Тәржемә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Rosetta Stone BW.jpeg|мини]]
'''Тәржемә''' — бер [[тел]]дән икенсе телгә текст мәғәнәһенең интерпретация эшмәкәрлеге; бүтән телдәрҙә яңы, эквивалент текст килтереү. Элек тәржемә фәҡәт кеше тарафынан үтәлһә, хәҙер [[автоматлаштырылған тәржемә]] бар ({{lang-en|CAT}} — computer aided translation).
Тәржемәнең маҡсаты булып төп текст менән тәржемә ителгән текстың бер мәғәнәлә булыуы тора.
 
Яҙма һәм телдән тәржемә
 
Яҙма һәм телдән тәржемә итеү араһында айырмалыҡтар бар. Мәҫәлән, телдән тәржемәне ымдар формаһында ла башҡарыу мөмкин.
Тәржемә тарихынан күренеүенсә, телдән тәржемәне яҙма тәржемәнең бер төрө тип раҫларға була. Шулай ҙа, тәжрибә уларҙың икеһенә ике, айырым ҡараш кәрәклеген күрһәтә. Тәржемә хеҙмәте төрлө телдә һөйләшеүселәрҙең аралашыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндергәнлектән, был йүнәлеш коммерциялаштырылған: тәржемәнең төрлө төрҙәре коммерция маҡсатында файҙаланыла. Тәржемә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән махсус ойошмалар бар. Улар аралашыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һәм аралашыу кәртәһен булдырмау өсөн тәржемәнең төрлө төрөн файҙалана (яҙма, телдән, телдән синхрон һ.б.).
 
Тәржемә тарихы
 
Рәсәйҙә тәүге тәржемәселәрҙең береһе тип Максим Грек һанала. Петр I ваҡытында тәржемә технологияһы һиҙелерлек камиллаштырыла, сөнки күпселек фәнни һәм техник китаптар сит телдә була. XIV быуатта фәнни китап беренсе тапҡыр халыҡ теленә (латин теленән исланд теленә) ауҙарыла. Ул Сакробоско[1] исеме аҫтанда билдәле инглиз Джон Холивудтың йәки Халифакстың арифметика буйынса ҡулланма китабы була. XIX быуатҡа тиклем тәржемәселәр тексты матурлау ысулдарын ҡуллана, ҡайһы бер мәлдәрҙе алып ташлай, хатта персонаждарға икенсе исем бирә (Мэри урынына - Маша). XIX быуат һуңында – XX быуат башында төп нөсхәнән аныҡлығы һәм дөрөҫлөгө менән айырылмаған тәржемә мәҙәниәте (буквалистар) барлыҡҡа килә. Был ике төп принцип тәржемәселәрҙең ныҡлы ҡанунына әүерелә, быға тиклем булған матурлау, арттырыуҙан ныҡлы һаҡлау гарантияһы була. Әммә XX быуаттың 30-сы йылдарында был мәктәп Иван Кашкин етәкселегендәге төркөм тарафынан ҡаты тәнҡитләнә. Улар буквалистар телдең һүҙен тапшырып, авторҙың фекерен, китаптың атмосфераһын бирә алмай, сөнки фекерҙе икенсе телдәге шуға тап килгән һүҙ менән генә биреп була, тип раҫлай. Шуға күрә текст үҙенең образлылығын, йәнлелеген юғалта һәм уҡыусыны йәлеп итмәй. Профессионал һәм юғары мәҙәниәт эйәһе булараҡ тәржемәсе статусы тап совет эпохаһында барлыҡҡа килә. Һуғыштан һуңғы 10 йыл эсендә айырым исемдәге мәктәптәр урынына профессональ берләшмәләр ойошторола. Бында, һис шикһеҙ, планлы хужалыҡ та үҙ ролен уйнай: тәржемә ителгән авторҙарҙың исемлеге, күләм, раҫланған тираж, ваҡыт – барыһы ла раҫлана һәм был эште атҡарып сығыу өсөн раҫланған күләмдә раҫланған кешеләр һәм уларға раҫланған эш хаҡы талап ителә. 70-се йылдарҙа исемле мәктәптәргә алмашҡа инициатив төркөмдәр килә. Мәҫәлән, Испанияның, Португалияның һәм Латин Америкаһының “Художестволы әҙәбиәт” нәшриәтендәге славян редакцияһы һәм әҙәбиәт редакцияһы. 90-сы йылдарҙа, СССР тарҡалғандан һуң, был өлкәгә бик күп дилетанттар килә, һөҙөмтәлә күпселек китаптарҙың тәржемә кимәле элек йәшәп килгән сифат талаптарына тура килмәй. Тәржемәселәр баҙарында юғары дәғүәселек һәм эш хаҡының түбән булыуы арҡаһында был эшкә бик йыш тәжрибәһеҙ кешеләр тотона.
Синхрон тәржемә беренсе тапҡыр 1945 – 1946 йылдарҙа Нюрнберг процесында күпләп ҡулланыла. Артабан ул БМО-ла телдән тәржемә итеүҙең төп формаһына әүерелә.
Компьютерҙар барлыҡҡа килеү менән тәүҙә электрон һүҙлектәр, һуңынан автоматлаштырылған тәржемә программалары күренә башланы. Әммә уларҙың тәржемә сифаты текстың семантикаһын айырмай һәм проблема яһалма интеллекттың фекер ҡоролошо менән ауаздаш. Автоматлаштырылған тәржемәсе миҫалының береһе булып Google Translate сервисы тора.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәржемә» битенән алынған