Сулпан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: tr:Venüs
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
56 юл:
'''Венера''' — [[Ҡояш]]ҡа яҡынлығы буйынса икенсе эске планета. Венера ла, [[Меркурий]] кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.
 
Венера күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм [[Ай (күк есеме)|Ай]]ҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Венера Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны ''Шәреҡ йондоҙо'', йәки ''Сулпан йондоҙо'' тип атайҙар.
 
Венера [[Ер (планета)|Ергә]] оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Венера ҡуйы [[көкөрт кислотаһы]] болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Венераның йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Венераның рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса [[углекислый газ]]дан тора. Был Венерала углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сулпан» битенән алынған