Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
28 юл:
Урта белем алғас, [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда мөғәллимә [[Миләүшә Мортазина]] класында уҡый. Был йылдарҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша. Дүртенсе курста сағында, Мәскәүҙә эстрада артистары Бөтә [[Рәсәй]] ярышында «дипломант» исемен ала.
 
[[1982]] йылдан башлап ғүмеренең азағына тиклем Илфаҡ Смаҡов [[Башҡорт дәүләт филармонияһы|Башҡорт дәүләт филармонияһында]] эшләй.
 
Йырсы репертуарында [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Сәхнә оҫтаһы башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр әҫәрҙәр башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.
36 юл:
 
== Маҡтаулы исемдәре ==
* Башҡорт АССР-ныңының атҡаҙанған артисы (1978).
* Башҡорт АССР-ныңының халыҡ артисы (1985).
* Рәсәй ФедерацияһыныңРСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989).
 
== Хәтер ==