Калидаса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
32 юл:
 
Калидаса ижадын тикшереүсе һинд әҙәбиәт белгестәренең береһе ''Д. Ш. Упадхьяйн'' уның йәшәү йылдарын 365—445 тип теүәл билдәләй.
 
 
== Сығышы һәм шәхесе ==
Риүәйәттәрҙә Калидаса ярлы көтөүсе итеп һүрәтләнә. Артабан ул принцессаға өйләнә. Аҡыл һәм шиғри оҫталыҡ уға мәрхәмәтле Кали алиһә тарафынан бирелә, шуға ла әҙиптең исеме «Кали алиһә ҡоло» тигәнде аңлата. Быға тағы ла уның, легендарҙа һөйләнгәнсә, батша һарайындағы көнсөлдәр ҡулынан һәләк булыуын да өҫтәһәң — быларҙың барыһының да урта быуаттарҙа Көнбайыш һәм Көнсығыш илдәрҙә билдәле шәхестәр биографияһын тасуирләүҙәге ғәҙәти алымдар сағылышы икәне асыҡ күренә. Калидас тураһындағы төрлө мәҙәктәрҙә иһә уның [[һүҙ]] бәйгеләрендә батшалар һарайындағы ҡуҡыр һәм маҡтансыҡ шиғырсыларҙы һәр саҡ еңеп сығыуы күрһәтелә, һәм быны уның юғары әҙәби мираҫына быуаттар барышында халыҡ тарафынан бирелгән юғары һәм хаҡлы баһа тип билдәләргә кәрәк.
 
Калидасаның тыуған урыны билдәһеҙ. Башҡа төбәктәр менән бер рәттән йышыраҡ ''Удджайн, Бенарес (йәки Варанаси) һәм Дхара ҡалаларын'' атайҙар. Ҡайһы бер риүәйәттәр шағирҙың тыуған яғы итеп Көньяҡ Азияның төньяҡ-көнсығышында ятҡан ''Бенгалияны'', икенселәре ''Цейлон'' ([[Шри-Ланка]]) йә Һиндостан ярым утрауының төньяҡ-көнбайышындағы ''Кашмир'' өлкәһен иҫәпләй. Алда телгә алынған Д. Ш. Упадхьяйн да ''Калидаса сығышы менән Кашмирҙан'' тип раҫлай.
 
== Ижады ==
Калидаса ижадын классик санскрит әҙәбиәтенең һәм шиғриәтенең иң юғары өлгөләренә индерәләр. Ул башҡаларҙан стиль оҫталығы һәм ижад иреклеге менән айырыла: был уның кеше тәбиғәтенең ҡатмарлылығын тулы кимәлдә һәм бар байлығында һүрәтләүендә асыҡ күренә. Геройҙарҙың эске кисерештәрен теүәл тасуирлау үҙе ижад иткән заманды дөйөмләштереп күреү менән бергә килә. Шуға ла Калидаса әҫәрҙәренең персонаждары сағыу һәм үҙенсәлекле шәхестәр булып ҡына түгел, ә үҙенең бай мәҙәниәтенән һәм тәбиғәтенән айырылғыһыҙ булған һинд халҡының рухын бар тулылығында сағылдырыусылар ҙа булып күҙ алдына баҫа.
 
== Хәтер ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Калидаса» битенән алынған