Ҡөрьән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Fixed typo, Fixed grammar, Added links, turkdevleti.tk@gmail.com
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
→‎Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә иңдерелгән: Fixed typo, Fixed grammar, Added links, turkdevleti.tk@gmail.com
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
2 юл:
[[Рәсем:Коран.jpg|300px||thumb|right|]]
 
== Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә иңдерелгән ==639-1 isoo
«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән кәрим», «Ҡөрьән шәриф», «Кәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», «Фурҡан» һәм башҡалар.
[[Ислам]] дине тәғлимәте буйынса, ул [[Аллаһ]] тарафынан Ябраил [[фәрештәләр|фәрештә]] аша төрлө ваҡыттарҙа [[Мөхәммәт]] [[пәйғәмбәрҙәр|пәйғәмбәргә]] егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 — тән 6236 — ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның [[Мөхәммәт]] [[пәйғәмбәрҙәр|пәйғәмбәр]] аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта ([[намаҙ]]ҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндәр кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аятел Көрсиҙе), Йасинды, Әл-Мөлөк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡөрьән» битенән алынған