Тәржемә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл:
Синхрон тәржемә беренсе тапҡыр 1945 – 1946 йылдарҙа Нюрнберг процесында күпләп ҡулланыла. Артабан ул БМО-ла телдән тәржемә итеүҙең төп формаһына әүерелә.
Компьютерҙар барлыҡҡа килеү менән тәүҙә электрон һүҙлектәр, һуңынан автоматлаштырылған тәржемә программалары күренә башланы. Әммә уларҙың тәржемә сифаты текстың семантикаһын айырмай һәм проблема яһалма интеллекттың фекер ҡоролошо менән ауаздаш. Автоматлаштырылған тәржемәсе миҫалының береһе булып Google Translate сервисы тора.
 
Тәржемә процесы
Тәржемә процесында, уның телдән йәки яҙма булыуына ҡарамаҫтан, түбәндәге этаптарҙы айырырға була:
Кодын үҙгәртеү йәки тексты яҙылған телдә аңлау (уҡыу, тыңлау),
Тәржемә,
Тексты тәржемә ителгән телдә кодлаштырыу (яҙыу, уҡыу).
Текст мәғәнәһенең кодын үҙгәртеү өсөн тәржемәсе тәүҙә тәржемә берәмген, йәғни текстың сегментын (һүҙ, фраза, бер-нисә һөйләм) билдәләргә тейеш. Был мәғәнә берәмеге булып ҡараласаҡ. Бик һирәк кенә фонемалар (һүҙҙән түбән кимәлдә) һәм абзацтан юғарыраҡ кимәлдә (ҡатмарлы синтаксик һөйләм) тәржемә эшләү талап ителә.
Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән процедура артында комплекслы уйлау операцияһы ята. Төп текстың кодын үҙгәртеү өсөн тәржемәсе аңлы һәм методик рәүештә уның барлыҡ үҙенсәлектәрен интерпретацияларға, анализларға тейеш. Был процесс грамматиканы, семантиканы, синтаксисты һәм идиомаларҙы һәм текст телен, ул тел мәҙәниәтен, шулай уҡ дөрөҫ мәғәнә һалыр өсөн тексты тәржемә иткән телде лә төплө белергә тейеш.
Тап бында телдән һәм яҙма тәржемә араһында айырмалыҡтар күренә лә инде. Тәржемәселәр яҙма тексты (мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙе) ошо телдә һөйләшкән кеше тәржемә итергә тейешлеген белә. Сөнки белгес кенә түгел, әҙерлекле уҡыусы ла тексты үҙ теленә сит ил кешеһе тәржемә иткәнен шунда уҡ аңлаясаҡ.
Телдән тәржемәлә бөтөнләй кире күренеш күҙәтелә (шулай уҡ, тейешле ҡатмарлыҡта – синхрон тәржемә йәки яуаплы сараларҙы эҙмә-эҙлекле тәржемә булыуына ҡарап). Был осраҡта тәржемәсегә сит телгә эшләүе уңайлыраҡ. Шуға күрә ике яҡлы осрашыуҙың ике ҡатнашыусыһы ла һөйләшеүҙәргә үҙ тәржемәсеһе менән килә. Уларҙың бурысы – үҙ докладсыһының фекерен сит телгә мөмкин тиклем тулы һәм аңлайышлы итеп тапшырыу. Был күренеш бик ябай аңлатыла. Сит телгә тәржемә иткәндә, тәржемәсе автоматик рәүештә ятлап алған конструкцияларҙы ҡуллана, ә туған теленә тәржемә иткәндә мөмкин булған варианттар араһында буталып, оптималь булған варианттан алыҫ торғанында туҡталырға мәжбүр була.
Текста һүҙ барған предмет тураһында белеү бик мөһим.
Һуңғы йылдарҙа, когнитив лингвистика тикшеренеүҙәре арҡаһында тәржемә процесының фекерләү яғын аңлауҙа билдәле аҙым яһалды.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәржемә» битенән алынған