Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
=== Нәшриәт характеристикалары ===
Был осраҡта төп күрһәткес булып СМК-ның даимилығы, таралыуы, тиражы, уның форматы, күләме тураһында мәғлүмәт тора. Даимилыҡ буйынса көндәлек, аҙналыҡ, айлыҡ, квартлаға бер сыҡҡан баҫмаларҙы айырырға мөмкин.
 
 
== СМК системаһы ==
Киң мәғлүмәт сараларының барлыҡ аныҡ төрҙәре бергә тупланып берҙәм система барлыҡҡа килтерә. Структура буйынса ҡарағанда, улар өс төп төркөмгә бүленә:
Баҫма матбуғат (гәзит-журналдар...)
Аудиовизуаль мәғлүмәт саралары (радио, телевидение...)
Мәғлүмәт хеҙмәттәре (яңылыҡтар агентлыҡтары, матбуғат хеҙмәттәре...)
Шулай уҡ Интернеттың роле һәм статусы тураһында ла мәсьәлә күтәрелә. Был йәһәттән төрлө фекерҙәр йөрөй: киберкиңлектә ҡайһы берҙә журналистика СМК билдәләренә тап килә тип ҡарала, ҡайһы бер осраҡта – тап килмәй тип. Тикшеренеүселәр ҡайһы бер факторҙарға, шул иҫәптән Инетрнетты киң мәғлүмәт сараларына индереүсе ҡануниәт юҡлығына, шулай уҡ СМК-ның селтәр версияһының консервативлығына иғтибар йүнәлтә: уҡыусыларҙың киң мәғлүмәт саралары менән мөнәсәбәте бигүк үҙгәрмәй, бары тик мәғлүмәт алыу ысулдары ғына камиллаша. Рәсәйҙә Интернет айырым СМК тип ҡаралмай, ә быға тиклем булған мәғлүмәт мөхитенең бер төрө тип баһалана һәм уның менән һәр кем, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары редакциялары ла файҙаланырға тейеш[5].
 
== Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары ==