Тәржемә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
 
Бик йыш, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итеп булмаймы, тигән бәхәстәр яңғырай. Ваҡыты-ваҡыты менән ундай һүҙҙәрҙең исемлеге баҫыла. Тәржемәселәр бер үк грамматик категорияла ҡалырға теләгәндә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тәржемәһе ауырлыҡ тыуҙыра. Лингвистар серле һүҙҙәрҙе өйрәнә һәм уларҙы “тәржемә итеп булмай” тип атай. Ысынбарлыҡта иһә шундай мәҙәни һыҙатлы һүҙҙәр “әсәй” тигән кеүек ябай ғына тәржемә ителә. Был тәржемә ителәсәк телдә бындай һүҙҙәрҙе тәржемә тимәй ҡалдырыу тәжрибәһе менән аңлатыла; был маҡсатта һүҙҙе алып торорға мөмкин. Мәҫәлән, Англияла француз рестораны менюһында Fat liver paste эквиваленты булыуға ҡарамаҫтан Pâté de foie gras тип яҙасаҡтар. Ҡайһы бер осраҡта бары тик транскрипция ғына кәрәк: わさび япон һүҙе инглиз теленә wasabi тип транскрипциялана. Тәржемәһе инде япон керәнен аңлата. Һүҙҙә ни тиклем мәҙәни һыҙат нығыраҡ тойола, уны шул тиклем тәржемә итеүе еңелерәк. Мәҫәлән, Ҡытай (中国) инглиз телендә China, әммә башҡа телдәрҙә Cina, Chine һ.б.
Тәржемә итә торған телдә һүҙҙең аналогы булмауы ла ауырлыҡтар тыуҙыра. Бик йыш проблема тәржемәне айыра белмәүгә һәм мәғәнәгә тап килгән һүҙҙе һүҙлектән эҙләп ултырырға ваҡыт бүлмәүгә бәйле. Бынан тыш бик күп ауырлыҡтар бар, шулай уҡ диалект һүҙҙәр һәм неологизмдар, аңлатылмаған акронимдар һәм аббревиатуралар, аңлашылмаған жаргон һүҙҙәре лә ҡатмарлыҡ тыуҙырыуы мөмкин. Шуны ла билдәләп китергә була: ваҡыт үтеү менән мәҙәниәт тә, тел дә үҙгәрә һәм тәржемәләр ҙә көнүҙәклеген юғалтып, иҫкерә.
Тәржемәлә проблемаларға юл ҡуймау өсөн бер нисә мәлгә иғтибар итергә кәрәк:
Тәржемә эшләгәндә берҙәм һүҙҙәр ҡулланырға (бер үк һүҙ өсөн синоним формаларын ҡулланмаҫҡа).
Тексты аудиторияны иҫәпкә алып тәржемә итергә.
Белем нигеҙен булдырырға.
Әгәр тәржемәне һеҙ түгел, башҡа кеше (ойошма) эшләй икән – тәржемә ителмәҫкә тейешле йәки тәржемә ителәләр икән, билдәле бер тәртиптә генә тәржемә ителгән терминдар исемлеген төҙөгөҙ. Фекерегеҙҙе һәм тәржемә асылын аңлаған бер генә кеше менән хеҙмәттәшлек итегеҙ. Әгәр тәржемә эшләү өсөн подрядсыны һайларға уйлаһағыҙ, хаҡынан тыш, сифаты, аныҡлығы, адекватлығы, ваҡыты һ.б. параметрҙарға иғтибар итегеҙ. Әгәр компанияға мөрәжәғәт итәһегеҙ икән, ойошманың философияһына һалынған сифатҡа, адекватлыҡҡа иғтибар бирегеҙ.
 
Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы
 
Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы (FIT) донъя тәржемәселәренең 100 милли ассоциацияһын, шул иҫәптән Рәсәйҙең Тәржемәселәр союзын берләштерә. Уның бурысы булып тәржемәселәрҙең һәм терминологтарҙың профессионаллеген үҫтереү, хоҡуҡтарын яҡлау, эш шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ һүҙ азатлығына булышлыҡ итеү тора. FIT ЮНЕСКО менән консультатив мөнәсәбәттә.
1991 йылда FIT 30 сентябрҙе (тәржемәселәрҙе яҡлаусы булып иҫәпләнгән Изге Иероним көнө) халыҡ-ара тәржемәселәр көнө тип иғлан итә.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәржемә» битенән алынған