Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Киң мәғлүмәт саралары[1] (СМИ, йәғни киң коммуникация саралары, СМК) – техник саралар ярҙамында мәғлүмәте киң ҡатламға таратыу органдары системаһы; киң аудиторияға көндәлек мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу тәжрибәһен билдәләү сараһы[2].
Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи документтарында киң мәғлүмәт сараһы тигәндә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, селтәрҙәге баҫма, телеканал, радиоканалы, телепрограмма, радиопрограмма, видеопрограмма, кинохроника программаһы һәм даими атама аҫтында киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа баҫма формаһы атала[3].
Рус телендә киң мәғлүмәт сараһы термины уҙған быуаттың 70-се йылдарында француз теленән килеп инә. Француз теленән иһә ул 60-сы йылдар аҙғында[4] уҡ ҡулланылыштан төшөп ҡала. Шулай итеп, үҙ илендә анахронизмға әйләнгән термин Советтар Союзында КПСС Үҙәк комитетының Пропаганда бүлеге ярҙамы менән яңылыҡ булып китә. Ғәмәлдә “СМИ” термины матбуғат, радио һәм телевидениеның бер йүнәлештә (“өҫтән-аҫҡа”) авторитар йоғонто яһауын аңлата һәм төп йүнәлеше барлыҡ аралашыусыларҙың да бер үк ваҡытта яуап биреү мөмкинлеген күҙаллаған электрон аралашыу саралары үҫешенә туп килмәй.
“Массмедиа” термины инглиз теленән ингән калька булып тора һәм киң аралашыу һәм бәйләнеш (коммуникация) саралары (СМК) тигәнде аңлата һәм рус теленә 60-сы йылдарҙа индерелә.
 
 
'''Киң мәғлүмәт саралары''' — таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡтисади йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит һәм журналдар, радиотапшырыу һәм телевизион тапшырыу, мәғлүмәт агентлыҡтары, кино, тауыш һәм видеояҙма. Киң мәғлүмәт саралары характеры (балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар,ир-егеттәр) һәм аудиторияны йәлеп итеүе, тематикаһы (ижтимағи-сәйәси, мәғлүмәти, махсус һ.б.), функцияһы, даими ҡабатланыуы, тиражы һ.б. буйынса айырым йөрөтәләр.