Исмәғил Ғаспыралы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: ru:Гаспринский, Исмаил
ә робот косметические изменения
15 юл:
1883 йылдың апреленән башлап, Исмәғил Ғаспыралы ''"Переводчик-Терджиман"'' тип аталған гәзит баҫтырырға рөхсәт ала – был гәзит ҡырымтатар һәм урыҫ телендә сыға. Оҙаҡ йылдар буйы был гәзит Рәсәйҙең берҙән-бер төрки телле баҫмаһы булып килә; [[XX]] быуат башында донъяның иң оло мосолман баҫмаһына әүерелә. 35 йыл самаһы сығып килгәс, 1918 йылда гәзит ябыла.
 
«Терджиман» гәзите аша Исмәғил Ғаспыралы тәғлимәте Рәсәйҙең бар мосолман төбәктәре буйлап ([[Башҡортостан]]да, [[Татарстан]]да, [[Ҡаҙағстан]]да, [[Ҡырғыҙстан]]да, [[Хива ханлығы|Хива]] һәм [[Бохара ханлығы|Бохара]] ханлығында, [[Төрөкмәнстан]]да, [[Тажикстан]]да, [[Әзербайжан]]да) таралып килә.
Шулай уҡ, гәзит сит илдәрҙә лә – [[Иран]]да, [[Ҡытай]]ҙа, [[Төркиә]]лә, [[Мысыр]]ҙа, [[Болгария]]ла, [[Франция]]ла, [[Швейцария]]ла, [[АҠШ]]-ла тарала. Ғаспыралының үҙ фекеренсә, уның гәзите Рәсәйгә ҡарағанда сит ил мосолмандары араһында киңерәк билдәлелек ала. Уның гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе башҡа илдәрҙең күп баҫмалары күсереп баҫтырып тора.
 
[[1886]] йылдан ''"Терджиман"'' гәзитенә "Иғландар бите" исемле ҡушымта сыға башлай. [[1905]] йылда Ғаспыралы ''"Алеми Нисван"'' («Ҡатын-ҡыҙ донъяһы») тип аталған ҡырымтатар ҡатын-ҡыҙҙары өсөн тәүге журнал баҫтыра башлай; был журналды уның ҡыҙы Шефика мөхәррирләй.
22 юл:
Һуңыраҡ ул тағы бер аҙналыҡ баҫма – Рәсәйҙең Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһының ''"Миллет"'' исемле гәзитен сығара башлай.
 
[[Йәдитселек]] – мосолман халыҡтары араһында белем биреүҙе яңыртыу һәм донъяуи яйға күсеү йүнәлеше – шулай уҡ Исмәғил Ғаспыралы исеме менән бәйле. Ғаспыралы халыҡ мәғарифын үҙгәртеп төҙөү нигеҙҙәрен әҙерләй; уның яңы белем биреү методтары Ҡырымдан тыш башҡа күп мосолман төбәктәрҙә – Башҡортостанда, Татарстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Төрөкмәнстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда, Төньяҡ Иранда һәм Көнсығыш Ҡытайҙа ғәмәлгә киң индерелә башлай.
Хәҙерге Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә яңы уҡытыу тәрибе күпселек мәҙрәсәләрҙә (миҫал өсөн, ''Рәсүлиә, Ғосманиә, Хөсәиниә'' мәҙрәсәлерәндә) индерелә.
Ғаспыралы тарафынан яҙылған яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яңы методлы милли мәҙрәсәләрҙә киң ҡулланыла. Уларҙың араһынан ''"Ходжа и субъян"'' («Балаларҙың уҡытыусыһы») дәреслеге киң билдәлек яулай.