Карнак: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
Ун туғыҙынсы династия дәүерендә Карнактың иң данлыҡлы өлөшө — ''Бөйөк Гипостиль залы'' төҙөлә. Төп төҙөлөш эштәре [[Сети I]] һәм [[Рамзес II]] хакимлығы осоронда башҡарылған булһа ла, шулай уҡ Ун һигеҙенсе династия дәүерендә башланған булыуы мөмкин. Залды колонналар урманы тип атау ғына аҙ — яҡынса 5000 км <sup>2</sup> тәшкил иткән майҙанда 16 рәт буйлап 134 мөһабәт колонна теҙелгән. Уларҙың 122-һенең бейеклеге — 10 метр, урта рәттәрҙәге 12-һенеке — 21 метр, диаметрҙары өс метрҙан ҙурыраҡ.
 
Залдың диуарҙарына һәм колонналарға төрлө яҙмалар, рәсемдәр уйылған. Төньяҡ диуарҙарын Сети I үҙенең яҙмалары менән биҙәгән, көньяҡ диуарҙарына иһә Рамзес II үҙенең яҙмаларын ҡалдырған. Уларҙан һуңғы фирғәүендәр, шул иҫәптән [[Рамзес III]], [[Рамзес IV]] һәм [[Рамзес VI]] диуарҙарҙа һәм колонналарҙа буш ҡалған урындарға яҙмалар өҫтәгәндәр. Тышҡы яҡтан диуарҙарға төрлө яу күренештәре уйылған — төньяҡ диуарҙарҙа Сети I-нең [[СирияСүриә]], [[Палестина]] һәм [[Ливия]]лағы яу батырлыҡтары һүрәтләнгән, көньяҡ диуарҙарҙа иһә — Рамзес II-нең Палестиналағы яуҙары төшөрөлгән.
 
Рамзес II-нең вариҫы [[Мернептах]] Луксор һарайына табан илткән тантаналы юлдағы беренсе залдың көнсығыш диуарҙарына [[ливийлылар]] һәм [[диңгеҙ халҡы]] менән алып барылған еңеүле яуҙары тарихын мәңгеләштерә, был яҙмалар хәҙер ''Бөйөк тантаналы яҙма'' исеме аҫтында билдәле. Мернептахтың улы [[Сети II]] тәүге залда, икенсе пилон алдында Фиваның өс төп аллаһы Амон, Мут һәм Хонсуға бағышланған ғибәҙәтхана төҙөтә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Карнак» битенән алынған