Кинематограф — версиялар араһындағы айырма

(→‎Тарихы: Fixed grammar)
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобил ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобил ҡушымта аша үҙгәртеү
 
Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса "Бөртөкләп йыйыла алтын" тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә.
"Башҡортостан" телерадиокомпанияһында "Ай ҡыҙы" исемле күп сериялы телевизион фильм төшөрөлдө. Был 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы. Режиссеры – Әнүәр Нурмөхәмәтов. Сценарий авторы – драматург Флорид Бүләков. Төп ролдәрҙә драма театры артистары – Эльмира Юлдашева, Эльмира Саматова (Айһылыу), Азат Йыһаншин (Ғайсар), Ғаяз Алтыншин (Ғаяз), Эльвира Юнысова (Рәшиҙә), Сара Буранбаева (Ғәҙилә), Гүзәл Маликова (Йәмилә) уйнанылар.
 
Башҡортостан телевидениеһы студияһында эшләү дәүерендә Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса "Миҙал" нәфис фильмын, "Президент бүләге" тигән ҡыҫҡа метражлы фильм, ике сериялы "Һарығолаҡ" нәфис фильмын (яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев әҫәре буйынса) төшөрә.
Режиссер Булат Йосоповтың "Быяла юлсы", "Ауыл өҫтөндә йәйғор", "Сөмбөлдөң етенсе йәйе", Мостай Кәрим әҫәре буйынса "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмдары экранға сыҡты.
 
Заманында үҙен талантлы театр һәм кино актеры итеп танытҡан Айсыуаҡ Йомағолов кино юлын һайлай һәм үҙенең , "Төндә мөмкин" тигән диплом эше менән бер нисә абруйлы халыҡ-ара һәм Рәсәй кинофестивалдәрендә , "Иң яҡшы режиссер", "Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм" тигән исем яулай. Танылған Рәсәй актеры Марат Башаров төшкән "Елғыуар" кинофильмы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.
 
2007 йылда "Рәхмәт" комедияһы төшөрөлдө. Сценарий авторҙары Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар, режиссеры Ануар Райбаев (Ҡаҙағстан). Был фильм ижади башҡорт йәштәренең уңышлы дебюты булараҡ танылыу яуланы. Һуңғараҡ шул уҡ ижади төркөм "Минең йондоҙом" исемле йәштәр лирик комедияһын тәҡдим итте (режиссер Таңсулпан Бураҡаева). Төп ролдәрҙә 2007 йылда Щепкин исемендәге театр институтын тамамлаған йәш башҡорт актерҙары.
 
Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға ҡарата режиссер Әмир Тойғонов документаль фильмдар серияһы төшөрҙө. Уға тилемтиклем ул генерал Шайморатов һәм Башҡорт атлы дивизияһы тураһында (сценарий авторы Сәлимә Батисова) "Еңеү сапҡынсылары" исемле документаль фильм менән танылыу яулағайны.
 
Шулай итеп, бөгөнгө көндә беҙҙең башҡорт киноһы ла яйлап үҫешә, донъя кимәленә сыға, милли колоритлы фильмдарыбыҙфильмдар халыҡ-ара фестивалдәрҙә призлы урындар яулай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
11 547

үҙгәртеү