Юрматы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография, стилде төҙәтеү
102RB (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
'''Юрматы''' — иң эре һәм иң боронғо боронғо [[башҡорт]] ҡәбиләһе. Уның вариҫтары Башҡортостандың хәҙерге [[Мәләүез районы|Мәләүез]], [[Федоровка районы|Федоровка]], [[Стәрлебаш районы|Стәрлебаш]], [[Стәрлетамаҡ районы|Стәрлетамаҡ]], [[Ишембай районы|Ишембай]], [[Ҡырмыҫҡалы районы|Ҡырмыҫҡалы]], [[Ауырғазы районы|Ауырғазы]], һәм [[Ғафури районы|Ғафури]] райондарында, шулай уҡ [[Ырымбур өлкәһе]]ндәге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында ла бар.
 
[[File:Юрматы (тамга).JPG|thumb|Тамға Юрматы]]
Юрматы ҡәбиләһенә Тәлтим, Тәтәгәс, Ҡармыш, Юрматы, Нуғай-юрматы йәки Арлар һәм Мишәр-юрматы ырыуҙары ҡараған. Һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы булған. Мәҫәлән, тәлтимдәрҙең – һәнәк, тәтәгәстәрҙең – тараҡ, ҡармыштарҙың – ҡаҙ тәпәйе, ә мишәр-юрматыларҙың сыбыҡ кеүек. Был ҡәбилә башҡорттарының ҡошо – торна. Әйткәндәй, бөгөнгө венгр­ҙарҙың ҡошо ла – торна. Ҡәбиләнең ағасы – миләш. Үкенескә күрә, тарихи документтарҙа ҡәбиләнең ораны осрағаны юҡ, әммә халыҡ хәтерендә ҡалғаны – «Айтайлаҡ».
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Юрматы» битенән алынған