Фридрих Энгельс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ә clean up using AWB
9 юл:
|место рождения = Бармен, [[Пруссия]]
|дата смерти = 5.8.1895
|место смерти = {{МестоСмертиВБУ|Лондон}}, [[Бөйөк Британия]]
|гражданство = {{DEU}}
|подданство =
32 юл:
 
== Биографияһы ==
Фридрих Энгельс 1820 йылдың 28 ноябрендә [[Германия]]ның ''Төньяҡ Рейн-Вестфаль ерҙәрендә'' урынлашҡан ''Бармен'' ҡалаһында (хәҙер Вупперталь ҡалаһының районы) эштәре уң барған туҡыу фабрикаһы хужаһы ғаиләһендә тыуған.
 
Сығышы менән зыялыйҙар мөхитенә ҡараған әсәһе теремек һәм шат күңелле Элизабет Энгельс (ҡыҙ фамилияһы ван Хаар) үҙенең хәстәрле һәм мәрхәмәтле булыуы менән айырылып торған, мәрәкәләгәнде һәм шаяртҡанды аңлай белгән, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте яратҡан. Энгельсҡа шулай уҡ әсәһе яғынан олатаһы, филолог, ваҡытында гимназия ректоры вазифаһында эшләгән Герхард Бернхард ван Хаар ыңғай йоғонто яһаған. Үҙенең һигеҙ ир һәм ҡыҙ туғандары араһынан Фридрих бигерәк тә апаһы Марияны үҙ иткән.
 
=== Йәшлек йылдары ===
43 юл:
 
== Тәүге революцион аҙымдары (1842—1844) ==
1842 йылдың ноябрендә Энгельс юл ыңғайы Кёльн ҡалаһына һуғыла һәм «Рейн гәзите» редакцияһында беренсе тапҡыр Карл Маркс менән осраша. Маркс, үҙенең ҡаршылыҡтары тыуған йәш гегельселәрҙең береһенә һанап, Энгельсты һалҡын ҡабул итә. Сауҙа өлкәһендәге белем алыуын төгәлләү маҡсатында артабан Энгельс [[Манчестер]] ҡалаһына — атаһының бизнес буйынса партнёры Эрмен менән берлектәге [[мамыҡ]] иләү фабрикаһына юллана. [[Англия]]ла ике йылға яҡын була, фабрикала эшләгән [[Ирландия|ирланд]] ҡыҙҙары ''Мэри'' һәм ''Лидия Бёрнс'' менән таныша. Уларға ҡарата шул осорҙа тыуған йылы мөнәсәбәттәрҙе ғүмере буйы һаҡлап ҡала: Мэри уның беренсе, ә Лидия икенсе ҡатыны була. Лидияның үлеменән бер көн алда Энгельс, үҙенең ҡараштарын еңеп, уның менән рәсми никахын теркәй.
 
[[Сәнәғәт]] яғынан һиҙелерлек үҫешкән Англияла эшселәр синыфының тормош-көнкүреше менән яҡындан танышыу Энгельстың артабанғы тормошона ныҡ йоғонто яһай. Уның замандашы, [[Британия|Британ]] [[журналистика|журналисы]], [[тарих]]сы һәм [[философия|философ]] ''Эрнест Белфорт Бакс'' билдәләүенсә, «''үҙенең Манчестерҙа булыуы һөҙөмтәһендә Энгельс йәш сағынан уҡ Англия халҡының көнитмеше, ғөрөф ғәҙәттәре, йолалары һәм донъяға ҡарашы менән ныҡлап таныша''»<ref>[http://www.fekm.ru/book_view.jsp?idn=025849&page=322&format=djvu Жуков Н. Н.. Воспоминания о Марксе и Энгельсе — Фридрих Энгельс и Карл Маркс Собрание сочинений]</ref>. Энгельс тәүге тапҡыр 1843 йылда Лондонда беренсе немец революцион эшселәр ойошмаһы «Ғәҙелдәр берләшмәһе» (урыҫса «Союз справедливых») һәм Лидс ҡалаһындағы [[Англия|инглиз]] чартистары менән бәйләнешкә инә. Уларҙың «The Northern Star» («Северная звезда», «Төньяҡ йондоҙ») гәзитендә Энгельстың «Owenisten» баҫмаһы өсөн яҙған мәҡәләләре донъя күрә. Бер үк ваҡытта ул «Рейн гәзите» редакцияһы менән дә хатлашыуын дауам итә.
58 юл:
 
== Һылтанмалар ==
 
 
 
[[Категория:Алфавит буйынса ғалимдар]]