Калидаса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
20 юл:
'''Калидаса''' (कालिदास, {{IAST|Kālidāsa}}, һүҙмә-һүҙ [[урыҫ теле|урыҫса]] «Слуга богини Кали», [[башҡорт теле|башҡортса]] «Кали алиһә ҡоло») — боронғо [[Һиндостан]]дың бөйөк [[Драма (жанр)|драматург]]ы һәм [[шиғриәт|шағиры]]. Калидаса [[санскрит]] [[тел]]ендә ижад иткән. Уның әҫәрҙәре [[Һиндостан|һинд]] классик [[мәҙәниәт]]енең сәскә атыу осорон кәүҙәләндерә. Калидасаның «Абхиджняна-Шакунтала» («Шакунтала») драмаһы — [[Көнсығыш]] [[әҙәбиәт]]енең [[Европа]] телдәренә тәржемә ителгән беренсе өлгөһө Һәм Европаны Көнсығыш әҙәбиәте менән таныштырыусы ла.
 
== ТормошоТормош һәм ижадыижад ваҡыты ==
Калидасаның тормошо һәм ул йәшәгән дәүер хаҡында бер мәғлүмәт тә һаҡланмаған. Шулай уҡ уның замандаштарының һәм артабанғы быуын вәкилдәренең хәтирәләре лә беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Халыҡ риүәйәттәрендәге мәғлүмәттәр ҙә әллә ни ышаныс тыуҙырмай. Шуға ла әҙиптең әҫәрҙәрен, уларҙың һәм персонаждарының телен тарихнамә күҙлегенән тикшереү генә Калидаса хаҡында ниндәйҙер фараздар яһарға мөмкинлек бирә. Әммә, үкенескә ҡаршы, уларҙа ла автор хаҡында бер ниндәй хәбәр ҙә юҡ. Был осор Һиндостан тураһында тарихи документтарҙың аҙ булыуы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Легендаларҙың күплеге мәғлүмәт тәрҙең дөрөҫлөгө менән бәйле түгел.
 
Калидаса беҙҙең эраға тиклем VIII быуаттан да иртәрәк йәшәмәгән. ''Ипполит Фош'' фаразы буйынса, шағир Һиндостан тарихында билдәле ''Ҡояш династияһына'' ҡараған ''Агниварна'' хакимлек иткән ваҡытта ғүмер иткән булырға тейеш. Әҙиптең нәҡ ошо династия батшалары тарихына бағышланған ''«Рагхувамша»'' эпик поэмаһы Агниварна осоро менән тамамлана. Халыҡ риүәйәттәре иһә Калидаса тормошон 1040—1090 йылдарҙа Дхар һәм Удджайн ҡалаларында хакимлек иткән батша ''Бходжа Парамара'' дәүеренә бәйләй. [[Һиндостан|Һинд]] әҙәбитенеңәҙәбиәтенең һуңыраҡ ижад ителгән бер әҫәрендә Калидасаның нәҡ ошо батша һарайындағы тормошо һүрәтләнә. Тәүҙәрәк шағирҙың йәшәү осоро тип ҡаралған б. э. т. VIII быуаттан алып беҙҙең эраның XI быуатына тиклемге арауыҡ хәҙерге ваҡытта төгәлерәк итеп ныҡ ҡына ҡыҫҡартылған.
 
Был түбәндәге фараздарға нигеҙләнә. «Малавика и Агнимитра» пьесаһының төп геройҙарының береһе — Төньяҡ Һиндостандағы ''боронғо Шунга дәүләте'' императоры Агнимитра. Батшаның шәхси тормошо хаҡында Калидаса бары бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә яҙа алыуы бәхәсһеҙ. Императорҙың хакимлек осоро б. э. т. 149—141 йылдар булыуы билдәле. Был Калидасаның ғүмер аҙағын б. э. т. II быуаттан да алда түгел икәнлеген аныҡларға мөмкинлек бирә. Ә йәшәй башлауын ''VI быуат'' тип билдәләргә ''«Айхоль яҙмаһы»ның'' датаһы — [[634]] йыл ярҙам итә: унда Калидаса хаҡында «[[шиғриәт]] класигы» тип әйтелгән.
29 юл:
[[Файл:ChandraguptaIIOnHorse.jpg|thumb|left|Батша Чандрагупта II (Британ музейының боронғо тәңкәләр йыйылмаһынан тимер аҡса). Калидасаның ошо батша хакимлеге осоронда йәшәүе ихтимал.]]
 
Шағир ижадының дөйөм үҙенсәлеге, уның [[шиғриәт|поэтик]] алымдары, IV быуаттағы [[Греция|грек]] [[астрономия]]һы мәғлүмәттәре менән таныш булыуы һәм тағы ла ҡайһы бер башҡа билдәләр уның ғүмер йылдарын беҙҙең эраның IV—V быуаттарына, ''Гупта династияһының Викрамадитья титулын йөрөткән батшалары'' хакимлек иткән осорға индерергә мөмкинлек бирә.
 
Калидаса ижадын тикшереүсе һинд әҙәбиәт белгестәренең береһе ''Д. Ш. Упадхьяйн'' уның йәшәү йылдарын 365—445 тип теүәл билдәләй.
 
 
== Сығышы һәм шәхесе ==
 
== Ижады ==
 
== Хәтер ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Калидаса» битенән алынған