Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
22 юл:
| Имзаһы=
}}
[[Рәсем:Zajnab1.jpg |thumb|right|Зәйнәб Биишева беренсе Президент [[Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы| Мортаза Рәхимов]] менән]]
 
'''Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева''' ([[2 ғинуар]] [[1908]] — [[24 август]] [[1996]]) — [[башҡорт]] яҙыусыһы, шағирә, прозаик, драматург һәм тәржемәсе. [[Башҡортостан]]дың халыҡ яҙыусыһы, [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты, өс [[«Почёт Билдәһе» ордены]] кавалеры.
52 юл:
Айһылыуҙы урлап ҡасып киткәс, “... күҙ алдына ваҡыт-ваҡыт Емеш менән Йәнеш тә килеп баҫҡас, “Инде улар нишләрҙәр? Атайым да өйҙә юҡ бит, исмаһам. Ә мин уларҙы үгәй ҡулына ташлап ҡастым. Их, оятһыҙ! Йә, ағай кеше шулай буламы инде?” – тип Иштуған да әсенә.
 
Йәнһеҙ, ҡаты бәғерле үгәй әсә Сәрбиямалдың кәмһетеүҙәренә Йәнеш менән Емеш үҙҙәренсә ҡаршылыша, бер-береһенә таяныс булырға тырыша. Сатлама һыуыҡта һыу ташыған апаһын йәлләп тышҡа бер ҡат күлдәктән, яланаяҡ, яланбаш көйө тышҡа йүгергән “... Емеш хәҙер ул турала түгел, өшөгән апаһына әҙ генә йылынырға мөмкинлек тураһында уйланы”. Ә өйҙә Йәнештең үкһеп илағаны, нимәләрҙеңдер дөбөрҙәп ауғаны ишетелде. “... Күрәһең, Сәрбиямал ишек асырға тырышҡан Йәнеште тибеп осорҙо. Шулай ҙа Йәнеш ишекте килеп асты.” Бер-береһен ҡурсалауҙы инде килен булып төшкән Бибеш менән Емеш миҫалында ла күреп була. “Ул (Бибеш) ... кескәй һеңлеһен ярата ла, йәлләй ҙә ине. Яңғыҙ осратҡан саҡта, берәй йылы һүҙ әйтеп, йыуатып, күңелен күтәрергә тырыша. Үҙҙәренә килеп инһә, уны ашатып, тамағын туйҙырып ебәрергә тырыша. Тик уға быны эшләргә һис тура килмәй. Емеш бының өсөн апаһына һүҙ тейер тип ҡурҡып, бер ҡасан да унан аҙыҡ алып ашамай”. Балаларҙың бер-береһенә булған хәстәрлекле туғанлыҡ мөнәсәбәтенә һоҡланырға ғына ҡала.
 
Туғандарыңды туған итеү ғәҙәтенә бойһоноу башҡорт халҡында көслө булған. “Кәмһетелгәндәр” романында һүрәтләнгән яуыз, ҡоһоҙ Собханғол старшина ла хатта был яҡтан бер ни ҙә ҡыла алмай. Ул Иҙрис ҡарттың берҙән-бер ҡарындашы Алмабикәнең ире. “Бөтә мал-тыуарын, йорт-йыһазын үҙ ҡулына күсереп алһа ла, уны ҡыуып сығара алмай. Кешеләр уның был ҡартты урамға сығарып ырғытыр өсөн үҙенең бөтә этлеген белеп ''торған халыҡтан тартыныуын  яҡшы аңлайҙар”''
118 юл:
{{Башҡортостандың халыҡ сәсәндәре}}
{{Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары}}
 
[[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]
[[Категория:Башҡорт шағирҙары]]