Карнак: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот косметические изменения
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
Залдың диуарҙарына һәм колонналарға төрлө яҙмалар, рәсемдәр уйылған. Төньяҡ диуарҙарын Сети I үҙенең яҙмалары менән биҙәгән, көньяҡ диуарҙарына иһә Рамзес II үҙенең яҙмаларын ҡалдырған. Уларҙан һуңғы фирғәүендәр, шул иҫәптән [[Рамзес III]], [[Рамзес IV]] һәм [[Рамзес VI]] диуарҙарҙа һәм колонналарҙа буш ҡалған урындарға яҙмалар өҫтәгәндәр. Тышҡы яҡтан диуарҙарға төрлө яу күренештәре уйылған — төньяҡ диуарҙарҙа Сети I-нең [[Сирия]], [[Палестина]] һәм [[Ливия]]лағы яу батырлыҡтары һүрәтләнгән, көньяҡ диуарҙарҙа иһә — Рамзес II-нең Палестиналағы яуҙары төшөрөлгән.
 
Рамзес II-нең вариҫы [[Мернептах]] Луксор һарайына табан илткән тантаналы юлдағы беренсе залдың көнсығыш диуарҙарына [[ливийлылар]] һәм [[диңгеҙ халҡы]] менән алып барылған еңеүле яуҙары тарихын мәңгеләштерә, был яҙмалар хәҙер ''Бөйөк тантаналы яҙма'' исеме аҫтында билдәле. Мернептахтың улы [[Сети]] II]] тәүге залда, икенсе пилон алдында Фиваның өс төп аллаһы Амон, Мут һәм Хонсуға бағышланған ғибәҙәтхана төҙөтә.
 
Ун туғыҙынсы династияның һуңғы фирғәүендәре копмлексты киңәйтеүгә аҙ өлөш индерә. Яңы батшалыҡ дәүеренең аҙағына Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара, бының менән бергә бөтә Фивала төҙөлөш тә кәмей .
 
Амон-Ра биләмәһендә киң үҙгәртеүҙәрҙе һуңғыларҙан булып [[Нектанеб I]], Утыҙыҙынсы династияның беренсе фирғәүене йәйелдерә — ул бөтә биләмәне ҡамап тороусы оло диуарҙар күтәрә һәм хәҙерге ваҡытта биләмәгә кереү урыны булып хеҙмәт иткән Беренсе пилонды өҫтәй. Беренсе пилон тамамланмай ҡала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Карнак» битенән алынған