Берлин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
75 юл:
Берлин - ФРГ составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала [[Шпрее]] (шул арҡала Берлинды «[[Шпреелағы Афина]]» тип тә йөрөтәләр) һәм [[Бранденбург]] федераль ерҙең үҙәгендәге [[Хафель]] йылғалары ярында урынлашҡан.
1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында [[Кёльн]] һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу датаһы аныҡ ҡына билдәле түгел. Кельндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»-дың тарихи исеме [[Нойкёльн ( Берлин округы)|Нойкёльн]] районында сағылыш таба.
 
1417 йылдан [[Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығы]]- ның башҡалаһы Берлин, Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас, [[Пруссия]]-ның, [[Германия империя]] - һы булдырылғас уның баш ҡалаһы була.
114 юл:
 
=== Климаты===
Ҡала уртаса климат зонаһында урынлашҡан. Йылдың уртаса температураһы +9,2 °C тәшкил итә. Иң йылы айҙар булып – +16,6 – нан +18,4 °C уртаса тәүлек температураһына эйә булған июнь, июль, август айҙары һанала. Ә иң һыуыҡ айҙар – 1,3 °C уртаса тәүлек температуралы декабрь, ғинуар, февраль. Ҡышҡыһын ҡалалағы температура яҡын тирә-яҡҡа ҡарағанда уртаса 2-3 градусҡа юғарыраҡ була.
 
== Тарихы ==
124 юл:
 
===Курфюрсттарҙың ҡала-резиденцияһы ===
1415 йылда курфюрст Фридрих I Бранденбург маркграфлығына нигеҙ һала һәм 1440 йылға тиклем унда идара итә. Шул саҡтан башлап, 1918 йылға тиклем Берлинда Гогенцоллерннар династияһы ағзалары етәкселек итә. Башта Бранденбург ере маркграфтары, аҙак Пруссия королдәре буларак һәм, ниһайәт, Герман императорҙары (кайзерҙар) булып. Ҡала халкы идаралағы үҙгәрештәрҙе гел генә ыңғай яҡтан ҡабул итмәй. Мәсәлән, 1448 йылда Тимер Фридрих II-нең курфюрст замогын төҙөүенә каршы халыҡ тулҡыны билдәле була. Әммә был протест уңышҡа ирешмәй, а халыҡ үҙ сиратында күп кенә иҡтисади һәм сәйәси иректәрҙән мәхрүм ителә. 1451 йылда Берлин бранденбург маркграфтарының һәм курфюрстарының ҡала-резиденцияһы, тип иғлан ителә һәм ирекле сауҙа ҡалаһы статусын юғалта. 1618 йылдан алып, 1648 йылга тиклем барған утыҙ йыллыҡ һуғыш ҡалаға ҙур зыян килтерә: биналарҙың өстән бер өлөшө емерелә, халыҡ һаны яртылаш кәмей. 1640 йылда Бөйөк Бранденбург курфюрсты тип танылған Фридрих Вильгельм атаһынан идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. Уның сәйәсәте иммиграцияны яҡлай һәм дини толерантлыҡҡа хас була. Идара итеүенең икенсе йылында уҡ ул Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт биҫтәләренә нигеҙ һала.
 
1671 йылда Фридрих Вильгельм Австриянан килгән 50 йәһүд ғаиләһен үҙ ерендә һыйындыра. 1685 йылда Потсдам эдикты менән Бранденбургка француз гугеноттарын саҡыра. 15 000- дән ашыу француз килә һәм 6 000 -е Берлинда йәшәргә ҡала. 1700 йылдарҙа Берлин халкының 20%-ын француздар тәшкил итә. Францияның мәҙәни тәьҫире лә ғәйәт ҙур була. Шулай уҡ ҡалала Богемиянан, Польшанан һәм Зальцбургтан килгән иммигранттар һаны ла ҙурая.
 
=== Король баш ҡалаһы ===
1701 йылда уҙған Фридрих I коронацияһы һөҙөмтәһендә Берлин Пруссияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1709 йылда Берлин, Кёльн, Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт ҡалалары ҡушыла. Ысынбарлыҡта улар күптән инде Берлин ҡалаһының өлөштәре, тип һаналып килгән була.
 
1760 йылдың 9 октябрендә ете йыллыҡ һуғыш (1756–1763 йылдар) ваҡытында Берлин, генерал граф З.Г. Чернышев етәкселегендәге рус корпусына капитуляция яһай. 4500 һалдат әсирлеккә алына. Рустарға 143 ҡорал, 1800 мылтыҡ һәм пистолет, 2 млн.-ға яҡын талер контрибуция трофей булып төшә. Шул ваҡытта ҡала властары тарафынан рус генералына бирелгән Берлиндың символик асҡысы әле лә Санкт-Петербургтың Ҡазан соборында һаҡлана. Берлинда дүрт көн торғандан һуң , Чернышев дошмандың ҡалаға яҡынайыуы тураһында хәбәр ала һәм корпусын ҡышҡы фатирҙарға күсерә.
135 юл:
1806 йылдың 14 октябрендә Йен һәм Ауэрштедт тирәһендә уҙған Наполеон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта Пруссия еңелә. Был Прус дәүләтендә мөһим роль уйнаған реформаларға килтерә. «Прус реформалары» иҡтисад һәм мәғариф үҫешенә ҙур этәргес була. 1806 йылдың ноябрендә француз ғәскәрҙәре Берлинға инә. 1806 йылдың 21 (9) ноябрендә Наполеон Англияға континенталь блокада иғлан итә.
1813 йылдың февралендә Наполеон армияһы ҡалдыҡтарын эҙәрлекләгәндә, рус ғәскәрҙәре [[ Александр Иванович|Чернышев]] етәкселегендә икенсе тапҡыр Берлинды ала. 1861 йылға Берлинға Веддинг, Моабит, Темпельхоф һәм Шёнеберг биҫтәләре ҡушыла.
 
=== Германия империяһы баш ҡалаһы һәм Веймар республикаһы ===
152 юл:
 
Көнбайыш Союздаштар менән Советтар Берлеге араһында булған ҡаршылыҡтар 1948-1949 йылдарҙа Көнбайыш Берлиндың иҡтисади блокадаһына килтерә. Унан сығыу, халыҡты тәьмин итеү өсөн һауа күпере тип аталған һауа юлы ойошторола. Ахыр сиктә был ҡаршылыҡтар оккупацияланған ерҙәрҙә ике Герман дәүләте ойоштороуға килтерә: башта - көнбайыш зонала Германия Федератив Республикаһы, һуңғараҡ - Германия Демократик Республикаһы (икеһе лә 1949 йылда)
1953 йылда Көнсығыш Берлинда хөкүмәткә ҡаршы, күпләп халыҡ ҡатнашҡан тулҡын уҙа. ГДР дәүләте һорауы буйынса, ул Советтар берлеге тарафынан баҫтырыла.
 
Көнбайыш Берлин “Көнбайыш витрина”- һына һәм юғары йәшәү кимәле, социаль яҡлауы, демократик иреге булған ҡалаға әйләнә.
171 юл:
== Административ бүленеш ==
[[Файл:Berlin.svg|right|thumb|250px|Административное деление Берлина]]
Берлин Германия составындағы 16 ерҙең береһе. 12 административ ({{lang-de|Bezirk}}) округка һәм уға ингән 95 районға ({{lang-de|Ortsteil}}) бүленә.
 
Райондарға статистик маҡсаттан дүрт һанлы индентификация һандары бирелгән. Беренсе ике һаны округты билдәләй. Райондарҙан тыш, Берлин шулай уҡ “статистик территориялар”- ға ({{lang-de|Statistisches Gebiet}}) бүленгән. Улар кеше йәшәгән райондарға торошло була һәм өс һанлы номер менән билдәләнә. Статистик территориялар миҫалына [[Шёнеберг]] районының Бавария кварталын индерергә була (райондың күпселек урамдары Бавария ҡалаларының исемен йөрөтә). Статистик территориялар райондар менән тура килмәҫкә лә мөмкин, мәҫәлән, Рудов статистик территорияһы Рудов һәм Громиусштадт райондарында урынлашҡан.
 
== Дин ==
195 юл:
Статистик мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 60 процент Берлин халҡы бер дини ойошманың да ағзаһы булып тормай. 22 проценты – Евангелий христианы, 9 проценты – католик, 6 проценты- ислам динен тота.
 
Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күберәк. 50 проценттан ашыу берлинлы ғаиләһеҙ йәшәй. Фатир арендаһы һәм түләүҙәренә әҙерәк түләү өсөн өйҙәш менән тороу ғәҙәти күренеш һанала. Ир менән ҡатын айырым йәшәгән ғаиләләр киң таралған.
 
== Иҡтисад ==
Берлин— Германияла ғына түгел, ә бөтә Евро Союзда иң эре иҡтисади-финанс үҙәге. Радиоэлектрон сәнәғәт, [[машиностроение]], транспорт төҙөлөшө үҫешкән. Ҡала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып һанала.
20009 йылда Берлиндың [[эске тулайым продукт]]-ы €90,1 млрд тәшкил иткән. <ref>{{cite news url=http://de.reuters.com/article/topNews/idDEBEE51O0CG20090225|title=Exporteinbruch stürzt deutsche Wirtschaft in die Krise|work=[[Reuters]]|accessdate=19 August 2008|language=German}}</ref>.
 
Ул 2008 йыл менән сағыштырғанда 1,7%-ҡа артҡан <ref>[http://www.berlin.de/imperia/md/content/sen-wirtschaft/konjunkturdaten/a_03.pdf?start&ts=1272613011&file=a_03.pdf Konjunkturdaten], Berlin.de, Abgerufen am 9. Juni 2010</ref>. }}</ref>. Берлинда эшһеҙлек кимәле юғары. 2010 йылдың майында 13,6 %, бөтә ил буйынса 7,7 % булған. Яҡынса 17 % халыҡ Социаль кодексҡа ярашлы ярҙам ала<ref>''[http://www.morgenpost.de/wirtschaft/article1317547/Arbeitslosigkeit-in-Berlin-geht-zurueck.html Arbeitslosigkeit in Berlin geht zurück.]'' In: ''[[Berliner Morgenpost]]', abgerufen am 1. Juni 2010.''</ref>.
209 юл:
Берлинда 5334 саҡрым юл, шуларҙың 66 саҡрымы магистраль, 979 күпер бар. 2004 йылда 1428 мең автомобиль теркәлгән, шул иҫәптә 6800 такси.
 
Урындағы йәмәғәт транспортын [[BVG]] и Deutsche Bahn компаниялары тәьмин итә. Ул 1626 саҡрым автобус маршрутына, 187 саҡрым трамвай линияһына, 150 саҡрым [[Берлин метрополитене]]-на һәм 328 саҡрым ҡала тимер юлына эйә. 2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына ҡарата яңы тимер юл вокзалы асыла.
 
Берлинды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Бранденбург федераль ере сигендә урынлашҡан [[Берлин-Тегель ]] һәм 2010 йылда 15,7 млн кеше файҙаланған [[Берлин-Шёнефельд]] аэропорты.,].
 
[[Берлин метрополитен]]-е ({{lang-de|U-Bahn Berlin}})— ҡаланың мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул 1902 йылда асыла. Бөгөн метро 151,7 саҡрымлыҡ юлы һәм 173 станцияһы булған төп 9 линияға эйә. Иң оҙон линия — U7, уның оҙонлоғо 32 саҡрым. Ул Германияның иң оҙон ер аҫты юлы булып һанала. U4 линияһы иң ҡыҫҡаһы, бары тик 3 саҡрымлыҡ ҡына. 2003 йылдан алып U4 линияһынан башҡа бөтө маршруттарға ла төнгө линиялар индерелә. Юлдың 80 % -ы ер аҫтында.
[[Берлин ҡала электричкаһы]] ({{lang-de|S-Bahn Berlin}})—йәмәғәт транспортының бер төрө. Берлин ҡала электричкаһының тимер юлы селтәре 331 саҡрым оҙонлоҡта, 166 станцияға эйә. Тимер юл селтәренең үҙәк өлөшө өс магистральдән тора:''Stadtbahn'' — көнбайыштан көнсығышҡа үтә, ер аҫты һәм өҫтө юлдары бар; ''Nord-Süd Bahn'' — төнъяҡтан көньяҡҡа, күбеһенсә туннельдән үтә; ''Ringbahn'' — түңәрәк маршрут.
 
Берлинда шулай уҡ [[Берлин трамвай линияһы]]-ла бар ({{lang-de|Straßenbahn Berlin}}). Ул донъялағы иң эре һәм боронғо трамвай системаһы. Ҡалала тәүге трамвай линияһы 1865 йылда уҡ барлыҡҡа килә. 1967 йылда [[Көнбайыш Берлинда]] һуңғы трамвай линияһы ябылып, өҫтөнлөк метрополитенды үҫтереүгә бирелә. [[Көнсығыш Берлинда]] иһә киреһенсә, трамвай элемтәһе әүҙем үҫешә. [[Германия]] берләштерелгәс, көнсығыш һәм көнбайыш транспорт системаһы ла ҡушыла. 1994 йылда Берлин власы трамвай хужалығын модернизацияларға хәл итә. Бөгөн был селтәр 293, 7 саҡрым рельстан, 374 туҡталыштан һәм 22 маршруттан тора.<ref>[http://www.bvg.de/index.php/de/binaries/asset/download/889000/file/1-1 Fahrinfo — BVG.de]</ref>.
 
== Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындар ==
247 юл:
Берлин дәүләт музейҙарының үҙенсәлеге — һәр четверг 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем инеү бушлай.
 
[[Иҫке милли галерея]] боронғо Рим храмына оҡшаған зданиела урынлашҡан. Бында төрлө художество йүнәлештәре — [[реализм]], [[импрессионизм]], [[дадаизм]], [[экспрессионизм]] тупланған. Баҫҡыста бронза «Бейеүсе» [[Георг Кольбе]] тора, залда [[Шмидт-Ротлуф, Карл]], [[Кирхнер, Эрнст Людвиг]], [[Мюллер, Отто (художник)]] һүрәттәре күргәҙмәгә ҡуйылған.
 
=== Театрҙар ===
256 юл:
 
=== Башҡа иҫтәлекле урындар ===
Берлин үҙәгенән 30 минут алыҫлыҡта урынлашҡан [[Ҙур Ванзее]]
күлендәге пляж да ял итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Берлин территорияһында урынлашҡан иң ҙур урман — [[Отто фон|Бисмарке]] ваҡытында төҙөлгән торлаҡ квартал буйлап һуҙылған билдәле Грюневальд һәм шулай уҡ, боҙлоҡ дәүерендәге Халензее [[Кёнигсзе]], Дианазее Хундекельзее (хәҙер унда каштан, ҡайын, бук ағастары үҫә) күлдәре сылбыры халыҡтың яратҡан ял итеү урыны
 
== Мәғариф һәм фән ==
[[Файл:Humboldt Universitaet Berlin.jpg|thumb|200px|[[ Гумбольдт исемендәге Берлин университеты]]]]
Берлиндың Пруссия, һуңырак Герман империяһының баш ҡалаһы булыуы, уның фәнни үҙәккә әүерелеүен алдан уҡ билдәләй. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, ҡала икегә бүленә. Көнсығыш өлөштә ҙур фәнни ойошмалар яңынан тергеҙелә. Улар араһында Германия фәндәре академияһы, Гумбольдт исемендәге Беерлин университеты, Берлин техник университеты, Берлин сәнғәт университеты бар.
 
Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында [[Берлин ирекле университеты]] асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған [[ Макс Планк ойошмаһы]] булдырыла.
Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.
 
310 юл:
}}
* [http://www.berlin.de Официальный сайт города {{ref-de}}]
 
 
{{Германия федераль штаттары}}
 
 
[[Категория:Берлин| ]]
[[Категория:Германияның миллионлы ҡалалары]]
[[Категория:Ганза]]
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 326 ⟶ 320:
{{Йәйге Олимпия уйындары башҡалалары}}
 
[[Категория:Берлин| ]]
[[Категория:Германияның миллионлы ҡалалары]]
[[Категория:Ганза]]
[[Категория:Германия ҡалалары]]
[[Категория:Европа баш ҡалалары]]
[[Категория:Берлин]]
[[Категория:Ганза]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Берлин» битенән алынған