Амур: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up using AWB
37 юл:
Амур Шилка (эвенк телендә «тар үҙән») менән Аргунь (монгол телендә «киң» — ергунь) йылғалары ҡушылған урындан башланып китә. Оҙонлоғо — 2824 км-ға һуҙыла. Фәнни-популяр матбуғатта Онон йылғаһына килеп ҡушылыусы исемһеҙ шишмәне Амур йылғаһының башы тигән фекерҙәр ҙә осрап ҡуя. Ошо Онон-Шилка-Амур теҙмәһе буйынса ҡараһаң, Амурҙың оҙонлоғо 4279 км булып китә. Ә Хайлар — Аргунь аша Амурҙың тамағына тиклем — 4049 км булһа, Керулен — Аргунь аша Амур тамағына саҡлым оҙонлоғо 5 052 километрға етә.
 
Амурҙың бассейны Көнсығыш Азияның уртаса һыҙатында (киңлегендә)урынлашҡан. Йылғаның бассейны дүрт географик зонаға тура килә: урман (ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар, урта һәм көнъяҡкөньяҡ тайга), урманлы дала, дала һәм ярым сүллек зоналары. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары йылға башының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге бассейнында 250—300 мм тирәһендә тирбәлә. Ә инде [[Сихотэ-Алинь]] һыртының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 750 миллиметрға етә.
 
Рәсәйҙә Амур бассейнының майҙаны (1855 мең км²) буйынса [[Йәнәсәй]], [[Обь]], [[Лена]] йылғаларынан ҡала — дүртенсе, ә донъя кимәлендә унынсы урынды биләй. Йылғаның үҙәне өс өлөшкә бүленә: үрге Амур (Зея йылғаһы ҡушылған ергә тиклем 883 км) — ағым тиҙлеге 5,3 км/сәғ, урта Амур (Зея тамағынан Уссури ҡушылған ургә тиклем 975 км) — ағым тиҙлеге 5,5 км/сәғ һәм түбәнге Амур (Уссури тамағынан Амурҙағы Николаевскка тиклем 966 км) — ағым тиҙлеге 4,2 км/сәғ.
106 юл:
bar:Dec at: 2441 fontsize:S text: 2441 shift:(-10,5)
</timeline>
</center>
</center>
 
Иң мөһим үҙенсәлектәренең береһе, йыл әйләнәһендә Амурҙың һыу кимәле ҡырҡа үҙгәреп тора. Был иң беренсе нәүбәттә йәйге-көҙгө [[муссон]] ямғырҙарына бәйле булып, йыллыҡ ағымдың 75 %-ын тәшкил итә. Һыу кимәлендәге тирбәлештәр үрге һәм урта Амурҙа 10—15м булһа, түбәнге Амурҙа 6—8 м тирәһенә етә. Ҡойма ямғырҙар мәлендә урта һәм түбәнге Амур 10—25 км-ға тиклем йәйелеп, ике айҙан (70 көн тирәһе) ашыу ярҙарына ҡайтмай ятырға мөмкин.
116 юл:
XX быуаттың уртаһынан Амур йылғаһының яңы йырҙаға тәбиғи күсеүе башлана. Ә XXI быуат башынан был күсеш Ҡытай яғының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡырҡа көсәйә. Ғалимдарҙың фекеренсә, йырҙаның үҙгәреүе ҡайһы бер рәсәй ҡасабаларының йыуылыуына, Амур аша һалынған автомобиль һәм тимер юл күперҙәренең емерелеүенә килтерәсәк.
 
Белгестәр ысын мәғәнәһендә гидротехник һуғыш тураһында иҫкәртәләр.Һуңғы 10-15 йыл эсендә Ҡытай яғынан Амур ярҙарын нығытыу бара.Киң ҡолас менән километрҙарға һуҙылған бетон нығытмалар йырҙаны төнъяҡҡараҡтөньяҡҡараҡ, рәсәйҙең уйһыу һәм еңел йыуыла торған һул яҡ ярына «этеп» сығарасаҡ.
Хабаровск эргәһендә Амур ҙур тиҙлектә һайыға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яр яғынан ағып сыҡҡан Бешеная һәм Пензенская тигән һыу юлдары йылдан йыл киңәйә һәм тәрәнәйә бара. Гидрологтарҙың иҫәбе буйынса, уларҙың ағымы йылына 3% артығыраҡҡа арта.2005 йылдың ҡышынан уҡ Пензенская Амурҙың ағымынан 51% үҙенә алып, төп йырҙаға әүерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта Владимировка ҡасабаһы ([[Йәһүд автономиялы өлкәһе]]) янында Пензенская аша һыуҙы кире ауҙарыу өсөн ҙурҙан гидротехник ҡоролма — быуа төҙөлә. Плотина аҫтына 80 мең кубометрҙан ашыу таш һалыу ҡаралған. Был саралар Бешеная һыу юлы ҡулсаһына һыу ағымын көсәйтмәһен өсөн унда ла саралар ҡаралған. Шулай уҡ, проектировщиктар Амурҙағы гидротехник ҡоролмалары йыуылып ҡуймаһын өсөн, уның ҡомлоҡай һул яҡ ярын нығытырға тәҡдим итәләр. 2005 йылдан Амурҙың һайығыуы кәмей төшкән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амур» битенән алынған