Флейта: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
=== Вистл ===
'''Вистл''' ([[Инглиз теле|англ]]. ''tin whistle'', һүҙмә-һүҙ «ҡалай һыҙғыртҡыс») —буй флейта, тыш яғынан алты тишек, [[Ирландия|Ирланди]]<nowiki/>я, [[Шотландия|Шотланди]]<nowiki/>я, [[Англия|Англи]]<nowiki/>я халыҡ музыкаһында киң ҡулланыла.
 
== Тарихы ==
Флейтаның беренсе төрө булып һыҙғыртҡыс тора. Ваҡыт үтеү менән унда бармаҡ өсөн ярыҡтар эшләй башлайҙар. Ябай һыҙғыртҡыс һыҙғыртҡыслы флейтаға әйләнә бара, төрлө музыка әҫәрҙәрен башҡарыу мөмкилеге тыуа. Беренсе археологик табылмалар б.э.т. 35 — 40 мең йыл элек булған, тип баһалана, шуҡа күрә иң боронғо музыка инструменттарынан һанала.
 
Буй флейта Египетта биш мең йыл элек билдәле булған, хәҙерге заманда ла Яҡын Көнсығышта төп тынлы инструмент. Европала XV—XVII бб. киң билдәле булған.
 
5-6 бармаҡлыҡ ярыҡлы арҡыры флейта Ҡытайҙа 3 мең йыл элек, Һиндостан менән Японияла — ике мең йылдан ашыу була.
 
XVII быуат аҙағына француз оҫталары тарафынан камиллаштырыла. XVIII быуат аҙағына арҡыры флейта буй флейтаны алмаштыра, симфоник оркестрҙарҙа һәм инструменталь ансамблдәрҙә төпләнә.
 
Хәҙерге заманда оркестрҙарҙа — ябай ҙур флейтала, һирәгерәк — альт флейтаһында, унан да һирәгерәк бас флейтаһында уйнайҙар.
 
== Билдәле флейтасылар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Флейта» битенән алынған