Ғәрәбстан диңгеҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Море |Название = Ғәрәбстан диңгеҙе |Изображение = India Landscape.jpg |…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

07:20, 25 ғинуар 2016 өлгөһө

Ғәрәбстан диңгеҙе (ғәр. بحر العرب‎, фарс. دریای عرب, урду بحیرہ عرب, һинд अरब सागर, сомал. Bada Carbeed, ингл. Arabian Sea) — Һинд океанының төньяҡ өлөшөндәге диңгеҙ. Көнбайышта Ғәрәбстан һәм көнсығышта Һиндостан ярымутрауҙары менән сикләнгән.

Ғәрәбстан диңгеҙе
УрынлашыуыҺинд океаны 
Майҙаны3 862 000[1] км²
Иң ҙур тәрәнлек5803[2] м
Яҡын һәм Урта Көнсығыш
Точка
Ғәрәбстан диңгеҙе
Гоа буйындағы пляж
Гоа буйындағы пляж
 Ғәрәбстан диңгеҙе Викимилектә

Атамаһы

Диңгеҙ европа һәм ғәрәп диңгеҙселәренә төрлө атамалар менән билдәле булған: Эритрея диңгеҙе[3], Синдху диңгеҙе (Синдху Сагар)[4], Йәшел диңгеҙ, Оман диңгеҙе, Фарсы диңгеҙе һәм Һинд-Ғәрәп диңгеҙе[5].

География

Диңгеҙҙең дөйөм майҙаны — 3 862 000 км²[1]. Максималь киңлеге — 2400 км. Максималь тәрәелеге — 5803 м.[2] Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға — Һинд.

Иң ҙур ҡултыҡтары: көнбайышта Ҡыҙыл диңгеҙ менән Баб-әл-Мәндәб боғаҙы аша тоташтырыусы Аден ҡултығы, һәм төньяҡ көнбайышта Фарсы ҡултығы менән тоташыусы Оман ҡултығы.

 
Йыһандан диңгеҙгә күренеш

Диңгеҙ буйында Сомали, Джибути, Йәмән, Оман, Иран, Пакистан, Һиндостан һәм Мальдив утрауҙары илдәре урынлашҡан.

Эре ҡалалары — Карачи, Аден, Маскат, Мумбаи, Коччи һ.б.

Иң ҙур утрауҙары: Сокотра (Йәмән), Масира (Оман), Астола (Пакистан).

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Arabian Sea, Encyclopædia Britannica
  2. 2,0 2,1 Географический атлас. — М.: ГУГК, 1982. — С. 206. — 238 с. — 227 000 экз.
  3. The Periplus of the Erythraean Sea:Travel and Trade in the Indian Ocean by a Merchant of the First Century
  4. Geographica Indica — The Arabian Sea
  5. Аравийское море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)