Мамыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Һылтанмалар: clean up, removed: {{| (2) using AWB
ә ҡалып
1 юл:
'''Мамыҡ'''  — Gossypium ырыулы мамыҡ үҫемлегенән алынған сүс .
[[Рәсем:CottonPlant.JPG|thumb|Мамыҡ үҫемлеге]]
[[Рәсем:Recycling-Code-60.svg|thumb|140px|Мамыҡ ҡабаттан эшкәртелә торған сеймал икәнен күрһәткән символ]]
Үҫемлектең өлгөргән орлоғо асыла, шул ваҡытта уны йыялар. Орлоҡтарынан сүсен айырыр өсөн уны башта бер урынға туплайҙар ҙа махсус заводтарға ебәрәләр. Шунан епсәләрҙең оҙонлоғона ҡарап айырыу башлана. 20—25  мм оҙонлоғондағыһы иләргә оҙатыла, ә ҡыҫҡараҡтары -  — линт - — медицина мамығы һәм шартлатҡыс матдәләр сығарыу өсөн файҙаланыла.
 
== Үҙенсәлектәре ==
Мамыҡ нәҙек кенә, ҡыҫҡа, йомшаҡ епсәләрҙән ғибәрәт. Был епсәләр үҙәгенә ҡарата бер аҙ сиратылып урынлашҡан. Ярайһы ныҡ, химик йәһәттән тотороҡло (һыу, яҡтылыҡ йоғонтоһона бирешеп бармай, тиҙ серемәй, тарҡалмай). 130—140  °C эҫелеккә тиклем янмай, гигроскопик (һыу һеңдереүсәнлеге) сифаты 18-20  %, бөгөлөүсән. Шуның өсөн мамыҡ туҡыма таушалып бара. Ышҡылыу арҡаһында ярайһы тиҙ туҙа.
'''Өҫтөнлөктәре''':
17 юл:
* Ултыра
* Ҡояштан һарғая
* Оҙаҡ кибә
 
== Тарихы ==
Еңел һәм ярайһы ныҡ был туҡыма бер нисә мең йылдар элек үк етештерелә башлаған. Мексикалағы мәмерйәләрҙә табылған мамыҡ туҡыма киҫәктәренең 7000 йылдарҙан да әүәл һуғылғанлығы асыҡланған. Б.э. тиклем 3000 йыл элек үк Пакстан ерҙәрендә кизе-мамыҡ туҡыма етештергәндәр. Европаға мамыҡты ғәрәп сауҙагәрҙәре килтергән. Шунан бирле йөн һәм етен урынына күберәк кизе-мамыҡ ҡуллана башлағандар. 1492 йылда Баһама (Багама) утрауҙарында Христофор Колумба та мамыҡ туҡыма күрә. 1500 йылға инде туҡыма бар донъяла таныла.
 
Мамыҡты башта [[Һиндостан]]да эшкәртә башлағандар һәм бының өсөн "«талҡығыс" » — аҫлы-өҫлө урынлаштырылған ябай ғына ике йомро киҫкә ҡулланылған. Уның өҫкөһө ҡуҙғалмаған, ә аҫҡыһын тотҡа менән әйләндергәндәр. Епсәләр киҫкә араһынан тартылып икенсе яҡҡа йыйылған, ә орлоҡтар үтмәй ал яҡта ятып ҡалған. Әлбиттә, был тиклем ябай ҡулайлама менән ике-өс кеше көнөнә 6-8 кг-дан да артыҡ мамыҡ ала алмаған. Туҡыма бик ҡыйбатҡа төшкән.
 
[[1792 йылдайыл]]да махсус бысҡы уйлап сығарылған ([[коттон-джин]], [[Уитни, Эли|Эли Уитни]]), мамыҡты етештереү тиҙләшкән дә, арзанайған да. Шул тиклем үк эшсе көс менән башта йөҙҙәрсә, һуңғараҡ меңәдәрсә кг. сеймал етештерелә башлаған. Бысҡылар һаны артҡан, ә уларҙың дәүмәле, машиналар сифаты үҙгәргән. Механизм двигателдәрен эшләтеүгә кеше, эре мал көсө лә, [[һыу]] ҙа һ.б. файҙаланылған. Шунан бирле мамыҡ етештереү донъялағы сәнәғәттең барса тармаҡтарын уҙып үҫешә башлаған.
 
[[Рәсем:Gorskii 04431u.jpg|thumb|Мамыҡ үҫтерелгән баҫыу. Ботаника баҡсаһы [[Сухуми]], 1912 год.]]
32 юл:
|
{| class='standard'
|+ Йылдар буйынса мамыҡ үҫтереү майҙандары <sup>[http://faostat.fao.org (FAOSTAT)]</sup><br />[[га]].
|-
! Ил|| [[1985]] || [[1995]] || [[2005]]
42 юл:
| [[Ҡытай]] || 5 140 || 5 422 || 5 060
|-
| [[ПакстанПакистан]] || 2 364 || 2 997 || 3 096
|-
| [[Үзбәкстан]] || || 1 493 || 1 390
68 юл:
| [[Һиндостан]] || 1 484 || 2 186 || 2 475
|-
| [[ПакстанПакистан]] || 1 217 || 1 802 || 2 122
|-
| [[Үзбәкстан]] || || 1 265 || 1 250
85 юл:
<br clear=all />
 
Күҙәтеүҙәр буйынса, мамыҡ баҫыуҙарында йыл һайын [[пестициды|пестицидтар]] менән 300—500 мең кеше ағыулана, 20 меңе һәләк була<ref>[[Наука и жизнь]].  — 2011.  — №  3.  — С. 76.</ref>.
 
== Ҡулланыу ==
'''Мамыҡ туҡыма''' алыу өсөн мамыҡ текстиль эшкәртеү үтә, мамыҡ сүсте медицинала, көнкүрештә файҙаланалар һәм шартлатҡыс матдәләр әҙерләгәндә ҡулланалар. Кизе-мамыҡ туҡыма сифатына ҡарап төрлөсә атала: ситса, бәз, сатин, поплин, тафта, ҡалын байка, йоҡа ғына батист һәм шифон, вельвет джинса туҡыма. Мысыр мамығы иң оҙон епсәле, шуға күрә унан етештерелгән әйберҙәр ҙур ихтыяж менән файҙалана, модалы брендтарҙа ҡулланыла. Шулай уҡ мамыҡтан туҡылған марля ла бик юғары баһалана.
 
== Иҡтисад ==
121 юл:
|}
<!--|}-->
1998—1999 йылдарҙан [[Ҡытай]]ҙың [[текстиль сәнәғәте]] мамыҡты төп ҡуллыныусы булып тора (донъяла ҡулланылғандың 35 % ). Ҡытайҙың үҙендә етештерелгән мамыҡ ихтыяжын ҡаплай алмай, шуға улар башҡа илдәрҙән һатып алырға мәжбүр.
 
2001—2005 йылдарҙа мамыҡты ситтән иң күп һатып алыусы [[АҠШ]] (бар экспорттың 40 % ), икенсе урында "«франк зонаһына"» ингән африка илдәре(9—13 %).
 
== Уңдырышлылығы ==
133 юл:
Үзбәкстан һәм Төркмәнстан гербында мамыҡ төшөрөлгән.
 
== Башҡортостанда кизе-мамыҡ тауарҙар етештереү ==
Сәләмәтлеген һаҡлаған кеше экологик яҡтан таҙа кейем дә кейергә тырыша, һәм был йәһәттән Башҡортостандың Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы етештергән тауарҙар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Фабрика йылына 300 төрлө модель менән миллиондарса дана саф мамыҡ ептән, шулай уҡ уға синететик ептәр ҡушып бәйләнгән эске кейемдәр, ойоҡбаштар, өҫ кейемдәре сығара. Фабрика сығарылған продукция күләме буйынса Рәсәйҙәге шундай 123 предприятие араһында 6-сы урынды биләй. Ул "«Почет билдәһе"» ордены менән бүләкләнгән. Илебеҙҙең 50 төбәгендә һатып алалар бында етештерелгән кейем-һалымды.
Республикабыҙ ҡалаларының тегеү фабрикаларында ла кизе-мамыҡ тауарҙар етештерелә.
 
== Башҡорт әҙәбиәтенән һәм фольклорынан өлгөләр ==
''Башҡорт әҙәбиәтендә теге йәки был нәмәне мамыҡ менән сағыштырыу ярайһы йыш ҡулланыла. Аҡ йәки йомшаҡ мәғәнәһен көсәйтеү өсөн ҡулланыла был метафоралар.''
 
148 юл:
Ҡупшы шәлен һалған саған ҡыҙы
 
Ап-аҡ күлдәк кейеп һөйөндө...һөйөндө…
 
ӘНИСӘ ТАҺИРОВА
170 юл:
Ҡыҙ биргән ергә мамыҡтан да йомшаҡ бул, килен алған ергә тегәнәктән дә ҡаты бул.
 
== Башҡорт телендә "«мамыҡ"» һүҙенең ҡулланылышы ==
 
Башҡорт телендә "«мамыҡ"» һүҙе күп төрлө органик епсәләргә (сүстәргә) ҡарата ла ҡулланыла. Кәзә, дөйә, ҡаҙ мамығы - — хайуандар биргән органик епсәләр (мамыҡ шәл). Кәзә мамығын дебет тип тә атайҙар. Төрлө үҫемлектәр орлоғонда барлыҡҡа килгән йомшаҡ епсәләр ҙә мамыҡ тип атала. Мәҫәлән, бәпембә, тирәк, шайтан таяғы, тал көсөгө мамығы.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
184 юл:
== Һылтанмалар ==
{{commons|Cotton}}
* [http://www.sifat.uz Үзбәкстан мамыҡ сүсен сертификациялау үҙәге«"SIFAT»"]
* [http://www.pxc.ru Рәсәй Мамыҡ Ширҡәте]
* [http://hlopok.100factov.ru/tipes-hlopok.html Мамыҡ төрҙәре һәм унан алынған материалдар]
* [http://geo.1september.ru/article.php?ID=199902503 Мамыҡ одиссеяһы] — «Первое сентября» Нәшриәт йортоноң «География» газетаһы, № 25/1999 .
* [http://www.teksika.com/site/page7922-ns0.html ] — Донъя мамыҡ баҙары торошона һәм киләсәгенә күҙәтеү.
* [http://www.cervantesvirtual.com/servlet/SirveObras/patr/17697514311242344016413/ima0055.htm Manuscritos de América en las Colecciones Reales]
195 юл:
* [http://wikisource.org/wiki/Таш._Гүзәл_Ситдиҡова]
 
{{Викилаштырырға}}
{{Масличные культуры}}
 
 
[[Категория:Тәбиғи сүстәр]]
[[Категория:Мамыҡ]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мамыҡ» битенән алынған