Фридрих Энгельс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
43 юл:
 
== Тәүге революцион аҙымдары (1842—1844) ==
1842 йылдың ноябрендә Энгельс юл ыңғайы Кёльн ҡалаһына һуғыла һәм «Рейн гәзите» редакцияһында беренсе тапҡыр Карл Маркс менән осраша. Маркс, үҙенең ҡаршылыҡтары тыуған йәш гегельселәрҙең береһенә һанап, Энгельсты һалҡын ҡабул итә. Сауҙа өлкәһендәге белем алыуын төгәлләү маҡсатында артабан Энгельс [[Манчестер]] ҡалаһына — атаһының бизнес буйынса партнёры Эрмен менән берлектәге [[мамыҡ]] иләү фабрикаһына юллана. [[Англия]]ла ике йылға яҡын була, фабрикала эшләгән [[Ирландия|ирланд]] ҡыҙҙары ''Мэри'' һәм ''Лидия Бёрнс'' менән таныша. Уларға ҡарата шул осорҙа тыуған йылы мөнәсәбәттәрҙе ғүмере буйы һаҡлап ҡала: Мэри уның беренсе, ә Лидия икенсе ҡатыны була. Лидияның үлеменән бер көн алда Энгельс, үҙенең ҡараштарын еңеп, уның менән рәсми никахын теркәй.
 
[[Сәнәғәт]] яғынан һиҙелерлек үҫешкән Англияла эшселәр синыфының тормош-көнкүреше менән яҡындан танышыу Энгельстың артабанғы тормошона ныҡ йоғонто яһай. Уның замандашы, [[Британия|Британ]] [[журналистика|журналисы]], [[тарих]]сы һәм [[философия|философ]] ''Эрнест Белфорт Бакс'' билдәләүенсә, «''үҙенең Манчестерҙа булыуы һөҙөмтәһендә Энгельс йәш сағынан уҡ Англия халҡының көнитмеше, ғөрөф ғәҙәттәре, йолалары һәм донъяға ҡарашы менән ныҡлап таныша''»<ref>[http://www.fekm.ru/book_view.jsp?idn=025849&page=322&format=djvu Жуков Н. Н.. Воспоминания о Марксе и Энгельсе — Фридрих Энгельс и Карл Маркс Собрание сочинений]</ref>.