Роман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Роман''' — [[урта быуаттар]]ҙа роман халыҡтарында телдән һөйләнгән [[хикәйә]] булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн эпик [[әҙәбиәт]]тең иң киң таралған төрөнә әүерелгән һәм күп осраҡта [[проза|прозаик]]ик формалағы [[әҙәбиәт|әҙәби]] жанр. Романда [[кеше]]нең тулҡынландырғыс хис-тойғолар (тәү сиратта [[мөхәббәт]]), көрәш, ижтимағи ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы [[тормош]]о һәм идеалға ынтылышы һүрәтләнә. Төп герой (геройҙар) ҡәҙимге булмаған шарттарҙа, йәғни көрсөк осоронда шәхес булараҡ үҫеше һәм тормошо хаҡында киңәйтелеп һөйләнелгәнгә күрә, роман повестан күләме, йөкмәткеһенең ҡатмарлығы һәм һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың киң алымы менән айырыла<ref name="МЭСБЕ">{{ВТ-МЭСБЕ|Роман (в литературе)}}</ref>.
 
Урта быуаттарҙа рыцарҙар ([[король Артур]], Тристан һәм Изольда, Ланселот, Амадис Гальский) тормошо тураһында романдар танылыу яулай. Улар артынса [[әҙәбиәт]]тең был йәш жанрына реализм һулышы өҫтәүсе әҫәрҙәр  — баҫҡынсылар һәм алдаҡсылар хаҡында романдар тыуа. [[Мигель де Сервантес|Сервантес]] һәм Франсуа Рабле романдарға сатирик элементтар индерә. [[Англия]]ла өгөт-нәсихәтле һәм сентименталь романдарға нигеҙ һалына ([[Даниель Дефо]], Сэмюэл Ричардсон, Генри Филдинг, Оливер Голдсмит); тәүге башлап шулай уҡ унда тарихи ([[Вальтер Скотт]]), психологик һәм әхлаҡи романдар ([[Чарльз Диккенс]] һәм Уильям Теккерей) киң үҫеш ала. [[Франция]] натуралистик һәм реаль романдарҙың ([[Оноре де Бальзак]], [[Гюстав Флобер]], [[Эмиль Золя]], ағале-энеле Гонкурҙар, Ги де Мопассан) тыуған ере булып таныла. Франция идеалистик, романтик һәм психологик романдар мәктәптәренең сағыу вәкилдәрен (Жорж Санд, [[Гюго Виктор|Виктор Гюго]], Поль Бурже һ.б.) бирҙе. [[Нимес теле|нимес]] һәм [[Италия|итальян]] романдары [[инглиз теле|инглиз]] һәм [[француз теле|француз]] өлгөләренә эйәрә. [[XIX быуат]]тың икенсе яртыһында һәм [[XX быуат]] башында [[Европа]] әҙәбиәтенә [[Скандинавия]] (Бьернсон, Ионас Ли, Александр Хьелланн, [[Август Стриндберг]]) һәм [[урыҫ теле|урыҫ]] ([[Достоевский Фёдор Михайлович|Достоевский]], [[Толстой Лев Николаевич|Лев Толстой]]) романдары айырыуса ныҡ йоғонто яһай<ref name="МЭСБЕ" />.
 
== Терминдың тарихы ==
12 юл:
 
== Һылтанмалар ==
{{Навигация
|Викицитатник=:ru:Роман
|Викисловарь=:ru:роман
|Викисклад=Category:Novels
|Тема=Роман}}
* {{ВТ-ЭСБЕ|Роман, литературный жанр}}
* {{ВТ-ЭСБЕ|Рыцарский роман}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Роман» битенән алынған