Башҡортостан уҡытыусыһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
'''Башҡортостан уҡытыусыһы''' — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның ғилми-педагогик һәм методик айлыҡ журналы.
 
[[1920]] йылдың февраль айында журналдың беренсе һаны [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]] ҡалаһында (ул ваҡытта – [[Кесе Башҡортостан]]дың баш ҡалаһы) «Мәғариф эштәре» исеме менән донъя күрә. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм сәйәсәт талаптарына ярашлы, йөкмәткеһе, шулай уҡ исеме лә алмашына. [[1924]] йылдан журнал [[Өфө (ҡала)|Өфө]] ҡалаһында - «Белем», [[1931]] йылдан «Культура революцияһы» исеме менән баҫыла.
 
Журнал белемһеҙлекте бөтөрөүҙә ҙур роль уйнай, башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби [[башҡорт теле]]н индереү проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән башҡорт милли мәктәбе нигеҙҙәре практикаһы, беренсе дәреслектәр, уҡыу-методик ҡулланмалары индерелә. Хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» исеме менән журнал [[1936]] йылдан баҫыла башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уҡытыусылар өсөн хеҙмәт итә.