Ауыл хужалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:Ford tractor, Sweden.jpg|thumb|200px|right|Трактор менән ер эшкәртеү ([[Швеция]])]]
'''Ауыл хужалығы''' — халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер [[сәнәғәт]] тармағын [[сеймал]] менән тәьмин итеүсе халыҡ хужалығы тармағы. Ауыл хужалығы барлыҡ илдәрҙең [[иҡтисад]]ында мөһим урын алып тора. Ер шарында ауыл хужалығы менән 1,1 млрд кеше шөғөлләнә.
 
Юл 21 ⟶ 20:
Ауыл хужалығы — иҡтисад тармағы. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарына сеймал алыуға йүнәлтелгән. Бөтә илдәрҙә лә иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Донъяла иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1 млрд.- ы ошо тармаҡта шөғөлләнә.
Ауыл хужалығы тармағының торошона дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге бәйләнгән. Был тармаҡтың проблемалары менән туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һ.б. кеүек фәндәр бәйләнгән.
Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе, етештереү сараларында яҡынса [[беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл|12 мең йыл элек]] башланып, етештереү хужалығына һәм цивилизацияның үҫеүенә килтергән “Неолитик«Неолитик революция”революция» менән бәйле.
 
== Ауыл хужалығының үҫеү тарихы ==
Юл 63 ⟶ 62:
# Иҡтисади етештереү процессы тәбиғи үҫеш процессы һәм биологик закондар нигеҙендә үҫешкән тере организмдар үҫеше менән ҡушыла.
# Тәбиғи үҫештең циклик процесы һәм үҫемлектәр, хайуандар үҫеше ауыл хужалығы хеҙмәтенең миҙгеллеген сикләй.
# Сәнәғәттән айырмалы рәүештә ауыл хужалығындағы технологик процесс тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән. Бында ер етештереү сараһы булараҡ мөһим роль уйнай.
 
Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы белгестәре, ерҙең 78 проценты игенселек менән булышыуҙа етди тәбиғәт сикләүҙәре кисерә, 13 проценты түбән, 6 проценты уртаса, 3 проценты юғары һөҙөмтәле, тип һанай. 2009 йылда ауыл хужалығында ҡоро ерҙең 37,6 проценты файҙаланыла, шул иҫәптән 10,6 проценты һөрөнтө ер, 25,8 проценты көтөүлек һәм 1,2 процентына күп йыллыҡ культуралар сәселә.
 
Ауыл хужалығының махсуслаштырылыу һәм агроресурс ситуацияһы үҙенсәлеге төбәктәр буйлап айырыла. Бер нисә термик бүлкәт бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы үҙенсәлеге буйынса характерлана:
# '''Һыуыҡ бүлкәт'''. Евразия төнъяғының, Төнъяҡ Американың ҙур өлөшөн алып тора. Йылы етешмәгәнлектән һәм оҙаҡ йылдарға һуҙылған туңлыҡ арҡаһында игенселек сикләнгән. Үҫемлекселек менән бары тик ябыҡ ерҙә генә шөғөлләнергә мөмкин. Түбән продуктлы көтөүлектәрҙә болансылыҡ үҫешкән.
# '''Һалҡын бүлкәт'''. Евразия, Төнъяҡ Америка территорияһының күп өлөшөн һәм Көньяҡ Американың коньяғындағы Андтың тар һыҙатын ала. Артыҡ йылы булмау сәсеү культураларын һайлау мөмкинлеге бирмәй. Бында ҡара ашлыҡ, йәшелсәләр, ҡайһы бер тамыраҙыҡтар, иртә өлгөргән картуф үҫтерергә була.
# '''Уртаса бүлкәт'''. Көньяҡ ярымшарҙа — Патагонияла, Чили яр буйында, Тасмания, Яңы Зеландия утрауҙарында, ә төнъяҡ ярымшарҙа — алыҫ Көнсығыш, Монголия, Тибет, төнъяҡ-көнсығыш Ҡытай, Көньяҡ Канада, АҠШ штатының төнъяҡ-көнсығышы. Был бүлкәт киң игенселек бүлкәте. Территория рельефының бөтә өлөшөн тиерлек һөрөнтө ерҙәр алып тора. Уның сағыштырма майҙаны 60-70 процентҡа етә. Бында бик күп сәсеү культуралары бар: бойҙай, арпа, арыш, һоло, етен, картуф, йәшелсәләр, тамыраҙыҡтар, көнбағыш, дөгө, виноград, емеш-еләк ағастары. Көтөүлектәр майҙаны буйынса сикләнгән. Мал күбеһенсә тауҙарҙа, арид зоналарҙа көтөлә. Ҡыуғын малсылыҡҡа, дөйә аҫрауға өҫтөнлөк бирелә.
# '''Йылы бүлкәт'''. Субтропик географик бүлкәткә тура килә. Уға Антарктиданан башҡа бөтә материктар ҙа ҡарай. Бында йылына ике тапҡыр уңыш алалар — ҡышын (бөртөклө культуралар һәм йәшелсәләр), йәйен — тропик бер йыллыҡтар (мамыҡ), йәки күп йыллыҡтар (зәйтүн ағасы, цитрустар, сәй, грек сәтләүеге, инжир һ.б.). Бында түбән продуктлы, ныҡ деградацияланған көтөүлектәр өҫтөнлөк ала.
# '''Эҫе бүлкәт'''. Африканың, Көньяҡ Американың, Төнъяҡ һәм Үҙәк Австралияның, Малай Архипелагының, Аравий ярымутрауының, Көньяҡ Азияның ҙур өлөшөн алып тора. Кофе, шоколад ағастары, финик пальмаһы, батат, маниок һ. б. үҫтерелә. Субарид зоналарҙа әҙ генә үҫемлектәре булған, ҙур майҙанлы көтөүлектәр бар.
 
== Ауыл хужалығы структураһы ==
Юл 78 ⟶ 77:
{{Биофото|Bundesarchiv Bild 183-19204-2288, Versuchsgut Paulinenaue.jpg|{{НФА|Эксперименталь сусҡа фермаһында. ГДР.|1950}}|color=#DAA520}}
Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексы составына инә һәм үҙ эсенә төп тармаҡтарҙы ала:
* Үҫемлекселек. Үҫтергән үҫемлектәр буйынса айырым тармаҡтарға бүленә:
** Бөртөклө культуралар — бойҙай, арпа, арыш, һоло, дөгө, шәкәр кукурузы, ҡарабойҙай, сорго һ.б.
** Бөртөклө ҡуҙаҡлылар — борсаҡ, фасоль, чечевица, соя һ.б.
** Мал аҙығы культураһы — мал аҙығы үләндәре, силос культуралары, мал аҙығы тамыраҙығы, мал аҙығы баҡса культуралары.
** Техник культуралар:
а) аҙыҡ-түлек культураһы — шәкәр сөгөлдөрө, ҡомалаҡ, крахмаллы культуралар, дарыу үләндәре;
б) туҡыу культуралары — мамыҡ, етен, джут, киндер; в) каучуклы үҫемлектәр — гевея.
** Йәшелсә- баҡса культуралары: а) картуф; б) япраҡлы культуралар — баҡса кәбеҫтәһе, салат, шпинат, укроп, япраҡлы петрушка һ.б.; в) емеш культуралары — томат, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, патиссон, баклажан, борос; г) һуған культуралары — һуған, һарымһаҡ; д) тамыраҙыҡтар — кишер, аш сөгөлдөрө, пастернак, петрушка, сельдерей, шалҡан, редис, торма һ.б.; е) баҡса культуралары — ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ һ.б.
** Цитрус культуралар — апельсин, грейпфрут, мандарин, лимон, бергамот һ. б.
** Тонусты күтәреүсе культуралар — наркотик культуралар, сәй, кофе, какао;
** Майлы һәм эфир майлы культуралар: а) көнбағыш, кенә уты, гәрсис, рапс, кунжут, киндер, етен, кокос пальмаһы, майлы пальма, зәйтүн ағасы; б) эфир майлы культуралар — кориандр, әнис, тмин һ.б.
** Ҡомалаҡсылыҡ
Юл 129 ⟶ 128:
* тупраҡтың ел һәм һыу эрозияһы
 
Ауыл хужалығын алып барыуҙа негатив факторҙарҙы бөтөрөүсе йәки йомшартыусы билдәле бер алымдар һәм технологиялар бар.
Малсылыҡ тәбиғәткә тәбиғәткә аҙыраҡ йоғонто яһай. Уның факторҙары түбәндәгесә:
* көтөүлекте кире тергеҙеп булмаҫлыҡ итеп, мал көтөү;
Юл 156 ⟶ 155:
* Бөгөн ауыл хужалығын алып барыуҙы камиллаштырыу буйынса селекция, генлы инженерия алымдары ярҙамы менән тикшереүҙәр алып барыла. Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы торорлоҡ, сыҙамлы, юғары уңыш биреү сифаттарына эйә булған яңы төр үҫемлек, хайуандар уйлап сығарыла
* Константин Эдуардович Циолковский XX быуат башында уҡ, үҙаллы кислород һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе автоном станциялар төҙөмәйенсә алыҫ космосты үҙләштереп булмай, тип раҫлай.
* Киләсәк перспективаһында кешегә яраҡлы йәшәү шарттары һәм биосфера булдырыу өсөн планетаның климатик шарттарын үҙгәртеү мөмкинлеге ҡарала
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 168 ⟶ 167:
* [http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1170-auyl-khuzhaly-y Башҡорт Энциклопедияһында «Ауыл хужалығы» мәҡәләһе]
{{Навигация
|Тема = СельскоеАуыл хозяйствохужалығы
|Портал = СельскоеАуыл хозяйствохужалығы
|Викисловарь = сельскоеАуыл хозяйствохужалығыо
|Викиучебник =
|Викицитатник =
Юл 177 ⟶ 176:
|Викиновости =
|Метавики =
|Проект = СельскоеАуыл хозяйствохужалығы
}}
* [http://www.gks.ru/news/perepis2006/totals-osn.htm Окончательные итоги всероссийской сельскохозяйственной переписи России 2006 года]
Юл 184 ⟶ 183:
 
 
 
[[Категория:Етештереү]]
[[Категория:Ауыл хужалығы]]