Фридрих Энгельс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
45 юл:
1842 йылдың ноябрендә Энгельс юл ыңғайы Кёльн ҡалаһына һуғыла һәм «Рейн гәзите» редакцияһында беренсе тапҡыр Карл Маркс менән осраша. Маркс, үҙенең ҡаршылыҡтары тыуған йәш гегельселәрҙең береһенә һанап, Энгельсты һалҡын ҡабул итә. Сауҙа өлкәһендәге белем алыуын төгәлләү маҡсатында артабан Энгельс [[Манчестер]] ҡалаһына — атаһының бизнес буйынса партнёры Эрмен менән берлектәге [[мамыҡ]] иләү фабрикаһына юллана. [[Англия]]ла ике йылға яҡын була, фабрикала эшләгән [[Ирландия|ирланд]] ҡыҙҙары ''Мэри'' һәм ''Лидия Бёрнс'' менән таныша. Уларға ҡарата шул осорҙа тыуған йылы мөнәсәбәттәрҙе ғүмере буйы һаҡлап ҡала: Мэри уның беренсе, ә Лидия икенсе ҡатыны була. Лидияның үлеменән бер көн алда Энгельс, үҙенең ҡараштарын еңеп, уның менән рәсми никахын теркәй.
 
[[Сәнәғәт]] яғынан һиҙелерлек үҫешкән Англияла эшселәр синыфының тормош-көнкүреше менән яҡындан танышыу Энгельстың артабанғы тормошона ныҡ йоғонто яһай. Уның замандашы, [[Британия|Британ]] [[журналистика|журналисы]], [[тарих]]сы һәм [[философия|философ]] ''Эрнест Белфорт Бакс'' билдәләүенсә, «''үҙенең Манчестерҙа булыуы һөҙөмтәһендә Энгельс йәш сағынан уҡ Англия халҡының көнитмеше, ғөрөф ғәҙәттәре, йолалары һәм донъяға ҡарашы менән ныҡлап таныша''»<ref>[http://www.fekm.ru/book_view.jsp?idn=025849&page=322&format=djvu Жуков Н. Н.. Воспоминания о Марксе и Энгельсе — Фридрих Энгельс и Карл Маркс Собрание сочинений]</ref>. Энгельс тәүге тапҡыр 1843 йылда Лондонда беренсе немец революцион эшселәр ойошмаһы «Ғәҙелдәр берләшмәһе» (урыҫса «Союз справедливых») һәм Лидс ҡалаһындағы [[Англия|инглиз]] чартистары менән бәйләнешкә инә. Уларҙың «The Northern Star» («Северная звезда», «Төньяҡ йондоҙ») гәзитендә Энгельстың «Owenisten» баҫмаһы өсөн яҙған мәҡәләләре донъя күрә. Бер үк ваҡытта ул «Рейн гәзите» редакцияһы менән дә хатлашыуын дауам итә.
 
1843 йылдың ноябрендә Энгельс «The New Moral World» баҫмаһына [[Европа]] континентындағы [[коммунизм]] хаҡында мәҡәләләр яҙа, ә 1844 йылдың февралендә «Немец-француз йыллыҡ баҫмалары»нда («Немецко-французские ежегодники») уның «Англияның хәле» («Положение Англии») һәм «Милли иҡтисадты тәнҡитләүҙең ҡараламаһы» («Наброски к критике национальной экономики») тигән хаттары нәшер ителә.
Англияла Энгельс тағы ла сауҙа менеджеры һәм шағир ''Георг Верт'' менән дә таныша: нәҡ ул артабанғы 1848—1849 революцион йылдарҙа «Яңы Рейн гәзите»нең фельетондар рубрикаһы менән етәкселек итәсәк.
 
=== Карл Маркс менән танышыу һәм уның менән хеҙмәттәшлектең башланыуы (1844—1847 йылдар) ===
[[Файл:Marx&Engels Berlin.jpg|thumb|left|Маркс менән Энгельсҡа Берлиндағы һәйкәл]]
Энгельстың политэкономияны өйрәнеү нәтижәһе — «Милли иҡтисадты тәнҡитләүҙең ҡараламаһы» («Наброски к критике национальной экономики» ([[1844]]). Унда Энгельс [[Капитализм|капиталистик йәмғиәттең]] ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуын күрһәтергә ынтыла һәм буржуаз [[Иҡтисад (фән)|иҡтисад фәнен]] ундағы хәлдәрҙе урынһыҙ маҡтауҙа һәм яҡлауҙа ғәйепләй. Энгельстың мәҡәләһе ниндәйҙер дәрәжәлә Марксты экономика буйынса дәреслектәр уҡырға этәрә.