Берлин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
160 юл:
1949 йылдан һуң, ҡаланың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеүенең тәүге осоронда, бөтә төбәк төҙөлөш проекттарының иғтибарға лайыҡ ваҡиғаһы булып, архитекторҙарҙың уларҙы һанға һуҡмауы тора.
Мәҫәлән, 1965—1978 йылдарҙа булдырылған “Көнбайыш Берлин территорияһын файҙаланыу планы” бөтә Берлин территорияһының демографик гипотезаһын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ла. 1984 йылда ғына әлеге пландың яңы редакцияһында уның проект ҡарарҙары ҡәтғи рәүештә ҡаланың көнбайыш өлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелә һәм бөтә ҡала райондың, көнсығыш өлөштөң проблемаларына ҡағылмай.
Ошондай уҡ тенденция Көнсығыш Берлиндың генераль планын төҙөгәндә лә күҙәтелә. 1949 йылда ук төҙөлә башлаған ошо планда ла һәм “Ҙур Берлин территорияһын булдырыу планы”-нда ла (1955 йылда төҙөлә башлай) һүҙ берҙәм ҡала районы тураһында бара.
Көнсығыш Германияның халҡы баҫымы аҫтында Советтар Берлегенең ГДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылмауы һөҙөмтәһендә, 1989 йылда Берлин стенаһы емерелә. 1990 йылдың 3 октябрендә Германия Демократик Республикаһы Германия Федератив Республикаһының төп законына буйһона. Германия берҙәм илгә әйләнә. 1991 йылда  бундестаг, Берлинға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм шуның менән Германия хөкүмәтенең ҡайҙа урынлашыу бәхәсенә нөктә ҡуя. 1999 йылдың 1 сентябрендә Германия хөкүмәте һәм парламенты Берлинда үҙ эшенә тотона. Берлинда 147 илдең илселеге урынлашҡан.
== Дәүләт ҡоролошо ==
Законодар сығарыу органы—Депутаттар Палатаһы (''Abgeordnetenhaus''), 5 йылға һайланған 149 депутаттан тора, башҡарма орган - Сенат (''Senat'') - идара итеүсе бургомистрҙан (''Regierenden Bürgermeister'') һәм сенаторҙарҙан (''Senatoren'') тора, конституцион күҙәтеү органы— Берлин еренең суд эшмәкәрлеге (''Verfassungsgerichtshof des Landes Berlin''), юғары суд инстанцияһы — Камерный суд (''Kammergericht'').
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Берлин» битенән алынған