Берлин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
37.122.104.50 ҡулланыусыһының (фекер алышыу) 546861 үҙгәртеүенән баш тартыу
1 юл:
{{ТП
| статусы = ҡала
|статус = Ҡала
| баҡортса исеме = Берлин
| оригинальбашҡортса исеме = {{lang-de|Berlin}} Берлин
|төп һүрәтисеме = Berlin Montage 4.jpg
| ил = Германия
| гербыгерб = Coat of arms of BerlinCoat_of_arms_of_Berlin.svg
| флагыфлаг = Flag of BerlinFlag_of_Berlin.svg
|герб киңлеге =
|гербының һүрәтләнеше = Берлин гербы
|флаг киңлеге =
|флагының һүрәтләнеше = Берлин флагы
|lat_deg = 52|lat_min = 31|lat_sec =
| гербтың киңлеге =
|lon_deg = 13|lon_min = 23|lon_sec =
| флагтың киңлеге =
|CoordAddon = type:city
| lat_deg = 52 |lat_min = 31 |lat_sec =
|CoordScale =
| lon_deg = 13 |lon_min = 23 |lon_sec =
|ЯндексКарта =
| CoordAddon = type:city
|ил CoordScaleкартаһы = 200
|регион картаһы = 0
| ил картаһының дәүмәле = 200
|район картаһы =
| төбәк картаһының дәүмәле= 0
|ил картаһының дәүмәле =
|регион картаһының дәүмәле =
|район картаһының дәүмәле =
|регион төрө = Федераль ер
| төбәк төрө = Германия ерҙәре{{!}}Ер
| төбәкрегион = Берлин
|теҙмәләге төбәк таблицаларегион = Берлин
| район төрө =
| район =
|теҙмәләге район таблицала =
|урынлашыу төрө =
| община төрө=
| общинаурынлашыу =
|теҙмәләге урынлашыу =
| община таблицала =
| эске бүленешбүленеү = 12 округ, 96 район
| башлыҡ төрө = Идара итеүсе бургомистр
| башлыҡ = [[Мюллер, Михаэль|МихаэльКлаус Мюллер]]Воверайт
| нигеҙ һалынғанһалыныу =
|беренсе тәүге иҫкәтелгә алыу = 1170 йыл1251
| элекке исемдәре =
| статус с(башлап) = 1280 йыл
|майҙан = 891,85
| майҙаны = 891,85<ref>Statistische Ämter des Bundes und der Länder: [http://www.statistik-portal.de/Statistik-Portal/de_jb01_jahrtab1.asp Gebiet und Bevölkerung – Fläche und Bevölkerung], Stand: 2. April 2012. Abgerufen am 7. Januar 2013.</ref>
| бейеклек төрө = высота диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклекНУМ
|ТП үҙәгенең бейеклеге = 34-115
| халыҡ йәшәгән үҙәк бейеклеге = 34—115<ref>{{cite web|title=Teufelsberg (Abandoned spy station)|url=http://www.abandonedberlin.com/2010/06/teufelsberg-abandoned-spy-station.html|work=Abandoned Berlin|publisher=Google, Inc|accessdate=4 December 2012|author=DER IRISCHE BERLINER|date=1|month=June|year=2010}}</ref>
| климат =
| рәсми телетел = немец
|рәсми тел-ref =
| халҡы = {{рост}}3 469 800<ref>Amtes für Statistik Berlin-Brandenburg.
|халыҡ = 3 440 441
Bevölkerungsstand in Berlin am 30. November 2014.
|иҫәп алыу йылы = 31.03.2010
[https://www.statistik-berlin-brandenburg.de/Publikationen/OTab/2014/OT_A01-10-00_124_201311_BE.pdf]
|тығыҙлыҡ = 3818
</ref>
|агломерация =
| иҫәп алыу йылы = 2013
|милли состав = немецтар
| тығыҙлығы = 3834
|конфессия составы =
| агломерация = 4 416 123
|этнохороним =
| милли состав =
|ваҡыт бүлкәте = +1
| конфессиональ состав =
|DST = бар
| этнохороним = берлинлылар, берлинец, берлинка
|почта индексы =
| сәғәт бүлкәте = +1
|почта индекстары = 10001—14199
|Йәйге ваҡыт = бар
| телефон коды = +49 30
|автомобиль коды = B
| почта индексы = 10001—14199
|танымлаусы төрө =
| автомобиль коды = B
|һансал танымлаусы =
| идентификатор төрө =
|Commons-тағы категория = Berlin
| һанлы идентификатор =
| сайт = http://www.berlin.de/
| сайт теле =
| сайт теле 2 =
| сайт теле 3 =
| сайт теле 4 =
| сайт теле 5 =
|add1n = ҡәрҙәш ҡалалар
|add1 = [[Лос-Анджелес]], [[Будапешт]], [[Токио]],
[[Париж]], [[Брюссель]], [[Буенос-Айрес]],
[[Мадрид]], [[Джакарта]], [[Прага]],
[[Стамбул]], [[Ташкент]], [[Виндхук]],
[[Мәскәү]], [[Мехико]], [[Лондон]],
[[Варшава]], [[Пекин]]
|add2n =
|add2 =
|add3n =
|add3 =

'''Берли́н''' (немец телендә ''Berlin'') — [[Германия Федератив Республикаһы]]ның баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса [[Германия]]лағы иң ҙур ҡала. [[Лондон]]дан ҡала Берлин — [[Европа Берлеге]]ндәге икенсе иң ҙур ҡала.
'''Берли́н''' ({{lang-de|Berlin}}
Баш ҡалаһы [[Германия]]. Германияның халҡы күп булған иң ҙур ҡалаһы.
Берлин – майҙаны буйынса Европа Союзында бишенсе, халҡы буйынса, Лондондан ҡала икенсе урында тора.
Берлин - ФРГ составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала [[Шпрее]] (шул арҡала Берлинды «[[Шпреелағы Афина]]» тип тә йөрөтәләр) һәм [[Бранденбург]] федераль ерҙең үҙәгендәге [[Хафель]] йылғалары ярында урынлашҡан.
1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында [[Кёльн]] һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу датаһы аныҡ ҡына билдәле түгел. Кельндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»-дың тарихи исеме [[Нойкёльн ( Берлин округы)|Нойкёльн] районында сағылыш таба.
1417 йылдан [[Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығы]]- ның башҡалаһы Берлин, Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас, [[Пруссия]]-ның, [[Германия империя]] - һы булдырылғас уның баш ҡалаһы була.
Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.
Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойшмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.
Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.
Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылга тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның башҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бондан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.
Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт узелы. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, [[дипломат]] - тар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.
== Географияһы ==
Берлин Германияның көнсығышында, Польша сигеннән 70 саҡрым йыраҡлыҡта ята.
Берлин тулыһынса Бранденбург федераль ерендә урынлашҡан, үзе лә федераль ер хоҡуҡтарына эйә. Ҡаланың тарихи үҙәге уйһыу ерҙә Шпрее йылғаһы туғайының Барним һәм Тельтов ҡалкыулыҡтары араһында ята. Хәҙерге ҡаланың байтаҡ ҙур өлөшө шул ике ҡалҡыулыҡта урынлашҡан: Барнимда – Райникендорф, Панков, Лихтенберг һәм Марцан-Хелерсдорф, ә Тельтов ҡалҡыулығында - Шарлоттенбург-Вильмерсдорф, Штеглиц-Целендорф, Темпельхоф-Шёнеберг, Нойкёльн.
{{күрше ҡалалар
| город = Берлина
| источник =<ref name="trans">{{cite web
| url = http://www.lardi-trans.com/distance/
| title = Расчёт расстояний между городами
| publisher = Транспортная компания «КСВ 911»
| author =
| date = 2014-12-25
| accessdate =
| archiveurl =
| archivedate =
}}</ref>
| северо-запад = {{Флаг Германии}}[[Гамбург]] ~ 279 км
| север = {{Флаг Германии}}[[Росток]] ~ 223 км
| северо-восток = {{Флаг Польши}}[[Гданьск]] ~ 481 км
| запад = {{Флаг Нидерландов}} [[Амстердам]] ~ 663 км
[[Гаага]] 714 км
| восток = {{Флаг Польши}}[[Варшава]] ~ 625 км
{{Флаг Белоруссии}}[[Минск]] ~ 1127 км />{{Флаг России}}[[Москва]] ~ 1662 км /{{Флаг России}}[[Новосибирск]] ~ 4909 км /{{Флаг России}}[[Иркутск]] ~ 6745 км /{{Флаг России}}[[Хабаровск]] ~ 9987 км
| юго-запад = {{Флаг Германии}}[[Франкфурт-на-Майне]] ~ 578 км
{{Флаг Франции}}[[Лион]] ~ 1213 км /{{Флаг Испании}}[[Мадрид]] ~ 2376 км /{{Флаг Португалии}}[[Лиссабон]] ~ 2887 км| юг = {{Флаг Германии}}[[Мюнхен]] ~ 689 км
{{Флаг Италии}} [[Венеция]] ~ 1215 км
| юго-восток = {{Флаг Польши}}[[Краков]] ~ 570 км
{{Флаг Украины}}[[Львов]] ~ 910 км /{{Флаг России}} [[Ростов-на-Дону]] ~ 2338 км

=== Климаты===
Ҡала уртаса климат зонаһында урынлашҡан. Йылдың уртаса температураһы +9,2°C тәшкил итә. Иң йылы айҙар булып – +16,6 – нан +18,4°C уртаса тәүлек температураһына эйә булған июнь, июль, август айҙары һанала. Ә иң һыуыҡ айҙар – 1,3°C уртаса тәүлек температуралы декабрь, ғинуар, февраль. Ҡышҡыһын ҡалалағы температура яҡын тирә-яҡҡа ҡарағанда уртаса 2-3 градусҡа юғарыраҡ була.

== ТарихыИҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{main|Берлин тарихы}}
[[Файл:Memhardt Grundriß der Beyden Churf. Residentz Stätte Berlin und Cölln 1652 (1888).jpg|200px|thumb|Карта Берлина и [[Кёльн (Берлин)|Кёльна]] середины [[XVII век]]а]]
=== Барлыҡҡа килеүе ===
Берлин, Берлин һәм Кёльн парлы ҡалаларҙан барлыҡҡа килә. Кёльн Шпрее йылғаһының утрауында, ә Берлин уға ҡаршы көнсығыш ярҙа урынлашҡан. Кёльн беренсе тапҡыр 1237 йылда, Берлин 1244 йылда телгә алына. 1307 йылда ҡалалар ҡушылып, уртаҡ ратуша (ҡала идараһы) төҙөлә. «Берлин» һүҙенең килеп сығыуы тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй: ул полаб теленең berl/birl (һаҙлыҡ) һүҙенән барлыҡҡа килгән, тигән версия ла бар. Әммә Германияла башҡаса фекер йөрөтәләр, мәҫәлән, Теодор Целль (Theodor Zell) ҡала исемен “айыу” (Bär) һүҙенән килеп сыҡҡан, тип һанай. Билдәле булыуынса, кәмендә 1280 йылдан алып, айыу Берлин ҡалаһының символы ла булып тора.

Курфюрсттарҙың ҡала-резиденцияһы
1415 йылда курфюрст Фридрих I Бранденбург маркграфлығына нигеҙ һала һәм 1440 йылға тиклем унда идара итә. Шул саҡтан башлап, 1918 йылға тиклем Берлинда Гогенцоллерннар династияһы ағзалары етәкселек итә. Башта Бранденбург ере маркграфтары, аҙак Пруссия королдәре буларак һәм, ниһайәт, Герман императорҙары (кайзерҙар) булып. Ҡала халкы идаралағы үҙгәрештәрҙе гел генә ыңғай яҡтан ҡабул итмәй. Мәсәлән, 1448 йылда Тимер Фридрих II-нең курфюрст замогын төҙөүенә каршы халыҡ тулҡыны билдәле була. Әммә был протест уңышҡа ирешмәй, а халыҡ үҙ сиратында күп кенә иҡтисади һәм сәйәси иректәрҙән мәхрүм ителә. 1451 йылда Берлин бранденбург маркграфтарының һәм курфюрстарының ҡала-резиденцияһы, тип иғлан ителә һәм ирекле сауҙа ҡалаһы статусын юғалта. 1618 йылдан алып, 1648 йылга тиклем барған утыҙ йыллыҡ һуғыш ҡалаға ҙур зыян килтерә: биналарҙың өстән бер өлөшө емерелә, халыҡ һаны яртылаш кәмей. 1640 йылда Бөйөк Бранденбург курфюрсты тип танылған Фридрих Вильгельм атаһынан идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. Уның сәйәсәте иммиграцияны яҡлай һәм дини толерантлыҡҡа хас була. Идара итеүенең икенсе йылында уҡ ул Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт биҫтәләренә нигеҙ һала.
1671 йылда Фридрих Вильгельм Австриянан килгән 50 йәһүд ғаиләһен үҙ ерендә һыйындыра. 1685 йылда Потсдам эдикты менән Бранденбургка француз гугеноттарын саҡыра. 15 000- дән ашыу француз килә һәм 6 000 -е Берлинда йәшәргә ҡала. 1700 йылдарҙа Берлин халкының 20%-ын француздар тәшкил итә. Францияның мәҙәни тәьҫире лә ғәйәт ҙур була. Шулай уҡ ҡалала Богемиянан, Польшанан һәм Зальцбургтан килгән иммигранттар һаны ла ҙурая.
=== Король баш ҡалаһы ===
1701 йылда уҙған Фридрих I коронацияһы һөҙөмтәһендә Берлин Пруссияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1709 йылда Берлин, Кёльн, Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт ҡалалары ҡушыла. Ысынбарлыҡта улар күптән инде Берлин ҡалаһының өлөштәре, тип һаналып килгән була.
1760 йылдың 9 октябрендә ете йыллыҡ һуғыш (1756–1763 йылдар) ваҡытында Берлин, генерал граф З.Г. Чернышев етәкселегендәге рус корпусына капитуляция яһай. 4500 һалдат әсирлеккә алына. Рустарға 143 ҡорал, 1800 мылтыҡ һәм пистолет, 2 млн.-ға яҡын талер контрибуция трофей булып төшә. Шул ваҡытта ҡала властары тарафынан рус генералына бирелгән Берлиндың символик асҡысы әле лә Санкт-Петербургтың Ҡазан соборында һаҡлана. Берлинда дүрт көн торғандан һуң , Чернышев дошмандың ҡалаға яҡынайыуы тураһында хәбәр ала һәм корпусын ҡышҡы фатирҙарға күсерә.
1806 йылдың 14 октябрендә Йен һәм Ауэрштедт тирәһендә уҙған Наполеон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта Пруссия еңелә. Был Прус дәүләтендә мөһим роль уйнаған реформаларға килтерә. «Прус реформалары» иҡтисад һәм мәғариф үҫешенә ҙур этәргес була. 1806 йылдың ноябрендә француз ғәскәрҙәре Берлинға инә. 1806 йылдың 21 (9) ноябрендә Наполеон Англияға континенталь блокада иғлан итә.
1813 йылдың февралендә Наполеон армияһы ҡалдыҡтарын эҙәрлекләгәндә, рус ғәскәрҙәре [[ Александр Иванович|Чернышев]] етәкселегендә икенсе тапҡыр Берлинды ала. 1861 йылға Берлинға Веддинг, Моабит, Темпельхоф һәм Шёнеберг биҫтәләре ҡушыла.
=== Германия империяһы баш ҡалаһы һәм Веймар республикаһы ===
1871 йылда Берлин ҡабаттан ойошторолған Герман империяһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
1919 йылда Беренсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, Берлинда Веймар республикаһы иғлан ителә. Рәсми рәүештә дәүләт, Герман империяһы ваҡытындағы кеүек, «Герман рейх»-ы тип аталыуын дауам итә. 1920 йылда Зур Берлин барлыҡҡа килеүе тураһында закон сыға. Ул Берлин янындағы барлыҡ ҡалаларҙы, биҫтәләрҙе, ерҙәрҙе, округтарҙы үҙе тирәләй берләштерә. Бынан һуң Берлин халҡының һаны артып, 4 миллион кешенән ашып китә. Берлин Германияның эре сәнәғәт, фән һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнә.
=== Нацист Германияның баш ҡалаһы ===
1933 йылда хөкүмәт башына национал-социалисттар килеүе сәбәпле, Берлин Өсөнсө рейх баш ҡалаһы тип таныла. 1936 йылда ҡалала йәйге Олимпия уйындары уҙа һәм нацистар уларҙы пропаганда маҡсатында файҙалана. Альберт Шпеер етәкселегендә Берлинды буласаҡ “Германия донъяһы баш ҡалаһы” итеп төҙөүҙең генераль планы булдырыла. Был пландың тормошҡа ашмауына Икенсе Бөтә Донъя һуғышы сәбәпсе була. 1945 йылда бомбаға тотоуҙан, артиллерия утынан, урам һуғыштарынан ҡалаға ҙур зыян килә.
=== Тарҡалыуҙан берҙәмлеккә ===
[[Файл:Occupied Berlin.svg|200px|thumb|[[Четырёхсторонний статус Берлина|Зоны оккупации Берлина]]]]
[[Файл:Potsdamer Platz 1945.jpg|thumb|200px||thumb|[[Потсдамская площадь]] и [[Колумбус-хаус]] в 1945 году]]
[[Файл:Berlinermauer.jpg|thumb|200px|[[Берлинская стена]]. Вид со стороны [[Западный Берлин|Западного Берлина]]]]
1945 йылда һуғыш тамамланғас, Берлиндың күп өлөшө емерек хәлдә була. Кызыл армия ҡаланы алып, Германия бер һүҙһеҙ тулы капитуляция иғлан иткәс, Берлин Бөтә Германия кеүек, сит ил идараһы аҫтындағы өс секторға бүленә. Көнбайыш Союздаштарҙың (АКШ, Бөйөк Британия) секторы ҡаланың көнбайыш өлөшөн, ә Советтар Берлегенең секторы көнсығыш өлөшөн ала. Шулай уҡ 1945 йылдың 26 июлендә ҡалала француз секторы булдырыла.
Көнбайыш Союздаштар менән Советтар Берлеге араһында булған ҡаршылыҡтар 1948-1949 йылдарҙа Көнбайыш Берлиндың иҡтисади блокадаһына килтерә. Унан сығыу, халыҡты тәьмин итеү өсөн һауа күпере тип аталған һауа юлы ойошторола. Ахыр сиктә был ҡаршылыҡтар оккупацияланған ерҙәрҙә ике Герман дәүләте ойоштороуға килтерә: башта - көнбайыш зонала Германия Федератив Республикаһы, һуңғараҡ - Германия Демократик Республикаһы (икеһе лә 1949 йылда)
1953 йылда Көнсығыш Берлинда хөкүмәткә ҡаршы, күпләп халыҡ ҡатнашҡан тулҡын уҙа. ГДР дәүләте һорауы буйынса, ул Советтар берлеге тарафынан баҫтырыла.
Көнбайыш Берлин “Көнбайыш витрина”- һына һәм юғары йәшәү кимәле, социаль яҡлауы, демократик иреге булған ҡалаға әйләнә.
Ул ваҡытта ФРГ үҙенең “ваҡытлыса баш ҡала”-һы итеп Бонн ҡалаһын, ГДР Көнсығыш Берлинды һайлай. Берлиндың көнсығышы һәм көнбайышындағы ҡаршылыҡтар көсәйеүе, 1961 йылда ҡаланы бүлеп, стена төҙөүгә сәбәпсе була. Уның инициаторы булып, социалистик ГДР тора.
Граждандарҙың бер территориянан икенсеһенә күсеүе сик контроль-үткәреүе буйынса ғына рөхсәт ителгән. 1971 йылда Көнбайыш Берлин буйынса, уның статусын көйләүсе дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1949 йылдан һуң, ҡаланың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеүенең тәүге осоронда, бөтә төбәк төҙөлөш проекттарының иғтибарға лайыҡ ваҡиғаһы булып, архитекторҙарҙың уларҙы һанға һуҡмауы тора.
Мәҫәлән, 1965—1978 йылдарҙа булдырылған “Көнбайыш Берлин территорияһын файҙаланыу планы” бөтә Берлин территорияһының демографик гипотезаһын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ла. 1984 йылда ғына әлеге пландың яңы редакцияһында уның проект ҡарарҙары ҡәтғи рәүештә ҡаланың көнбайыш өлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелә һәм бөтә ҡала райондың, көнсығыш өлөштөң проблемаларына ҡағылмай.
Ошондай уҡ тенденция Көнсығыш Берлиндың генераль планын төҙөгәндә лә күҙәтелә. 1949 йылда ук төҙөлә башлаған ошо планда ла һәм “Ҙур Берлин территорияһын булдырыу планы”-нда ла (1955 йылда төҙөлә башлай) һүҙ берҙәм ҡала районы тураһында бара.
Көнсығыш Германияның халҡы баҫымы аҫтында Советтар Берлегенең ГДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылмауы һөҙөмтәһендә, 1989 йылда Берлин стенаһы емерелә. 1990 йылдың 3 октябрендә Германия Демократик Республикаһы Германия Федератив Республикаһының төп законына буйһона. Германия берҙәм илгә әйләнә. 1991 йылда  бундестаг, Берлинға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм шуның менән Германия хөкүмәтенең ҡайҙа урынлашыу бәхәсенә нөктә ҡуя. 1999 йылдың 1 сентябрендә Германия хөкүмәте һәм парламенты Берлинда үҙ эшенә тотона. Берлинда 147 илдең илселеге урынлашҡан.
== Дәүләт ҡоролошо ==
Законодар сығарыу органы—Депутаттар Палатаһы (''Abgeordnetenhaus''), 5 йылға һайланған 149 депутаттан тора, башҡарма орган - Сенат (''Senat'') - идара итеүсе бургомистрҙан (''Regierenden Bürgermeister'') һәм сенаторҙарҙан (''Senatoren'') тора, конституцион күҙәтеү органы— Берлин еренең суд эшмәкәрлеге (''Verfassungsgerichtshof des Landes Berlin''), юғары суд инстанцияһы — Камерный суд (''Kammergericht'').
== Административ бүленеш ==
[[Файл:Berlin.svg|right|thumb|250px|Административное деление Берлина]]
Берлин Германия составындағы 16 ерҙең береһе. 12 административ ({{lang-de|Bezirk}}) округка һәм уға ингән 95 районға ({{lang-de|Ortsteil}}) бүленә.
Райондарға статистик маҡсаттан дүрт һанлы индентификация һандары бирелгән. Беренсе ике һаны округты билдәләй. Райондарҙан тыш, Берлин шулай уҡ “статистик территориялар”- ға ({{lang-de|Statistisches Gebiet}}) бүленгән. Улар кеше йәшәгән райондарға торошло була һәм өс һанлы номер менән билдәләнә. Статистик территориялар миҫалына [[Шёнеберг]] районының Бавария кварталын индерергә була (райондың күпселек урамдары Бавария ҡалаларының исемен йөрөтә). Статистик территориялар райондар менән тура килмәҫкә лә мөмкин, мәҫәлән, Рудов статистик территорияһы Рудов һәм Громиусштадт райондарында урынлашҡан.
== Дин ==
Дингә ышаныусыларҙың күбеһе— лютерандар, эре лютеран деноминацияһы— Берлин-Бранденбург-Силезий Үрге Лужицаның (''Evangelische Kirche Berlin-Brandenburg-schlesische Oberlausitz'') Евангелий Сиркәүе .
== Халҡы==
''Берлина халҡы ref>[http://world-gazetteer.com/wg.php?x=&men=gpro&lng=en&dat=32&geo=-4&srt=npan&col=aohdq&pt=c&va=&geo=513091338 World Gazetteer: Berlin— profile of geographical entity including name variants]</ref>:
* 1650— 6 500
* 1750— 90 000
* 1800 — 172 000
* 1850 — 420 000
* 1900— 1 890 000
* 1950— 3 340 000
* 1987— 3 250 000
* 1997— 3 425 000
* 2007— 3 370 000
* 2009— 3 431 420
* 2011— 3 326 002
* 2012— 3 501 900<ref>[http://www.morgenpost.de/berlin/article107916288/3-501-900-Einwohner-Berlin-wird-immer-groesser.html 3.501.900 Einwohner— Berlin wird immer größer, Berliner Morgenpost 6 июля 2012]</ref>
Берлин метрополияһында 3 950 887 кеше 5370 квадрат саҡрым майҙанлы территорияла йәшәй. Төбәктә халыҡ тығыҙлығы 1 квадрат метрға 736 кешегә барып етә, ә ҡаланан ситтә бер квадрат метрға яҡынса 123 кеше тәшкил итә. Берлинлыларҙың уртаса йәше 41,7 йыл. Бында 185 дәүләттән килгән яҡынса 450 900 сит ил кешеһе йәшәй. Шулай итеп, ситтән килеүселәр Берлин халҡының 14 процентын тәшкил итә. Уларҙың 36 000 гражданы Польшанан, яҡынса 119 000-ы Төркиәнән. Берлин Европалағы этник төрөктәр общинаһының иҫәбе буйынса Төркиәнән ҡала икенсе урында тора. 60 процент төрөк немец гражданлығы алған. Рус телле халыҡ яҡынса 3 процент. Улар, социаль торлаҡлы, күп ҡатлы йорттарҙан торған Марцан и Хеллерсдорф райондарында йәшәй.
Статистик мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 60 процент Берлин халҡы бер дини ойошманың да ағзаһы булып тормай. 22 проценты – Евангелий христианы, 9 проценты – католик, 6 проценты- ислам динен тота.
Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күберәк. 50 проценттан ашыу берлинлы ғаиләһеҙ йәшәй. Фатир арендаһы һәм түләүҙәренә әҙерәк түләү өсөн өйҙәш менән тороу ғәҙәти күренеш һанала. Ир менән ҡатын айырым йәшәгән ғаиләләр киң таралған.
== Иҡтисад ==
Берлин— Германияла ғына түгел, ә бөтә Евро Союзда иң эре иҡтисади-финанс үҙәге. Радиоэлектрон сәнәғәт, [[машиностроение]], транспорт төҙөлөшө үҫешкән. Ҡала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып һанала.
20009 йылда Берлиндың [[эске тулайым продукт]]-ы €90,1 млрд тәшкил иткән. <ref>{{cite news url=http://de.reuters.com/article/topNews/idDEBEE51O0CG20090225|title=Exporteinbruch stürzt deutsche Wirtschaft in die Krise|work=[[Reuters]]|accessdate=19 August 2008|language=German}}</ref>.
Ул 2008 йыл менән сағыштырғанда 1,7%-ҡа артҡан <ref>[http://www.berlin.de/imperia/md/content/sen-wirtschaft/konjunkturdaten/a_03.pdf?start&ts=1272613011&file=a_03.pdf Konjunkturdaten], Berlin.de, Abgerufen am 9. Juni 2010</ref>. }}</ref>. Берлинда эшһеҙлек кимәле юғары. 2010 йылдың майында 13,6%, бөтә ил буйынса 7,7% булған. Яҡынса 17% халыҡ Социаль кодексҡа ярашлы ярҙам ала <ref>''[http://www.morgenpost.de/wirtschaft/article1317547/Arbeitslosigkeit-in-Berlin-geht-zurueck.html Arbeitslosigkeit in Berlin geht zurück.]'' In: ''[[Berliner Morgenpost]]', abgerufen am 1. Juni 2010.''</ref>.
Берлиндың яҡынса 80% компанияһы хеҙмәтләндереү секторында эшләй.
== Инфраструктураһы ==
[[Файл:U-Bahn Berlin Platz der Luftbrücke Bahnsteighalle.jpg|200px|thumb|Одна из станций [[Берлинский метрополитен|Берлинского метрополитена]]]] [[Файл:Flexitityberlin.jpg|200px|thumb|[[Берлинский трамвай]]]]
Берлин— эре транспорт үҙәге; каналдар селтәре ҡаланы Эльба һәм Одер йылғалары менән тоташтыра. Тегель – Берлиндың халыҡ-ара аэропорты. Берлиндың үҙәк вокзалы Европалағы иң ҙур вокзал һанала.
Берлинда 5334 саҡрым юл, шуларҙың 66 саҡрымы магистраль, 979 күпер бар. 2004 йылда 1428 мең автомобиль теркәлгән, шул иҫәптә 6800 такси.
Урындағы йәмәғәт транспортын [[BVG]] и Deutsche Bahn компаниялары тәьмин итә. Ул 1626 саҡрым автобус маршрутына, 187 саҡрым трамвай линияһына, 150 саҡрым [[Берлин метрополитене]-на һәм 328 саҡрым ҡала тимер юлына эйә. 2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына ҡарата яңы тимер юл вокзалы асыла.
Берлинды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Бранденбург федераль ере сигендә урынлашҡан [[Берлин-Тегель ]] һәм 2010 йылда 15,7 млн. кеше файҙаланған [[Берлин-Шёнефельд]] аэропорты.,].
[[Берлин метрополитен]]-е ({{lang-de|U-Bahn Berlin}})— ҡаланың мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул 1902 йылда асыла. Бөгөн метро 151,7 саҡрымлыҡ юлы һәм 173 станцияһы булған төп 9 линияға эйә. Иң оҙон линия - U7, уның оҙонлоғо 32 саҡрым. Ул Германияның иң оҙон ер аҫты юлы булып һанала. U4 линияһы иң ҡыҫҡаһы, бары тик 3 саҡрымлыҡ ҡына. 2003 йылдан алып U4 линияһынан башҡа бөтө маршруттарға ла төнгө линиялар индерелә. Юлдың 80% -ы ер аҫтында.
[[Берлин ҡала электричкаһы]] ({{lang-de|S-Bahn Berlin}})—йәмәғәт транспортының бер төрө. Берлин ҡала электричкаһының тимер юлы селтәре 331 саҡрым оҙонлоҡта, 166 станцияға эйә. Тимер юл селтәренең үҙәк өлөшө өс магистральдән тора:''Stadtbahn'' – көнбайыштан көнсығышҡа үтә, ер аҫты һәм өҫтө юлдары бар; ''Nord-Süd Bahn'' – төнъяҡтан көньяҡҡа, күбеһенсә туннельдән үтә; ''Ringbahn'' – түңәрәк маршрут.
Берлинда шулай уҡ [Берлин трамвай линияһы]]-ла бар ({{lang-de|Straßenbahn Berlin}}). Ул донъялағы иң эре һәм боронғо трамвай системаһы. Ҡалала тәүге трамвай линияһы 1865 йылда уҡ барлыҡҡа килә. 1967 йылда [[Көнбайыш Берлинда]] һуңғы трамвай линияһы ябылып, өҫтөнлөк метрополитенды үҫтереүгә бирелә. [[Көнсығыш Берлинда]] иһә киреһенсә, трамвай элемтәһе әүҙем үҫешә. [[Германия]] берләштерелгәс, көнсығыш һәм көнбайыш транспорт системаһы ла ҡушыла. 1994 йылда Берлин власы трамвай хужалығын модернизацияларға хәл итә. Бөгөн был селтәр 293, 7 саҡрым рельстан, 374 туҡталыштан һәм 22 маршруттан тора. <ref>[http://www.bvg.de/index.php/de/binaries/asset/download/889000/file/1-1 Fahrinfo — BVG.de]</ref>.
== Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындар ==
{{main|Список достопримечательностей Берлина}}
[[Файл:Berlin, Mitte, Lustgarten, Dom.jpg|thumb|200px|[[Берлинский кафедральный собор|Берлинский собор]]]]
Ҡала үҙенең урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап ҡала алған. 18-19 быуаттарҙа дөрөҫ һыҙыҡлы майҙандар (Жандарменплатц), киң урамдар (Унтер-ден-Линден), барокко стилендәге биналар төҙөлә.
20 быуат башында төҙөлөш айырыуса киң үҫеш ала. 1920 йылда «Ҡала төҙөүҙең төп принциптары» тип аталған күргәҙмәлә Берлин үҙе ынтылған Европа ҡалаһы үрнәген күрһәтә. Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, емерелгән тарихи урындар, һәйкәлдәр ҡабат терегеҙелә һәм уларға өҫтәп, яңылары төҙөлә. Мәҫәлән: көнсығышта - Лихтенберг һәм Марцан, көнбайышта - Меркишес Фиртель райондары. Элекке төҙөлөштәрҙән Берлинда Опера театры, Ҡыҙыл ратуша, Бельвю һарайы, Бранденбург ҡапҡалары, Изге Мария сиркәүе, Рейхстаг (1999 йылда яңынан төҙөлә) һакланып ҡалған.
Брайтшайдтплатц майҙанында император Вильгельм сиркәүе харабалары һуғышты иҫкәртеүсе һәйкәл булараҡ һаҡланған.
Трептов паркында Берлин өсөн көрәштә һәләк булған Совет армияһы яугирҙәренә бағышланған тарихи мемориаль зыярат урынлашҡан. Унда мавзолей һәм азат итеүсе яугиргә һәйкәл дә бар (скульпторы Е.В. Вучетич). Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы яңы төҙөлөштәргә төрлө милләт архитекторҙар коллективы төҙөгөн Ганза кварталын, Олимпия кварталы янындағы торлаҡ кварталды (архитекторы Ле Корбюзье,) Карл-Маркс-аллеяһын, Берлин филармонияһын, Яңы милли галереяны (архитекторы Л. Мис ван дер Роэ) һ.б. индерергә була.
Берлиндың визит карточкаһы булып, бөтә донъяға билдәле [[Бранденбург ҡапҡаһы]] һәм [[Еңеү колоннаһы]] тора. Әммә ҡаланың быларҙан тыш та, Германяның толерантлығын, асыҡлығын күрһәтеүсе сағыу символы бар -[[United Buddy Bears|берлин айыуы]].
=== Берлин парктары ===
[[Файл:Berlin Tiergarten Siegessäule Luftansicht.jpg|200px|thumb|Центральный парк [[Большой Тиргартен]]]]
Ҡаланың көнбайышын һәм көньяҡ-көнсығышын киң урмандар алып тора. Һәр урам тиерлек ағастар менән биҙәлгән. Шуға күрә Берлинды Германияның иң йәшел метрополияһы тип әйтергә була. Бында 2500-ҙән артыҡ парк һәм ял итеү урыны бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 5500 гектар. Парктар, урмандар, йылғалар, күлдәр һәм каналдар ҡала майҙанынынң 30%-ын алып тора.
Ҡала уртаһында Тиргартен паркы урынлашҡан. Ул 500 йыл дауамында ҡаланың иң оло һәм ҙур (210 гектар) паркы булып һанала.
Тиргартен паркынан тыш, Трептов паркы ла ҙур майҙанды алып тора. Ул 1876-1882 йылдарҙа Берлиндың беренсе бакса төҙөлөшө директоры Иоганн Генрих Густав Мейер етәкселегендә төҙөлә. 1896 йылда Трептов-паркында һөнәрселек күргәзмәһе үтә.
Берлин ботаника баҡсаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ҡаланың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм ҡала халҡы араһында ял итеү урыны булараҡ популяр.
Бынан тыш, Берлинда ике зоопарк бар: Берлин зоология баҡсаһы һәм Фридрихсфельде. 1844 йылда нигеҙ һалынған Берлин зоопаркы Германияла иң боронғоларҙан һанала һәм ул иң ҙур коллекцияға эйә (14000 хайуан, 1500 төр). Икенсе зоопарк Көнсығыш Германияла төҙөлә һәм майҙаны буйынса Европала иң ҙур зоопарк булып иҫәпләнә (160 гектар).
Көнсығыш-көнбайыш юл һәм 17 июнь урамы киҫешендә [[Еңеү колоннаһы]] бар. Уның бейеклеге 69 метр, 1864-1873 йылдарҙа төҙөлгән, 285 баҫҡыслы, унан Берлин панорамаһы яҡшы күренә.
=== Музейҙар===
{{main|Список музеев Берлина}}
[[Файл:Bodemuseum - Front.jpeg|200px|thumb|[[Музей Боде]]]]
Берлин — музейҙар ҡалаһы. Уларҙың тарихы Германия тарихы, уларҙың бүленеше менән тығыҙ бәйле. Элекке Пруссия батшалары йыйынтығы һуғыш вакытында өлөшләтә эвакуациялана, өлөшләтә йәшерелә. Һуғыш тамамланғас, коллекцияның бер өлөшө Көнсығышта, икенсеһе Көнбайышта булып сыға. Хәҙерге Берлинда бер нисә музей үҙәге бар. Иң тәү сиратта көнсығышта урынлашҡан, үҙенә Боде һәм Пергам музйҙарын, Иҫке милли галереяны һыйындырған Музейҙар утрауы. Көнбайыштағы музейҙар Европа рәсем сәнғәте һәм башҡа әҫәрҙәрҙең байлығы менән дан тота. Башҡа музей үҙәктәре - Мысыр һәм Далем музейҙары ( этнологик музей, Һиндостан сәнғәт музейы һ.б. ) Далемда урынлашҡан. Улар шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Музейҙар утрауында һуғышҡа тиклемге Берлиндың мәҙәни ҡиммәттәре һаҡланған. Һуғыш ваҡытында ҙур зыян күрһә лә. төп коллекция һаҡланып ҡала.
Берлин дәүләт музейҙарының үҙенсәлеге – һәр четверг 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем инеү бушлай.
[[Иҫке милли галерея]] боронғо Рим храмына оҡшаған зданиела урынлашҡан. Бында төрлө художество йүнәлештәре – [[реализм]], [[импрессионизм]], [[дадаизм]], [[экспрессионизм]] тупланған. Баҫҡыста бронза «Бейеүсе» [[Георг Кольбе]] тора, залда [Шмидт-Ротлуф, Карл]], [[Кирхнер, Эрнст Людвиг]], [[Мюллер, Отто (художник)]] һүрәттәре күргәҙмәгә ҡуйылған.
=== Театрҙар ===
[[Файл:Konzerths 3a.jpg|200px|thumb|[[Берлинский драматический театр]]]]
Театрҙар араһында : [[Немец операһы]], [[Берлин дәүләт операһы]], [[Комиш опер]], Шиллер исемендәге театр, [[Берлинер ансамбль]], [[Немец театры]], Курфюрстендамдағы театр, [[Берлин драма театры]], [[Фридрихштадтпаласт]], Метрополь халыҡ театры, бик күп варьет һәм кабарелар һ.б. бар. Үҙ ваҡытында [[Вильгельм Фуртвенглер]] һәм [[Герберт фон Караян]] етәкселек иткән [[Берлин филармония оркестры]] ҙур билдәлелек яулаған.
Театр тормошо Берлинда бер ваҡытта ла туҡтап тормай. Уға сәйәси ваҡиғалар ҙа, һуғыш та кәртә була алмай. Ул хатта бүленгән ике ҡаланы берләштереүсе лә булып тора.
=== Башҡа иҫтәлекле урындар ===
Берлин үҙәгенән 30 минут алыҫлыҡта урынлашҡан [[Ҙур Ванзее]
күлендәге пляж да ял итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Берлин территорияһында урынлашҡан иң ҙур урман - [[Отто фон|Бисмарке]] ваҡытында төҙөлгән торлаҡ квартал буйлап һуҙылған билдәле Грюневальд һәм шулай уҡ, боҙлоҡ дәүерендәге Халензее [[Кёнигсзе]], Дианазее Хундекельзее ( хәҙер унда каштан, ҡайын, бук ағастары үҫә) күлдәре сылбыры халыҡтың яратҡан ял итеү урыны
== Мәғариф һәм фән ==
[[Файл:Humboldt Universitaet Berlin.jpg|thumb|200px|[[ Гумбольдт исемендәге Берлин университеты]]]]
Берлиндың Пруссия, һуңырак Герман империяһының баш ҡалаһы булыуы, уның фәнни үҙәккә әүерелеүен алдан уҡ билдәләй. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, ҡала икегә бүленә. Көнсығыш өлөштә ҙур фәнни ойошмалар яңынан тергеҙелә. Улар араһында Германия фәндәре академияһы, Гумбольдт исемендәге Беерлин университеты, Берлин техник университеты, Берлин сәнғәт университеты бар.
Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында [[Берлин ирекле университеты]] асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған [[ Макс Планк ойошмаһы]] булдырыла.
Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.
== Туғандаш ҡалалар ==
{| cellpadding="10"
|- valign="top"

* {{АҠШ}} [[Лос-Анджелес]] (1967 йыл)
* {{Франция}} [[Париж]] (партнёр-ҡала 1987 йылдан)
* {{Испания}} [[Мадрид]] (1988 йыл)
* {{Рәсәй}} [[Мәскәү]] (1991 йыл)
* {{Польша}} [[Варшава]] (1991 йыл)
* {{Венгрия}} [[Будапешт]] (1991 йыл)
* {{Бельгия}} [[Брюссель]] (1992 йыл)
* {{Индонезия}} [[Джакарта]] (1993 год)

* {{Узбәкстан}} [[Ташкент]] (1993 йыл)
* {{Мексика}} [[Мехико]] (1993 йыл)
* {{Ҡытай}} [[Пекин]] (1994 йыл)
* {{Япония}} [[Токио]] (1994 йыл)
* {{Аргентина}} [[Буэнос-Айрес]] (1994 йыл)
* {{Чехия}} [[Прага]] (1995 йыл)
* {{Намибия}} [[Виндхук]] (2000 йыл)
* {{Великобритания}} [[Лондон]] (2000 йыл)

== Астрономияла ==
* Берлин хөрмәтенә 1896 йылда асылған [[(422) Беролина]] астероиды аталған.
== Примечания ==
{{Примечания|2}}

== Ссылки ==
{{Навигация
|Портал =
|Викисловарь = Берлин
|Викиучебник =
|Викицитатник =Берлин
|Викитека = Берлин
|Викивиды =
|Викиновости = Берлин
|Метавики =
|Тема = Берлин

* [http://www.berlin.de Официальный сайт города {{ref-de}}]

{{Европа башҡалалары}}
{{Нет ссылок|дата=12 мая 2011}}
{{Германияның федераль штаттары}}
{{weld|{{Столицы Европы}}
{{Йәйге Олимпия уйындары башҡалалары}}
{{Земли Германии}}
{{Башланғыс}}
|{{Достопримечательности Берлина}}
|{{Города Германии}}
|{{Всемирное наследие в Германии}}}}

[[Категория:Берлин|Германия ҡалалары]]
[[Категория:Города-миллионерыЕвропа Германиибаш ҡалалары]]
[[Категория:Берлин]]
[[Категория:Ганза]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Берлин» битенән алынған