Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
Рәсәй ҡануниәте киң мәғлүмәт сараларын ойоштороуға физик һәм юридик шәхестәргә рөхсәт бирә. РФ-ла СМИ теркәлеү аша ойошторола. Бындай тәртип буйынса хөкүмәт органдары СМК ойоштороу тураһында ғариза ҡабул итә һәм уны иҫәпкә ҡуя. Билдәле радиойышлыҡ спектрын файҙаланыусы аудиовизуаль СМИ-ларға тапшырыуҙарға лицензия алырға ла кәрәк.
 
== Аудитория ==
 
Киң мәғлүмәт саралары дөйөм һәм махсусҡа бүленә. Махсус булғанда, ул тотош халыҡҡа түгел, ә уның айырым бер өлөшөнә генә тәғәйенләнә һәм ниндәйҙер бер тематикаға бағышлана. Маҡсатлы аудиторияға бүлеү СМИ-ларға билдәле бер тотороҡлоҡ тәьмин итһә лә, уларҙың продукцияһына һорау масштабын кәметә. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, журналистар мәҡәлә яҙғанда аудиторияны аныҡ күҙалламай, һөҙөмтәлә мәҡәләләр уртаса булып ҡала, үҙ йөҙөн юғалта, ә СМК-лар бер-береһенә оҡшай бара.