Социализм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
5 юл:
 
«Социализм» төшөнсәһен тәүгеләрҙән булып 1834 йылда үҙенең «Индивидуализм һәм социализм» хеҙмәтендә [[Франция|француз]] [[Философия|философы]] ''Пьер Леру'' (7.07.1979—2.04.1871) ҡуллана <ref>[http://www.kakprosto.ru/kak-87705-chto-takoe-socializm Что такое социализм]</ref><ref>[http://ntsrs.ru/liter/vosch/ss1.htm СО-ЛИДАРИЗМ И СОЦИА-ЛИЗМ]</ref><ref>*http://www.rfi.fr/acturu/articles/111/article_2677.asp Г.Аккерман. Кто придумал слово «социализм»]</ref>.
 
== Ғилми билдәләмәләр ==
[[Иҡтисад]]сы һәм [[тарих]]сы М''ихаил Туган-Барановский'' яҙғанса, «социализм» атамаһы авторҙары үҙҙәренең был билдәләмәһе менән быға тиклем өҫтөнлөк иткән һәм шәхси эшҡыуарлыҡтың сикләнмәгән иркен хужалыҡ ҡоролошо идеалы итеп һанаған иҡтисади йүнәлешкә ҡапма-ҡаршы булған һәм йәмәғәт хеҙмәттәшлеге мөһимлеген алға ҡуйған яңы ижтимағи йүнәлеште тасуирларға, характерларға уйлаған. Шулай итеп, социализм айырым шәхес мәнфәғәтен йәмғиәт һәм коллектив мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуйыусы индивидуаллеккә ([[урыҫ теле|урыҫса]] [[индивидуализм]]ға) ҡаршы ҡуйылған<ref>[http://az.lib.ru/t/tuganbaranowskij_m_i/text_1918_socializm_kak_polozhitelnoe_uchenie.shtml М.Туган-Барановский. Социализм как положительное учение]</ref>.
 
Социализмдың философик фекер һәм ҡараштары нигеҙендә ''сәйәси идеология'' булдырыла, һәм ул түбәндәге үҙенсәлектәр хас булған йәмғиәт төҙөүҙе үҙенең маҡсаты итеп күрә:
 
* кешене кеше тарафынан иҙеү һәм ҡыҫып-яфалау юҡ;
* социаль ғәҙеллек һәм тигеҙлек раҫланған;
* хеҙмәт кешеһенә бар яҡтан ихтирам, [[эшселәр синыфы]] йәмғиәттең алдынғы синыфы.
* халыҡтың социаль яҡтан көсһөҙ ҡатламынан сығыусыларға илдең бер төркөм иң яҡшы вәкилдәренән торған сәйәси, хәрби, фәнни һәм мәҙәни элитаға үрләү өсөн киң мөмкинлектәр асыла.
* коллектив ҡиммәттәрҙең шәхси ҡиммәттәрҙән өҫтөнлөгө раҫланған.
* пролетар интернационализм нигеҙендә милләттәрҙең һәм уларҙың мәҙәниәтенең тигеҙлеге гарантиялана.
 
[[Ленин Владимир Ильич|В. И. Ленин]] буйынса, «социализм — ул бар халыҡ файҙаһына йүнәлтелгән һәм шуның өсөн дә капиталистик булыуҙан туҡтап, дәүләт-капиталистикка әйләнгән монополия»<ref>''[[Ленин Владимир Ильич|В.И. Ленин]].'' «Грозящая катастрофа и как с ней бороться» (1920).</ref>.
 
<br />
 
== Социализм идеяларының тарихы ==
 
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Социализм» битенән алынған