Калидаса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
40 юл:
== Ижады ==
Калидаса ижадын классик санскрит әҙәбиәтенең һәм шиғриәтенең иң юғары өлгөләренә индерәләр. Ул башҡаларҙан стиль оҫталығы һәм ижад иреклеге менән айырыла: был уның кеше тәбиғәтенең ҡатмарлылығын тулы кимәлдә һәм бар байлығында һүрәтләүендә асыҡ күренә. Геройҙарҙың эске кисерештәрен теүәл тасуирлау үҙе ижад иткән заманды дөйөмләштереп күреү менән бергә килә. Шуға ла Калидаса әҫәрҙәренең персонаждары сағыу һәм үҙенсәлекле шәхестәр булып ҡына түгел, ә үҙенең бай мәҙәниәтенән һәм тәбиғәтенән айырылғыһыҙ булған һинд халҡының рухын бар тулылығында сағылдырыусылар ҙа булып күҙ алдына баҫа.
 
Калидаса ижадта ниндәйҙер яңы алымдар уйлап табыусы түгел. Ул ҡулланған әҙәби саралар йыйылмаһы ғәҙәти һәм һинд әҙәбиәтендә дини булмаған йәки донъяуи жанрҙар формалаша башлаған классик дәүер башында уҡ тыуған ҡанундарға нигеҙләнгән. Әммә Калидасаның үҙенә генә хас үҙенсәлек шул тиклем көслө булғанға уның шиғриәте үҙ заманының башҡа әҙиптәренән бай һәм сағыу биҙәктәре менән айырылып тора.
 
== Хәтер ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Калидаса» битенән алынған