Гомер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up using AWB
24 юл:
Гомерҙың тыуған урыны билдәһеҙ. Ул тыуған ер булыу хоҡуғына 7 ҡала дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, [[Афина]]{{sfn|Анпектова-Шарова & Дуров|2004|p=63}}<ref name=autogenerated1 />. Геродот һәм Павсаний әйтеүенсә, Гомер ''Киклада архипелагының Иос утрауында'' үлгән. «Илиада» һәм «Одиссея»ның Грецияның ионий ҡәбиләләре йәшәгән диңгеҙ ярҙары буйында, йәки уға яҡын утрауҙарҙың береһендә сығарылыуы мөмкин. Гомер диалекты уның ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәй, сөнки ул боронғо [[грек теле]]нең ионий һәм золий диалекттарының ҡушылмаларынан тора. Гомер диалекты, уның ғүмерен самалаған ваҡыттан алда уҡ барлыҡҡа килгән шиғри ''койнэ'' формаларының береһен сағылдыралар тигән фараз бар.
 
Традиция буйынса Гомер ''һуҡыр'' итеп һүрәтләнә. Был уның тормошондағы реаль факттарҙан алынмаған һәм бары тик антик биография жанрына хас булған тергеҙеү булыуы ихтимал<ref name=autogenerated1 />. Күп кенә билдәле легендар күрәҙәселәр һәм йырсылар һуҡыр булғанлыҡтан (мәҫәлән, Тиресий), поэтик һәм күрәҙәлек һәләтен бер-береһенә бәйләгән антик логика буйынса Гомерҙың фаразланған һуҡырлығы ысынбарлыҡ кеүек күренә. Бынан тыш, «Одиссея»лағы йырсы Демодоктың тыумыштан һуҡыр булыуы ла<ref>Одиссея VIII, 63 сл.</ref> автобиографик итеп ҡабул ителгән булыуы мөмкин.
 
Беҙҙең эраға тиклем III быуаттан да һуң түгел, ә ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса тағы ла алдараҡ<ref>Тронский И. М. История античной литературы М., 1983. С. 66.</ref> барлыҡҡа килгән «Гомер менән Гесиод ярышы» тигән шиғри ярыш тураһында шундай риүәйәт йәшәй: йәнәһе лә, шағирҙар Эбвей утрауында һәләк булған Амфидема иҫтәлегенә ойошторолған уйындарҙа осрашҡан һәм үҙҙәренең иң яҡшы шиғырҙарын уҡыған. Ярышта судья булған батша Панед еңеүҙе Гесиодҡа бирә, сѳнкисөнки ул игенселеккә һәм тыныслыҡҡа саҡыра. Тыңлаусылар аудиторияһы иһә Гомер яғында була.
 
Гомерҙың «Илиада» менән «Одиссея» поэмаһынан тыш һуңғараҡ барлыҡҡа килгән тағы ла башҡа әҫәрҙәре бар, тип һанайҙар. Мәҫәлән, «Гомер гимндары» (беҙҙең эраға тиклем VII- V быуаттарҙа, Гомерҙың үҙе кеүек боронғо грек шиғриәте ѳлгѳһѳөлгөһө тип һанала), «Маргит» комик поэмаһы һәм башҡалар.
 
«Гомер» исеме тәү тапҡыр беҙҙең эраға тиклем VII быуатта, Каллин Эфесский уны «Фиваида» авторы тип атаған ваҡытта осрай. Исемдең мәғәнәһен антиклыҡ ваҡытында уҡ аңлатырға маташып, ''«аманат»'' (Гесихий), ''«сираттағы артына»'' ([[Аристотель]]) йәки «һуҡыр»<ref>P. Chantraine, ''Dictionnaire étymologique de la langue grecque,'' Klincksieck, Paris, 1968, vol. 2 (3-4) p. 797 ''ad loc.''</ref><ref>H.G. Liddell, R. Scott, ''A Greek-English Lexicon'', rev. ed. Sir Henry Stuart-Jones, Clarendon Press, Oxford, 1968 ''ad loc''.</ref><ref>Pseudo-Herodotus, ''Vita Homeri''1.3 in Thomas W. Allen, ''Homeri Opera'', Tomus V,(1912) 1946 p. 194. Cf. Lycophron, ''Alexandra,'' l.422</ref> (Эфор Кимский) кеүек варианттар тәҡдим иткәндәр. Тик был варианттарҙың береһе лә, Гомерға «ижад итеүсе», «аккомпаниатор» кеүек заманса мәғәнәләрҙе тағырға маташҡан кеүек, ышандырырлыҡ булмай. <…> Моғайын, ионик формаһындағы «Ομηρος» һүҙе уның ғәмәлдәге ысын исеме булғандыр<ref name=autogenerated1 /><ref>Книга:Боура С.М.: Героическая поэзия. С. 547</ref><ref name=autogenerated1 />.
 
== Гомер мәсьәләһе ==
36 юл:
 
=== Антик осор ===
Был осор легендаһы Гомер үҙ эпосын Троян һуғышы ваҡытындағы шағирә ''Фантасия'' поэмаһы нигеҙендә ижад иткән, тип раҫлай<ref>[http://bse2.ru/book_view.jsp?idn=030278&page=23&format=djvu Введенский Б. А. . Большая советская энциклопедия Том 12 — Большая Советская Энциклопедия Второе издание<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>.
 
[[Файл:Friedrich August Wolf - Imagines philologorum.jpg|thumb|''Фридрих Август Вольф'']]
 
=== «Аналитиктар» һәм «унитарийҙар» ===
XVIII быуат аҙағына тиклем Европа фәнендә «Илиада» һәм «Одиссея»ның аторы Гомер, һәм улар нисек ижад ителгән шул килеш һаҡланып ҡалған, тигән фекер ѳҫтѳнлѳкөҫтөнлөк ала. (Әммә инде 1964 йылда аббат д’Обиньяк үҙенең «Conjectures académiques»-ында «Илиада» һәм «Одиссея»ның беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Ликург Спартанский Спартала йыйған үҙаллы йырҙар булыуын раҫлай). Тик 1788 йылда Ж.Б. Вилуазон Venetus A кодексынан «Илиада»-ға схолий баҫтыра. Күләме буйынса ул был поэманан ашып китә, антик филологтар (Зенодот, Аристофан, Аристарх) ижад иткән йѳҙәрләгәнйөҙәрләгән вариантан тора. Был баҫманан һуң Александрия филологтарының Гомер поэмаларының йѳҙәрләгәнйөҙәрләгән юлының икеле йә иһә бѳтѳнләйбөтөнләй ысын түгел, тип һанауы асыҡлана. Улар был юлдарҙы ҡулъяҙманан һыҙып ташламаған, тик айырым билдәләп ҡуйған була. Схолийҙарҙы уҡыу ҙа, беҙҙә булған Гомер текстарының эллинистик ваҡытҡа тура килеүе хаҡындағы һѳҙѳмтәгәһөҙөмтәгә килтерә. Ошо факттарҙан һәм башҡа фекерҙәрҙән сығып, (Гомер дәүерендә яҙыу булмаған, шул арҡала бындай оҙон поэма яҙып булмаған, тип һаналған) Фридрих Август Вольф «Гомерға баш һүҙ» китабында<ref>Wolf F.A. Prolegomena ad Homerum. Halle, 1795</ref> йәшәү барышында ике поэма ла мѳһиммөһим һәм ҡырҡа үҙгәрештәр кисергән, тигән фаразлауын белдерә. Шулай итеп, Вольфтың фаразына ярашлы, «Илиада» менән «Одиссея»ны ниндәйҙер бер авторҙыҡы тип әйтеп булмай.
 
Вольф «Илиада» тексын ижад итеүҙе беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа ҡарата. Ысынлап та, антик авторҙарҙың мәғлүмәте буйынса (шул иҫәптән [[Марк Туллий Цицерон|Цицерон]] да), Гомер поэмалары беренсе тапҡыр Афина тираны [[Писистрат]] йәки уның улы [[Гиппарх]] күрһәтмәһе буйынса бергә йыйыла һәм яҙыла. Был «писистрат мѳхәррирләүемөхәррирләүе» «Илиада» һәм «Одиссея»ны тәртипкә һалыу ѳсѳнөсөн кәрәк була. Поэма тексының ҡапма-ҡаршылыҡлығы, унда тѳрлѳтөрлө дәүерҙәге ҡатламдарҙың булыуы, тѳптөп сюжеттан ныҡ ситкә тайпылыуы аналитик ҡараш файҙаһына була.
 
Гомер поэмаларының нисек булдырылыуына хаҡында аналитиктар тѳрлѳтөрлө фаразлауҙар белдерә. Карл Лахманн, мәҫәлән, «Илиада» ҙур булмаған бер нисә йырҙан тора тиһә («бәләкәй йырҙар теорияһы»), Готфрид Германн киреһенсә, һәр поэма бәләкәй йырҙарҙы яйлап киңәйтеү һәм яңы материал ѳҫтәүөҫтәү менән («башланғыс нигеҙ теорияһы») булдырылған, ти.
 
Вольфтың оппоненттары («унитарийҙар» тип аталыусылар) бер нисә ҡаршы аргумент килтерә. Беренсенән, «писистрат мѳхәрирләүемөхәрирләүе» юрауы икеләнеү уята, сѳнкисөнки был туралағы бар мәғлүмәттәр ҙә һуңыраҡ осорға тура килә. Икенсенән, ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм ситкә тайпылыуҙар күп авторлыҡты аңлатмай, сѳнкисөнки ҙур әҫәрҙәрҙә улар йыш осрай. «Унитарийҙар», «Илиада» һәм «Одиссея»ның йѳкмәткейөкмәтке тулылығына, композиция матурлығына һәм симметрияһына нигеҙләнеп, поэмалар авторының берлеген иҫбат итә.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гомер» битенән алынған