Кинематограф: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Fixed grammar
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
→‎Тарихы: Fixed grammar
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
5 юл:
== Башҡортостанда кино сәнғәте ==
=== Тарихы ===
Башҡортостанда тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1990 йылда -- "Урал күренештәре", 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларынприискыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда — "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра.
 
Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроник фильмдар һаҡланған. Артабан "Өфөлә 1 май", "Һабантуй" (1925), "Ҡыҙыл Башҡортостан" (1929), "Азия сигендә", "Совет әкиәте", "Башҡорт ҡыҙы" (1930), "Данлы юбилей" (1939), "Икенсе Баку" (1940) тигән документаль фильмдар ижад ителә. 1937 йылда "Ленфильм"дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда "Пугачев", фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. С. Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған "Салауат Юлаев" фильмын эшләй. 1959-1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы "Сыңрау торна" фильм-балетын экранлашыра.