһен тағы бер факт дәлилләй — Сатра саркофагындағы мумияның бер теше етмәй. Нәҡ ошо теш, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, Дейр әл-Бахри ҡаяһы тарлауығында йәшерелгән ҡумтала табыла. Был ҡумтала Хатшепсуттың исеме менән картуш төшөрөлгән була.
 
== Хатшепсуттың үлеменән һуң ==
Тутмос III-нөң хакимлығы аҙағына тарихи яҙмаларҙан Хатшепсут исемен юҡ итеү башлана. Уның картуштары һәм рәсемдәре стеналарҙан юйыла. Дейр әл-Бахри һарайында Хатшепсуттың күп һәйкәлдәре ҡолатыла, ватылып, яҡында күмелә. Карнакта хатта уның обелисктары стена менән ҡаплана.
 
122 юл:
Хатшепсуттың исеме оҙаҡ ваҡыт фәнни донъяла билдәле булмай. Тик 19-сы быуатта Дейр әл-Бахри һарайында башланған археологик тикшеренеүҙәр генә Хатшепсут шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Француз ғалимы [[Жан Франсуа Шампольон]] Боронғо Мысыр телен асҡандан һуң, Дейр әл-Бахри һәм Карнак һарайҙары яҙыуҙары аша бөйөк ҡатын тормошондағы ваҡиғалар тергеҙелә.
 
[[Категория:Мысыр]]
[[Категория:Боронғо Мысыр]]
[[Категория:Шәхестәр]]
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған