Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
80 юл:
Беларусь Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, киң мәғлүмәт сараһы –матбуғатты, теле- һәм радиопрограммалар тапшырыуҙары, интернет глобаль компьютер селтәрен файҙаланып, ваҡытлы киң мәғлүмәт таратыу формаһы ул[10].
Беларустә, Мәғлүмәт министрлығы[11] мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылдың 1 июненә ҡарата 1301 ваҡытлы баҫма матбуғат, шул иҫәптән 655 гәзит, 600 журнал, 36 бюллетень, 9 каталог, 1 альманах донъя күрә. Теркәлеү үткән баҫмаларҙың 70 проценты тиерлек дәүләттеке түгел. Матбуғат белорус, рус, немец, инглиз, украин, поляк һәм башҡа Европа телдәрендә нәшер ителә. Иң ҙур тиражлы баҫма булып “Совет Белорусе” гәзите тора. Ул аҙнаһына 5 тапҡыр, 400,6 мең тираж менән сыға (2013 йылға ҡарата).
Шулай уҡ Белорустә 9 мәғлүмәт агентлығы, 59 теле- һәм 156 радиотапшырыуҙар программаһы бар.
 
 
=== АҠШ ===
АҠШ СМК-һы юғары кимәлдә монополиялаштырылған булыуы менән айырыла. Уҙған йөҙ йыллыҡ аҙағында унда мәғлүмәт таратыуҙың 11 сығанағы өҫтөнлөк итә: өс телеселтәр (АВС, CBS, NBC), өс популяр журнал («Тайм», «Ньюсуик», «Ю. С. Ньюс энд уорлд рипорт»), өс гәзит («Нью-Йорк Таймс», «Вашингтон Пост» «Уолл-стрит-джорнел»), ике мәғлүмәт агентлығы («Ассошиэйтед Пресс» һәм «Юнайтед Пресс Интернейшнл»). Беренсе донъя һуғышы ваҡытында АҠШ конгресы шпионлыҡ эшмәкәрлеге (1917) һәм баш күтәреүгә саҡырыу ҡотоҡосолоғо (1918) тураһында акттарҙы хуплай. Был акттар АҠШ хөкүмәте сәйәсәтен тәнҡитләүсе йәки уның дошмандарын яҡлаусы мәҡәләләр баҫтырыуҙы ҡануниәткә ҡаршы килеү тип иғлан итә. Хәҙер шулай уҡ сит ил хәрби операцияларын яҡтыртыу контролләнә.
2008 йылдан АҠШ-та Интернет көндәлек гәзиттәргә ҡарағанда мөһимерәк мәғлүмәт сығанағы булып һанала. Сөнки донъяуи финанс көрсөгө ҡайһы бер гәзиттәрҙе онлайн версияға күсергә мәжбүр итә. Шулай уҡ телевидение иң популяр мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Социологик һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 70 проценты яңылыҡтар менән телевидение аша танышыуын белдерә.[12]
ЮСИА (USIA) мәғлүмәт агентлығы 1953 йылдан хөкүмәттең башҡарма власы сиктәрендә Американың тышҡы сәйәсәтен яҡлау һәм йәмғиәт дипломатияһын үткәреү өсөн сит ил эштәренең бойондороҡһоҙ агентлығы булараҡ эшләй. Әлеге ваҡытта АҠШ-тың сит илгә дәүләт тапшырыуҙары системаһы биш мәғлүмәт хеҙмәтен берләштерә. Уларҙың өсөһө Voice of America, Office of Cuba Broadcasting (Radio and TV Marti) федераль программалар статусына эйә, ә Radio Free Europe/Radio Liberty һәм Radio Free Asia шәхси коммерция булмаған корпорация булып тора. Уларҙа дөйөм алғанда 3,3 мең хеҙмәткәр иҫәпләнә.
 
== Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары ==