Ауыл хужалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
21 юл:
Ауыл хужалығы — иҡтисад тармағы. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарына сеймал алыуға йүнәлтелгән. Бөтә илдәрҙә лә иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Донъяла иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1 млрд.- ы ошо тармаҡта шөғөлләнә.
Ауыл хужалығы тармағының торошона дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге бәйләнгән. Был тармаҡтың проблемалары менән туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һ.б. кеүек фәндәр бәйләнгән.
Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе, етештереү сараларында яҡынса [[беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл|12 мең йыл элек]] башланып, етештереү хужалығына һәм цивилизацияның үҫеүенә килтергән “Неолитик революция” менән бәйле.
 
== Ауыл хужалығының үҫеү тарихы ==
49 юл:
Шул уҡ ваҡытта үҫешкән илдәрҙә артыҡ аҙыҡ-түлек етештереү кризисы күҙәтелә. Аграр илдәрҙә киреһенсә, иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып, туймау, аслыҡ тора.
Үҫешкән ауыл хужалығы илдең хәүефһеҙлек факторы булып тора, сөнки илде башҡа илдәргә буйһонмаусан итә. Шул арҡала, иҡтисади яҡтан ҡарағанда әллә ни үҫешмәгән илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереү файҙалыраҡ булһа ла, ауыл хужалығына дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә, субсидиялана.
 
==
== Төбәк һәм тармаҡ үҙенсәлектәре ==
Ауыл хужалығы тармағы шундай үҙенсәлектәргә эйә:
# Иҡтисади етештереү процессы тәбиғи үҫеш процессы һәм биологик закондар нигеҙендә үҫешкән тере организмдар үҫеше менән ҡушыла.
# Тәбиғи үҫештең циклик процесы һәм үҫемлектәр, хайуандар үҫеше ауыл хужалығы хеҙмәтенең миҙгеллеген сикләй.
# Сәнәғәттән айырмалы рәүештә ауыл хужалығындағы технологик процесс тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән. Бында ер етештереү сараһы булараҡ мөһим роль уйнай.
 
Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы белгестәре, ерҙең 78 проценты игенселек менән булышыуҙа етди тәбиғәт сикләүҙәре кисерә, 13 проценты түбән, 6 проценты уртаса, 3 проценты юғары һөҙөмтәле, тип һанай. 2009 йылда ауыл хужалығында ҡоро ерҙең 37,6 проценты файҙаланыла, шул иҫәптән 10,6 проценты һөрөнтө ер, 25,8 проценты көтөүлек һәм 1,2 процентына күп йыллыҡ культуралар сәселә.
 
Ауыл хужалығының махсуслаштырылыу һәм агроресурс ситуацияһы үҙенсәлеге төбәктәр буйлап айырыла. Бер нисә термик бүлкәт бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы үҙенсәлеге буйынса характерлана:
# Һыуыҡ бүлкәт. Евразия төнъяғының, Төнъяҡ Американың ҙур өлөшөн алып тора. Йылы етешмәгәнлектән һәм оҙаҡ йылдарға һуҙылған туңлыҡ арҡаһында игенселек сикләнгән. Үҫемлекселек менән бары тик ябыҡ ерҙә генә шөғөлләнергә мөмкин. Түбән продуктлы көтөүлектәрҙә болансылыҡ үҫешкән.
# Һалҡын бүлкәт. Евразия, Төнъяҡ Америка территорияһының күп өлөшөн һәм Көньяҡ Американың коньяғындағы Андтың тар һыҙатын ала. Артыҡ йылы булмау сәсеү культураларын һайлау мөмкинлеге бирмәй. Бында ҡара ашлыҡ, йәшелсәләр, ҡайһы бер тамыраҙыҡтар, иртә өлгөргән картуф үҫтерергә була.
# Уртаса бүлкәт. Көньяҡ ярымшарҙа — Патагонияла, Чили яр буйында, Тасмания, Яңы Зеландия утрауҙарында, ә төнъяҡ ярымшарҙа — алыҫ Көнсығыш, Монголия, Тибет, төнъяҡ-көнсығыш Ҡытай, Көньяҡ Канада, АҠШ штатының төнъяҡ-көнсығышы. Был бүлкәт киң игенселек бүлкәте. Территория рельефының бөтә өлөшөн тиерлек һөрөнтө ерҙәр алып тора. Уның сағыштырма майҙаны 60-70 процентҡа етә. Бында бик күп сәсеү культуралары бар: бойҙай, арпа, арыш, һоло, етен, картуф, йәшелсәләр, тамыраҙыҡтар, көнбағыш, дөгө, виноград, емеш-еләк ағастары. Көтөүлектәр майҙаны буйынса сикләнгән. Мал күбеһенсә тауҙарҙа, арид зоналарҙа көтөлә. Ҡыуғын малсылыҡҡа, дөйә аҫрауға өҫтөнлөк бирелә.
# Йылы бүлкәт. Субтропик географик бүлкәткә тура килә. Уға Антарктиданан башҡа бөтә материктар ҙа ҡарай. Бында йылына ике тапҡыр уңыш алалар — ҡышын (бөртөклө культуралар һәм йәшелсәләр), йәйен — тропик бер йыллыҡтар (мамыҡ), йәки күп йыллыҡтар (зәйтүн ағасы, цитрустар, сәй, грек сәтләүеге, инжир һ.б.). Бында түбән продуктлы, ныҡ деградацияланған көтөүлектәр өҫтөнлөк ала.
# Эҫе бүлкәт. Африканың, Көньяҡ Американың, Төнъяҡ һәм Үҙәк Австралияның, Малай Архипелагының, Аравий ярымутрауының, Көньяҡ Азияның ҙур өлөшөн алып тора. Кофе, шоколад ағастары, финик пальмаһы, батат, маниок һ. б. үҫтерелә. Субарид зоналарҙа әҙ генә үҫемлектәре булған, ҙур майҙанлы көтөүлектәр бар.
 
== Ауыл хужалығы структураһы ==
Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексы составына инә һәм үҙ эсенә төп тармаҡтарҙы ала:
* Үҫемлекселек. Үҫтергән үҫемлектәр буйынса айырым тармаҡтарға бүленә:
** Бөртөклө культуралар – бойҙай, арпа, арыш, һоло, дөгө, шәкәр кукурузы, ҡарабойҙай, сорго һ.б.
** Бөртөклө ҡуҙаҡлылар – борсаҡ, фасоль, чечевица, соя һ.б.
** Мал аҙығы культураһы – мал аҙығы үләндәре, силос культуралары, мал аҙығы тамыраҙығы, мал аҙығы баҡса культуралары.
**Техник культуралар:
а) аҙыҡ-түлек культураһы – шәкәр сөгөлдөрө, ҡомалаҡ, крахмаллы культуралар, дарыу үләндәре;
б) туҡыу культуралары – мамыҡ, етен, джут, киндер; в) каучуклы үҫемлектәр – гевея.
** Йәшелсә- баҡса культуралары: а) картуф; б) япраҡлы культуралар — баҡса кәбеҫтәһе, салат, шпинат, укроп, япраҡлы петрушка һ.б.; в) емеш культуралары — томат, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, патиссон, баклажан, борос; г) һуған культуралары — һуған, һарымһаҡ; д) тамыраҙыҡтар — кишер, аш сөгөлдөрө, пастернак, петрушка, сельдерей, шалҡан, редис, торма һ.б.; е) баҡса культуралары — ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ һ.б.
** Цитрус культуралар — апельсин, грейпфрут, мандарин, лимон, бергамот һ. б.
** Тонусты күтәреүсе культуралар – наркотик культуралар, сәй, кофе, какао;
** Майлы һәм эфир майлы культуралар: а) көнбағыш, кенә уты, гәрсис, рапс, кунжут, киндер, етен, кокос пальмаһы, майлы пальма, зәйтүн ағасы; б) эфир майлы культуралар — кориандр, әнис, тмин һ.б.
** Ҡомалаҡсылыҡ
** Виноградсылыҡ
** Баҡсасылыҡ
*** Емешселек
*** Декоратив баҡсасылыҡ
** Болонсолоҡ — малсылыҡ өсөн яраҡлы көтөүлектәр булдырыу
* Бәшмәкселек
* Малсылыҡ
** Йәнлекселек
*** Йорт ҡуянсылығы
** Аквакультура
*** Балыҡсылыҡ
** Малсылыҡ. Эре мөгөҙлө мал үрсетеү.
** Һарыҡсылыҡ
** Кәзәселек
** Йылҡысылыҡ
** Ҡортсолоҡ
** Инкешселек
** Болансылыҡ
** Ҡошсолоҡ
** Сусҡасылыҡ
** Дөйәселек
** Ҡасырсылыҡ
 
== Рәсәй ауыл хужалығының административ структураһы ==
Рәсәйҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы яуап бирә. Уға 14 департамент буйһона — ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт, балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ һәм ҡайһы бер подведомство ойошмалары.
 
== Ауыл хужалығының экологик проблемаһы ==
Ауыл хужалығы башҡа етештереү тармаҡтарына ҡарағанда, тәбиғи мөхиткә ҙур йоғонто яһай. Бының сәбәбе — тармаҡтың бик күп ер майҙанын биләүе. Һөҙөмтәлә континенттарҙың географик ландшафты үҙгәрә. Мәҫәлән Европала агроландшафт киң япраҡлы урманды ҡыҫырыҡлаған, Украинала баҫыуҙарҙы дала алыштырған.
Ауыл хужалығы ландшафты тотороҡло түгел, шуға күрә күп кенә төбәктәр экологик катастрофа кисерә. Дөрөҫ булмаған мелиорация боронғо Месопатаминың эшкәртелгән күп ерҙәренең юҡҡа сығыуына, тупраҡтың тоҙланыуына, тәрән һөрөү Ҡаҙағстанда, Америкала саң бурандарының барлыҡҡа килеүенә, игенселек һәм мал көтөү Африканың Сахель зонаһының сүлгә әйләнеүенә сәбәпсе булған.
Юл 112 ⟶ 117:
* тупраҡ структураһының боҙолоуы һәм тығыҙланыуы;
* тупраҡтың ел һәм һыу эрозияһы
 
Ауыл хужалығын алып барыуҙа негатив факторҙарҙы бөтөрөүсе йәки йомшартыусы билдәле бер алымдар һәм технологиялар бар.
Малсылыҡ тәбиғәткә тәбиғәткә аҙыраҡ йоғонто яһай. Уның факторҙары түбәндәгесә:
* көтөүлекте кире тергеҙеп булмаҫлыҡ итеп, мал көтөү;
* малсылыҡ комплекстарының эшкәртелмәгән ҡалдыҡтары;
 
Ауыл хужалығынан килгән дөйөм зыянға инә:
* һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы, һыу экосистемаһының деградацияланыуы; ер аҫты һыуҙарының бысраныуы;
Юл 125 ⟶ 132:
«Рәсәй Федерацияһы иҫәп палатаһының 2005—2007 йылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау аудит эффектлығы» һөҙөмтәләренә ярашлы, 60 млн кеше йәшәгән ил территорияһының яҡынса алтынан бер өлөшө экологик яҡтан уңышһыҙ, тип һанала.
 
== Ауыл хужалығы проблемаларын хәл итеү юлдары ==
Экологик проблемаларҙы хәл итеүҙең төп юлы булып, ер менән файҙаланыу культураһын күтәреү, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуға яуаплы ҡарау тора. Шулай уҡ, ерҙе оҙаҡ ваҡытҡа шәхси милек итеп файҙаланыуға алыусы фермер хужалыҡтарын үҫтереү ҙә ерҙең етешетереү потенциалын һаҡлауға стимул булыр ине.
* Аныҡ игенселек
Юл 144 ⟶ 151:
 
== Әҙәбиәт ==
* {{книга|часть=[http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_geo/259/СЕЛЬСКОЕ_ХОЗЯЙСТВО Сельское хозяйство]|автор=Горкин А. П. (Гл. Ред.)|заглавие=География: Современная иллюстрированная энциклопедия|место=М.|издательство=Росмэн|год=2006|страниц=624|isbn=5353024435}}
* {{из БСЭ|http://slovari.yandex.ru/~%D0%BA%D0%BD%D0%B8%D0%B3%D0%B8/%D0%91%D0%A1%D0%AD/%D0%A1%D0%B5%D0%BB%D1%8C%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%B5%20%D1%85%D0%BE%D0%B7%D1%8F%D0%B9%D1%81%D1%82%D0%B2%D0%BE/|заглавие=Сельское хозяйство|издание=3-е}}
 
== Һылтанмалар ==
* [http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1170-auyl-khuzhaly-y Башҡорт Энциклопедияһында «Ауыл хужалығы» мәҡәләһе]
{{Навигация
|Тема = Сельское хозяйство
|Портал = Сельское хозяйство
|Викисловарь = сельское хозяйство
|Викиучебник =
|Викицитатник =
|Викитека =
|Викивиды =
|Викиновости =
|Метавики =
|Проект = Сельское хозяйство
}}
* [http://www.gks.ru/news/perepis2006/totals-osn.htm Окончательные итоги всероссийской сельскохозяйственной переписи России 2006 года]
* [http://agroatlas.spb.ru/ru/ Агроэкологический атлас России и сопредельных государств: сельскохозяйственные растения, их вредители, болезни и сорняки]
* [http://agro-bursa.ru/prices/ Мониторинг цен сельхозкультур и продуктов их переработки]