Берлин: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
72 юл:
'''Берли́н''' (немец телендә ''Berlin'') — [[Германия Федератив Республикаһы]]ның баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса [[Германия]]лағы иң ҙур ҡала. [[Лондон]]дан ҡала Берлин — [[Европа Берлеге]]ндәге икенсе иң ҙур ҡала.
'''Берли́н''' ({{lang-de|Berlin}} — Баш ҡалаһы [[Германия]]. Германияның халҡы күп булған иң ҙур ҡалаһы.
Берлин – майҙаны буйынса Европа Союзында бишенсе, халҡы буйынса, Лондондан ҡала икенсе урында тора.
Берлин - ФРГ составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала [[Шпрее]] (шул арҡала Берлинды «[[Шпреелағы Афина]]» тип тә йөрөтәләр) һәм [[Бранденбург]] федераль ерҙең үҙәгендәге [[Хафель]] йылғалары ярында урынлашҡан.
1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында [[Кёльн]] һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу датаһы аныҡ ҡына билдәле түгел. Кельндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»-дың тарихи исеме [[Нойкёльн ( Берлин округы)|Нойкёльн] районында сағылыш таба.
1417 йылдан [[Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығы]]- ның башҡалаһы Берлин, Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас, [[Пруссия]]-ның, [[Германия империя]] - һы булдырылғас уның баш ҡалаһы була.
Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.
Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойшмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.
Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.
Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылга тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның башҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бондан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.
Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт узелы. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, [[дипломат]] - тар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.
== Географияһы ==
Юл 183 ⟶ 127:
=== Король баш ҡалаһы ===
1701 йылда уҙған Фридрих I коронацияһы һөҙөмтәһендә Берлин Пруссияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1709 йылда Берлин, Кёльн, Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт ҡалалары ҡушыла. Ысынбарлыҡта улар күптән инде Берлин ҡалаһының өлөштәре, тип һаналып килгән була.
1760 йылдың 9 октябрендә ете йыллыҡ һуғыш (1756–1763 йылдар) ваҡытында Берлин, генерал граф З.Г. Чернышев етәкселегендәге рус корпусына капитуляция яһай. 4500 һалдат әсирлеккә алына. Рустарға 143 ҡорал, 1800 мылтыҡ һәм пистолет, 2 млн.-ға яҡын талер контрибуция трофей булып төшә. Шул ваҡытта ҡала властары тарафынан рус генералына бирелгән Берлиндың символик асҡысы әле лә Санкт-Петербургтың Ҡазан соборында һаҡлана. Берлинда дүрт көн торғандан һуң , Чернышев дошмандың ҡалаға яҡынайыуы тураһында хәбәр ала һәм корпусын ҡышҡы фатирҙарға күсерә.
1806 йылдың 14 октябрендә Йен һәм Ауэрштедт тирәһендә уҙған Наполеон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта Пруссия еңелә. Был Прус дәүләтендә мөһим роль уйнаған реформаларға килтерә. «Прус реформалары» иҡтисад һәм мәғариф үҫешенә ҙур этәргес була. 1806 йылдың ноябрендә француз ғәскәрҙәре Берлинға инә. 1806 йылдың 21 (9) ноябрендә Наполеон Англияға континенталь блокада иғлан итә.
1813 йылдың февралендә Наполеон армияһы ҡалдыҡтарын эҙәрлекләгәндә, рус ғәскәрҙәре [[ Александр Иванович|Чернышев]] етәкселегендә икенсе тапҡыр Берлинды ала. 1861 йылға Берлинға Веддинг, Моабит, Темпельхоф һәм Шёнеберг биҫтәләре ҡушыла.
=== Германия империяһы баш ҡалаһы һәм Веймар республикаһы ===
1871 йылда Берлин ҡабаттан ойошторолған Герман империяһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
1919 йылда Беренсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, Берлинда Веймар республикаһы иғлан ителә. Рәсми рәүештә дәүләт, Герман империяһы ваҡытындағы кеүек, «Герман рейх»-ы тип аталыуын дауам итә. 1920 йылда Зур Берлин барлыҡҡа килеүе тураһында закон сыға. Ул Берлин янындағы барлыҡ ҡалаларҙы, биҫтәләрҙе, ерҙәрҙе, округтарҙы үҙе тирәләй берләштерә. Бынан һуң Берлин халҡының һаны артып, 4 миллион кешенән ашып китә. Берлин Германияның эре сәнәғәт, фән һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнә.
=== Нацист Германияның баш ҡалаһы ===
1933 йылда хөкүмәт башына национал-социалисттар килеүе сәбәпле, Берлин Өсөнсө рейх баш ҡалаһы тип таныла. 1936 йылда ҡалала йәйге Олимпия уйындары уҙа һәм нацистар уларҙы пропаганда маҡсатында файҙалана. Альберт Шпеер етәкселегендә Берлинды буласаҡ “Германия донъяһы баш ҡалаһы” итеп төҙөүҙең генераль планы булдырыла. Был пландың тормошҡа ашмауына Икенсе Бөтә Донъя һуғышы сәбәпсе була. 1945 йылда бомбаға тотоуҙан, артиллерия утынан, урам һуғыштарынан ҡалаға ҙур зыян килә.
=== Тарҡалыуҙан берҙәмлеккә ===
[[Файл:Occupied Berlin.svg|200px|thumb|[[Четырёхсторонний статус Берлина|Зоны оккупации Берлина]]]]
Юл 196 ⟶ 146:
[[Файл:Berlinermauer.jpg|thumb|200px|[[Берлинская стена]]. Вид со стороны [[Западный Берлин|Западного Берлина]]]]
1945 йылда һуғыш тамамланғас, Берлиндың күп өлөшө емерек хәлдә була. Кызыл армия ҡаланы алып, Германия бер һүҙһеҙ тулы капитуляция иғлан иткәс, Берлин Бөтә Германия кеүек, сит ил идараһы аҫтындағы өс секторға бүленә. Көнбайыш Союздаштарҙың (АКШ, Бөйөк Британия) секторы ҡаланың көнбайыш өлөшөн, ә Советтар Берлегенең секторы көнсығыш өлөшөн ала. Шулай уҡ 1945 йылдың 26 июлендә ҡалала француз секторы булдырыла.
Көнбайыш Союздаштар менән Советтар Берлеге араһында булған ҡаршылыҡтар 1948-1949 йылдарҙа Көнбайыш Берлиндың иҡтисади блокадаһына килтерә. Унан сығыу, халыҡты тәьмин итеү өсөн һауа күпере тип аталған һауа юлы ойошторола. Ахыр сиктә был ҡаршылыҡтар оккупацияланған ерҙәрҙә ике Герман дәүләте ойоштороуға килтерә: башта - көнбайыш зонала Германия Федератив Республикаһы, һуңғараҡ - Германия Демократик Республикаһы (икеһе лә 1949 йылда)
1953 йылда Көнсығыш Берлинда хөкүмәткә ҡаршы, күпләп халыҡ ҡатнашҡан тулҡын уҙа. ГДР дәүләте һорауы буйынса, ул Советтар берлеге тарафынан баҫтырыла.
Көнбайыш Берлин “Көнбайыш витрина”- һына һәм юғары йәшәү кимәле, социаль яҡлауы, демократик иреге булған ҡалаға әйләнә.
Ул ваҡытта ФРГ үҙенең “ваҡытлыса баш ҡала”-һы итеп Бонн ҡалаһын, ГДР Көнсығыш Берлинды һайлай. Берлиндың көнсығышы һәм көнбайышындағы ҡаршылыҡтар көсәйеүе, 1961 йылда ҡаланы бүлеп, стена төҙөүгә сәбәпсе була. Уның инициаторы булып, социалистик ГДР тора.
Граждандарҙың бер территориянан икенсеһенә күсеүе сик контроль-үткәреүе буйынса ғына рөхсәт ителгән. 1971 йылда Көнбайыш Берлин буйынса, уның статусын көйләүсе дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1949 йылдан һуң, ҡаланың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеүенең тәүге осоронда, бөтә төбәк төҙөлөш проекттарының иғтибарға лайыҡ ваҡиғаһы булып, архитекторҙарҙың уларҙы һанға һуҡмауы тора.
Мәҫәлән, 1965—1978 йылдарҙа булдырылған “Көнбайыш Берлин территорияһын файҙаланыу планы” бөтә Берлин территорияһының демографик гипотезаһын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ла. 1984 йылда ғына әлеге пландың яңы редакцияһында уның проект ҡарарҙары ҡәтғи рәүештә ҡаланың көнбайыш өлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелә һәм бөтә ҡала райондың, көнсығыш өлөштөң проблемаларына ҡағылмай.
Ошондай уҡ тенденция Көнсығыш Берлиндың генераль планын төҙөгәндә лә күҙәтелә. 1949 йылда ук төҙөлә башлаған ошо планда ла һәм “Ҙур Берлин территорияһын булдырыу планы”-нда ла (1955 йылда төҙөлә башлай) һүҙ берҙәм ҡала районы тураһында бара.
Көнсығыш Германияның халҡы баҫымы аҫтында Советтар Берлегенең ГДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылмауы һөҙөмтәһендә, 1989 йылда Берлин стенаһы емерелә. 1990 йылдың 3 октябрендә Германия Демократик Республикаһы Германия Федератив Республикаһының төп законына буйһона. Германия берҙәм илгә әйләнә. 1991 йылда бундестаг, Берлинға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм шуның менән Германия хөкүмәтенең ҡайҙа урынлашыу бәхәсенә нөктә ҡуя. 1999 йылдың 1 сентябрендә Германия хөкүмәте һәм парламенты Берлинда үҙ эшенә тотона. Берлинда 147 илдең илселеге урынлашҡан.
== Дәүләт ҡоролошо ==
Законодар сығарыу органы—Депутаттар Палатаһы (''Abgeordnetenhaus''), 5 йылға һайланған 149 депутаттан тора, башҡарма орган - Сенат (''Senat'') - идара итеүсе бургомистрҙан (''Regierenden Bürgermeister'') һәм сенаторҙарҙан (''Senatoren'') тора, конституцион күҙәтеү органы— Берлин еренең суд эшмәкәрлеге (''Verfassungsgerichtshof des Landes Berlin''), юғары суд инстанцияһы — Камерный суд (''Kammergericht'').
== Административ бүленеш ==
[[Файл:Berlin.svg|right|thumb|250px|Административное деление Берлина]]
Берлин Германия составындағы 16 ерҙең береһе. 12 административ ({{lang-de|Bezirk}}) округка һәм уға ингән 95 районға ({{lang-de|Ortsteil}}) бүленә.
Райондарға статистик маҡсаттан дүрт һанлы индентификация һандары бирелгән. Беренсе ике һаны округты билдәләй. Райондарҙан тыш, Берлин шулай уҡ “статистик территориялар”- ға ({{lang-de|Statistisches Gebiet}}) бүленгән. Улар кеше йәшәгән райондарға торошло була һәм өс һанлы номер менән билдәләнә. Статистик территориялар миҫалына [[Шёнеберг]] районының Бавария кварталын индерергә була (райондың күпселек урамдары Бавария ҡалаларының исемен йөрөтә). Статистик территориялар райондар менән тура килмәҫкә лә мөмкин, мәҫәлән, Рудов статистик территорияһы Рудов һәм Громиусштадт райондарында урынлашҡан.
== Дин ==
Дингә ышаныусыларҙың күбеһе— лютерандар, эре лютеран деноминацияһы— Берлин-Бранденбург-Силезий Үрге Лужицаның (''Evangelische Kirche Berlin-Brandenburg-schlesische Oberlausitz'') Евангелий Сиркәүе .
== Халҡы==
''Берлина халҡы ref>[http://world-gazetteer.com/wg.php?x=&men=gpro&lng=en&dat=32&geo=-4&srt=npan&col=aohdq&pt=c&va=&geo=513091338 World Gazetteer: Berlin— profile of geographical entity including name variants]</ref>:
Юл 229 ⟶ 190:
Берлин метрополияһында 3 950 887 кеше 5370 квадрат саҡрым майҙанлы территорияла йәшәй. Төбәктә халыҡ тығыҙлығы 1 квадрат метрға 736 кешегә барып етә, ә ҡаланан ситтә бер квадрат метрға яҡынса 123 кеше тәшкил итә. Берлинлыларҙың уртаса йәше 41,7 йыл. Бында 185 дәүләттән килгән яҡынса 450 900 сит ил кешеһе йәшәй. Шулай итеп, ситтән килеүселәр Берлин халҡының 14 процентын тәшкил итә. Уларҙың 36 000 гражданы Польшанан, яҡынса 119 000-ы Төркиәнән. Берлин Европалағы этник төрөктәр общинаһының иҫәбе буйынса Төркиәнән ҡала икенсе урында тора. 60 процент төрөк немец гражданлығы алған. Рус телле халыҡ яҡынса 3 процент. Улар, социаль торлаҡлы, күп ҡатлы йорттарҙан торған Марцан и Хеллерсдорф райондарында йәшәй.
Статистик мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 60 процент Берлин халҡы бер дини ойошманың да ағзаһы булып тормай. 22 проценты – Евангелий христианы, 9 проценты – католик, 6 проценты- ислам динен тота.
Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күберәк. 50 проценттан ашыу берлинлы ғаиләһеҙ йәшәй. Фатир арендаһы һәм түләүҙәренә әҙерәк түләү өсөн өйҙәш менән тороу ғәҙәти күренеш һанала. Ир менән ҡатын айырым йәшәгән ғаиләләр киң таралған.
== Иҡтисад ==
Берлин— Германияла ғына түгел, ә бөтә Евро Союзда иң эре иҡтисади-финанс үҙәге. Радиоэлектрон сәнәғәт, [[машиностроение]], транспорт төҙөлөшө үҫешкән. Ҡала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып һанала.
20009 йылда Берлиндың [[эске тулайым продукт]]-ы €90,1 млрд тәшкил иткән. <ref>{{cite news url=http://de.reuters.com/article/topNews/idDEBEE51O0CG20090225|title=Exporteinbruch stürzt deutsche Wirtschaft in die Krise|work=[[Reuters]]|accessdate=19 August 2008|language=German}}</ref>.
Ул 2008 йыл менән сағыштырғанда 1,7%-ҡа артҡан <ref>[http://www.berlin.de/imperia/md/content/sen-wirtschaft/konjunkturdaten/a_03.pdf?start&ts=1272613011&file=a_03.pdf Konjunkturdaten], Berlin.de, Abgerufen am 9. Juni 2010</ref>. }}</ref>. Берлинда эшһеҙлек кимәле юғары. 2010 йылдың майында 13,6 %, бөтә ил буйынса 7,7 % булған. Яҡынса 17 % халыҡ Социаль кодексҡа ярашлы ярҙам ала<ref>''[http://www.morgenpost.de/wirtschaft/article1317547/Arbeitslosigkeit-in-Berlin-geht-zurueck.html Arbeitslosigkeit in Berlin geht zurück.]'' In: ''[[Berliner Morgenpost]]', abgerufen am 1. Juni 2010.''</ref>.
Берлиндың яҡынса 80 % компанияһы хеҙмәтләндереү секторында эшләй.
== Инфраструктураһы ==
[[Файл:U-Bahn Berlin Platz der Luftbrücke Bahnsteighalle.jpg|200px|thumb|Одна из станций [[Берлинский метрополитен|Берлинского метрополитена]]]] [[Файл:Flexitityberlin.jpg|200px|thumb|[[Берлинский трамвай]]]]
Берлин— эре транспорт
Берлинда 5334 саҡрым юл, шуларҙың 66 саҡрымы магистраль, 979 күпер бар.
Урындағы йәмәғәт транспортын [[BVG]] и Deutsche Bahn компаниялары тәьмин итә. Ул 1626 саҡрым автобус маршрутына, 187 саҡрым трамвай линияһына, 150 саҡрым [[Берлин метрополитене]-на һәм 328 саҡрым ҡала тимер юлына эйә. 2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына ҡарата яңы тимер юл вокзалы асыла.
Берлинды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Бранденбург федераль ере сигендә урынлашҡан [[Берлин-Тегель ]] һәм 2010 йылда 15,7 млн кеше файҙаланған [[Берлин-Шёнефельд]] аэропорты.,].
[[Берлин метрополитен]]-е ({{lang-de|U-Bahn Berlin}})— ҡаланың мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул 1902 йылда асыла. Бөгөн метро 151,7 саҡрымлыҡ юлы һәм 173 станцияһы булған төп 9 линияға эйә. Иң оҙон линия — U7, уның оҙонлоғо 32 саҡрым. Ул Германияның иң оҙон ер аҫты юлы булып һанала. U4 линияһы иң ҡыҫҡаһы, бары тик 3 саҡрымлыҡ ҡына. 2003 йылдан алып U4 линияһынан башҡа бөтө маршруттарға ла төнгө линиялар индерелә. Юлдың 80 % -ы ер аҫтында.
[[Берлин ҡала электричкаһы]] ({{lang-de|S-Bahn Berlin}})—йәмәғәт транспортының бер төрө. Берлин ҡала электричкаһының тимер юлы селтәре 331 саҡрым оҙонлоҡта, 166 станцияға эйә. Тимер юл селтәренең үҙәк өлөшө өс магистральдән тора:''Stadtbahn'' — көнбайыштан көнсығышҡа үтә, ер аҫты һәм өҫтө юлдары бар; ''Nord-Süd Bahn'' — төнъяҡтан көньяҡҡа, күбеһенсә туннельдән үтә; ''Ringbahn'' — түңәрәк маршрут.
Берлинда шулай уҡ [Берлин трамвай линияһы]]-ла бар ({{lang-de|Straßenbahn Berlin}}). Ул донъялағы иң эре һәм боронғо трамвай системаһы. Ҡалала тәүге трамвай линияһы 1865 йылда уҡ барлыҡҡа килә. 1967 йылда [[Көнбайыш Берлинда]] һуңғы трамвай линияһы ябылып, өҫтөнлөк метрополитенды үҫтереүгә бирелә. [[Көнсығыш Берлинда]] иһә киреһенсә, трамвай элемтәһе әүҙем үҫешә. [[Германия]] берләштерелгәс, көнсығыш һәм көнбайыш транспорт системаһы ла ҡушыла. 1994 йылда Берлин власы трамвай хужалығын модернизацияларға хәл итә. Бөгөн был селтәр 293, 7 саҡрым рельстан, 374 туҡталыштан һәм 22 маршруттан тора.<ref>[http://www.bvg.de/index.php/de/binaries/asset/download/889000/file/1-1 Fahrinfo — BVG.de]</ref>.
== Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындар ==
[[Файл:Berlin, Mitte, Lustgarten, Dom.jpg|thumb|200px|[[Берлинский кафедральный собор|Берлинский собор]]]]
Ҡала үҙенең урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап ҡала алған.
20 быуат башында төҙөлөш айырыуса киң үҫеш ала. 1920 йылда «Ҡала төҙөүҙең төп принциптары» тип аталған күргәҙмәлә Берлин үҙе ынтылған Европа ҡалаһы үрнәген күрһәтә. Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, емерелгән тарихи урындар, һәйкәлдәр ҡабат терегеҙелә һәм уларға өҫтәп, яңылары төҙөлә. Мәҫәлән: көнсығышта — Лихтенберг һәм Марцан, көнбайышта — Меркишес Фиртель райондары. Элекке төҙөлөштәрҙән Берлинда Опера театры, Ҡыҙыл ратуша, Бельвю һарайы, Бранденбург ҡапҡалары, Изге Мария сиркәүе, Рейхстаг (1999 йылда яңынан төҙөлә) һакланып ҡалған.
Брайтшайдтплатц майҙанында император Вильгельм сиркәүе харабалары һуғышты иҫкәртеүсе һәйкәл булараҡ һаҡланған.
Трептов паркында Берлин өсөн көрәштә һәләк булған Совет армияһы яугирҙәренә бағышланған тарихи мемориаль зыярат урынлашҡан. Унда мавзолей һәм азат итеүсе яугиргә һәйкәл дә бар (скульпторы Е.В. Вучетич). Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы яңы төҙөлөштәргә төрлө милләт архитекторҙар коллективы төҙөгөн Ганза кварталын, Олимпия кварталы янындағы торлаҡ кварталды (архитекторы Ле Корбюзье,) Карл-Маркс-аллеяһын, Берлин филармонияһын, Яңы милли галереяны (архитекторы Л. Мис ван дер Роэ) һ.б. индерергә була.
Берлиндың визит карточкаһы булып, бөтә донъяға билдәле [[Бранденбург ҡапҡаһы]] һәм [[Еңеү колоннаһы]] тора. Әммә ҡаланың быларҙан тыш та, Германяның толерантлығын, асыҡлығын күрһәтеүсе сағыу символы бар -[[United Buddy Bears|берлин айыуы]].
=== Берлин парктары ===
[[Файл:Berlin Tiergarten Siegessäule Luftansicht.jpg|200px|thumb|Центральный парк [[Большой Тиргартен]]]]
Ҡаланың көнбайышын һәм көньяҡ-көнсығышын киң урмандар алып тора. Һәр урам тиерлек ағастар менән биҙәлгән. Шуға күрә Берлинды Германияның иң йәшел метрополияһы тип әйтергә була. Бында 2500-ҙән артыҡ парк һәм ял итеү урыны бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 5500 гектар. Парктар, урмандар, йылғалар, күлдәр һәм каналдар ҡала майҙанынынң
Ҡала уртаһында Тиргартен паркы урынлашҡан. Ул 500 йыл дауамында ҡаланың иң оло һәм ҙур (210 гектар) паркы булып һанала.
Тиргартен паркынан тыш, Трептов паркы ла ҙур майҙанды алып тора. Ул 1876—1882 йылдарҙа Берлиндың беренсе бакса төҙөлөшө директоры Иоганн Генрих Густав Мейер етәкселегендә төҙөлә. 1896 йылда Трептов-паркында һөнәрселек күргәзмәһе үтә.
Берлин ботаника баҡсаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ҡаланың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм ҡала халҡы араһында ял итеү урыны булараҡ популяр.
Бынан тыш, Берлинда ике зоопарк бар: Берлин зоология баҡсаһы һәм Фридрихсфельде. 1844 йылда нигеҙ һалынған Берлин зоопаркы Германияла иң боронғоларҙан һанала һәм ул иң ҙур коллекцияға эйә (14000 хайуан, 1500 төр). Икенсе зоопарк Көнсығыш Германияла төҙөлә һәм майҙаны буйынса Европала иң ҙур зоопарк булып иҫәпләнә (160 гектар).
Көнсығыш-көнбайыш юл һәм 17 июнь урамы киҫешендә [[Еңеү колоннаһы]] бар. Уның бейеклеге 69 метр, 1864—1873 йылдарҙа төҙөлгән, 285 баҫҡыслы, унан Берлин панорамаһы яҡшы күренә.
=== Музейҙар ===
[[Файл:Bodemuseum - Front.jpeg|200px|thumb|[[Музей Боде]]]]
Берлин
Берлин дәүләт музейҙарының үҙенсәлеге — һәр четверг 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем инеү бушлай.
[[Иҫке милли галерея]] боронғо Рим храмына оҡшаған зданиела урынлашҡан. Бында төрлө художество йүнәлештәре — [[реализм]], [[импрессионизм]], [[дадаизм]], [[экспрессионизм]] тупланған. Баҫҡыста бронза «Бейеүсе» [[Георг Кольбе]] тора, залда [Шмидт-Ротлуф, Карл]], [[Кирхнер, Эрнст Людвиг]], [[Мюллер, Отто (художник)]] һүрәттәре күргәҙмәгә ҡуйылған.
=== Театрҙар ===
[[Файл:Konzerths 3a.jpg|200px|thumb|[[Берлинский драматический театр]]]]
Театрҙар араһында : [[Немец операһы]], [[Берлин дәүләт операһы]], [[Комиш опер]],
Театр тормошо Берлинда бер ваҡытта ла туҡтап тормай. Уға сәйәси ваҡиғалар ҙа, һуғыш та кәртә була алмай. Ул хатта бүленгән ике ҡаланы берләштереүсе лә булып тора.
=== Башҡа иҫтәлекле урындар ===
Берлин үҙәгенән 30 минут алыҫлыҡта урынлашҡан [[Ҙур Ванзее]
күлендәге пляж
Берлин территорияһында урынлашҡан иң ҙур урман
== Мәғариф һәм фән ==
[[Файл:Humboldt Universitaet Berlin.jpg|thumb|200px|[[ Гумбольдт исемендәге Берлин университеты]]]]
Берлиндың
Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында [[Берлин ирекле университеты]] асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған [[ Макс Планк ойошмаһы]] булдырыла.
Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.
== Туғандаш ҡалалар ==
{| cellpadding="10"
Юл 304 ⟶ 289:
== Астрономияла ==
* Берлин хөрмәтенә
== Примечания ==
{{Примечания|2}}
|