Әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
 
* Әҙәбиәткә социаль әһәмиәткә эйә булған текстар инә. Шәхси һәм эш хаттары, көндәлектәр, мәктәп иншалары һәм башҡалар әҙәбиәткә ҡарамай. Был критерий тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булһа ла, ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бер яҡтан ҡарағанда, әһәмиәтле авторҙар алып барған осраҡта, шәхси хат алышыуҙың әҙәбиәткә инеүе лә бар. Яҙыусыларҙың һәм ғалимдарҙың әҫәрҙәр йыйынтығында «хаттар» бүлеге булыуы ла юҡҡа ғына түгел бит. Ҡайһы ваҡытта был хаттарҙа әҙәбиәт һәм фән өсөн мөһим мәғлүмәттәр була. Был буласаҡ яҙыусыларҙың, сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың мәктәп иншаларына ла ҡағыла, сөнки улар авторҙары хаҡында нидәйҙер мәғлүмәт биреүе юҫығынан артабан әҙәбиәт киңлегенә инеүе бар. Ҡайһы бер осраҡта яҙыусылар, фәйләсүфтәр, публицистар маҡсатлы рәүештә үҙ хаттарын йәки көндәлектәрен әҙәбиәт фактына әйләндерә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, текстары үҙенең генә ҡаҙанышы булған йәки дуҫтарының, таныштарының тар даирәһендә генә ҡалған дилетант авторҙарҙың ''нәфис әҙәбиәт ижады статусы'' проблемалы булып ҡала. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ етәксеһенә яҙған шиғри ҡотлауын әҙәби күренеш тип ҡарау ни тиклем дөрөҫ? Интернет һәм төрлө сайттар барлыҡҡа килеүе был йәһәттән яңы ауырлыҡтар тыуҙырҙы.
Хәҙерге ғалимдар, мәҫәлән, француз социологы Пьер Бурдье һәм уның шәкерттәре әҙәбиәтте, сәнғәтте, фәнде билдәләүсе һәм уларҙы теләһә ниндәй дилетант эшмәкәрлегенән сикләүсе социаль механизмды һүрәтләргә тырыша. Әммә улар тәҡдим иткән схемалар дөйөм ҡабул ителмәй һәм ҡәтғи фекер алышыуға килтерә.
Әҙәбиәттең тѳп тѳрҙәре
Әҙәбиәт йѳкмәткеһе, тәғәйенләнеше буйынса тѳрҙәргә бүленә. Классификациялағанда принцип берҙәмлеген булдырыуҙы тулыһынса һаҡлау ҡыйыныраҡ. Ундай классификация, бѳтѳнләй оҡшамаған тѳрлѳ күренештәрҙе берләштереп, яңылыш фекер тыуҙыра. Йыш ҡына бер дәүерҙең типологик яҡтан тѳрлѳ булған текстары, тѳрлѳ дәүер һәм мәҙәниәтенең берүк текстарына ҡарағанда, бер-береһенә яҡыныраҡ була.
Ҡайһы бер текстарҙың яҙмышы шулайыраҡ тѳҙѳлә, йәғни, тѳҙѳгән саҡта улар бер әҙәбиәт тѳрѳнѳ ҡарай, ә һѳҙѳмтәлә бѳтѳнләй икенсе яҡҡа тартыла, мәҫәлән, Даниэль Дефоның «Робинзон Крузо мажаралары» бѳгѳн балалар әҙәбиәте булараҡ уҡыла, ысынбарлыҡта иһә ул ололар ѳсѳн ижад ителгән художестволы әҫәр ҙә түгел, ә публицистик башланғысҡа әһәмиәтле роле булған памфлет кеүек яҙылған. Шуға күрә, әҙәбиәт тѳрѳнѳң дѳйѳм исмлеге яҡынса самалау характерында ғына була ала. Әҙәби киңлектең конкрет структураһы билдәле бер мәҙәниәткә һәм осорға ҡарата яҡынса ғына булдырыла. Ғәмәли маҡсат ѳсѳн бындай ҡатмарлыҡтар әллә ни әһәмиәткә эйә түгел. Китап сауҙаһы һәм китапханаларҙың ихтыяжын күп тармаҡлы китапхана-библиография системаһы ҡәнәғәтләндерә.
Художестволы әҙәбиәт
Художестволы әҙәбиәт – сәнғәттең бер тѳрѳ. Тѳп материалы - һүҙ һәм кеше телмәренең яҙма конструкцияһы. Уның үҙенсәлеге бер яҡтан музыка, һүрәт тѳшѳрѳү, театр, кино сәнғәте тѳрҙәрен, икенсе яҡтан философия, публицистика һәм фәнде сағыштырып ҡарағанда күренә. Бынан тыш, фольклорҙан айырмалы рәүештә, художестволы әҙәбиәт сәнғәттең башҡа тѳрҙәре кеүек һәм автор, аноним әҫәрҙәрҙе берләштерә.
 
Документаль проза
Әҙәбиәттең бер тѳрѳ. Реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән, әҙ генә художестволы уйҙырма ѳҫтәлгән. Документаль прозаға билдәле кешеләрҙең биографияһы, ниндәйҙер хәл ваҡиғаларҙың тарихы, илдәр ѳйрәнеү фәне, ҙур енәйәттәрҙе тикшереү инә.
 
Мемуар әҙәбиәт
Мемуар – үҙе ҡатнашҡан, йәки уның шаһиты булған кеше менән таныш булған аторҙың ниндәйҙер хәл ваҡиғаны һүрәтләүе. Уның мѳһим үҙенсәлеге – үткәндәрҙе тергеҙгән текстың дѳрѳҫ, документаль характерҙа булыуында.
 
Фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәт
Фәнни әҙәбиәт – фәнни методҡа ярашлы алып барылған тикшереүҙәр, теоретик дѳйѳмләштереүҙәр һѳҙѳмтәһендә булдырылған яҙма хеҙмәт йыйылмаһы. Ул ғалимдарҙы, белгестәрҙе фәндең һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырыуға һәм фәнни асыштарға ѳҫтѳнлѳктѳ нығытыу ѳсѳн тәғәйенләнгән.
Ҡағиҙә булараҡ, әгәр ҙә баҫылып сыҡмаһа, фәнни эш тамамланған тип һаналмай. Тәүге фәнни әҫәрҙәр тѳрлѳ жанрҙарҙа була: трактаттар, әңгәмәләшеү, ѳйрәтеү, диалог, сәйәхәт итеү, тормошто һүрәтләү һәм хатта шиғри формаларҙа. Әлеге ваҡытта фәнни әҙәбиәт формалары стандартлашҡан, һәм монографияларҙан, күҙәтеүҙәрҙән, статьяларҙан, докладтарҙан, авторефераттарҙан, рефераттарҙан һәм рецензияларҙан тора. Бѳгѳн күп илдәрҙә фәнни әҙәбиәтте аттестациялау механизмы эшләй. Быға хѳкүмәт йәки йәмәғәт ойошмалары ярҙам итә. Рәсәйҙә, мәҫәлән, аттестацияны Юғары аттестация комиссияһы үткәрә. Фәнни әҙәбиәтте баҫтырыуҙағы тѳп талаптар исемлегендә иң мѳһмие уның рецензияланған булыуы. Ошо процесҡа ярашлы, фәнни журнал нәшриәте йәки мѳхәрририәте яңы фәнни эште баҫтырыуҙан алда уны ошо ѳлкә буйынса белгес һаналған бер нисә рецензентҡа ебәрә. Рецензиялау барышында тупаҫ методологик хаталар йәки туранан-тура ялғанлауҙар алып ташлана.
XX быуат башында баҫтырылған фәнни әҙәбиәттең даими экспоненциаль үҫеш күләме күҙәтелә. Ошоға бәйле, бѳгѳн фәнни әҙәбиәттең мѳһим таратыусыһы булып, матбуғат баҫмалары, бигерәк тә рецензиялаусы фәнни журналдар тора. XX быуат башында бындай журналдарҙың ҡағыҙ варианттан электрон вариантҡа, бигерәк тә Интернетҡа күсеүе күҙәтелә.
 
Фәнни-популяр әҙәбиәт
Фән, фәнни ҡаҙаныштар, ғалимдар тураһындағы киң даирә уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҙәби әҫәрҙәр. Был әҙәбиәт башҡа ѳлкә белгестәренә лә, әҙерлеге бәләкәй булған уҡыусыларға ла, балаларға, үҫмерҙәргә лә тәғәйенләнгән. Фәнни әҙәбиәттән айырмалы рәүештә, фәнни-популяр әҫәрҙәр рецензияланмай һәм аттестацияланмай.
Фәнни-популяр әҙәбиәткә тѳрлѳ жанрҙа яҙылған тѳп, ғәмәли фәндең нигеҙҙәре һәм проблемалары, фән эшмәкәрҙәренең биографияһы, сәйәхәттәрҙе һүрәтләү һ.б. инә. Иң яҡшы популяр әҫәрҙәр тәғәйенләнгән уҡыусыларға алдынғы фәндең ҡаҙаныштарын аңлайышлы формала пропагандалай. Европала популяр булған Лукреция Караның «О природе вещей», М. В. Ломоносовтың «Письмо о пользе стекла» тигән фән тураһындағы әҫәрҙәре поэтик формала яҙыла. Тәбиғәт календары, этюд, очерк, «интеллектуаль мажаралар» формаһында яҙылған популяр әҫәрҙәр ҙә билдәле.
 
Белешмә әҙәбиәт
Белешмә әҙәбиәт – дѳйѳм мәғлүмәт биреүсе, икеләнеү тыуҙырмаған ярҙамсыл йѳкмәткеле әҙәбиәт.
Тѳп тѳрҙәре:
Һүҙлектәр - ниндәйҙер ѳлкә буйынса һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, алфавит буйынса тәртипкә һалыу;
Белешмәләр – ниндәйҙер ѳлкә буйынса мәғлүмәтте тәртипкә һалыу. Мәҫәлән, медицина белешмәһе - ауырыуҙарға юл ҡуймау, йәки ауырыу характеры, симптомдары буйынса
Энциклопедия – ниндәйҙер ѳлкә буйынса комплекслы һәм системалы мәғлүмәт йыйынтығы.
Белешмә баҫмалар объектив факттарҙы үҙ эсенә алырға һәм булған белем кимәлен бер тѳрлѳ сағылдырырға тейеш. Әммә ғәмәлдә факттарҙы интерпретациялауҙан һәм дѳрѳҫ булмағандан айырыуы ҡыйын. Шуға ла һәр белешмәлә ниндәйҙер кимәлдә тенденциялыҡ була. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был кимәл бик ҙур һәм белешмәгә маҡсатлы рәүештә индерелә. Гуманитар белемгә ҡағылған Совет дәүере белешмәләре йыш ҡына шулай була һәм хатта ундағы ҡыҫҡа ғына һүҙлек статьялары ла идеологик яҡтан биҙәлгән була. Был материал һайлауға ла ҡағыла: СССР ваҡытында сығарылған әҙәби энциклопедияларҙа, социалистик, коммунистик йүнәлештәге урта ҡул яҙыусыларға урын була , әммә совет ҡоролошона кире ҡарашта булған ҙур авторҙар әҫәре булмай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт үтһә лә, бындай баҫмаларҙы белешмә булараҡ файҙаланып булмай, сөнки факттарҙы интерпретациянан айырып алыу өсөн күп ваҡыт сарыф итергә турпа килә, әммә нәҡ ошо идеологик биҙәүҙәр белешмә баҫмаларын тарихи факт, үҙ дәүеренең иҫтәлеге булараҡ ҡыҙыҡлы итә лә инде.
 
Уҡытыу әҙәбиәте
Дәреслектәргә, күнегеүҙәр йыйынтығына бүленә. Белешмә әҙәбиәт менән уртаҡлығы ҙур, сөнки икеһе лә ниндәйҙер бер һорау буйынса бер өлкәләге белем менән эш итә.
Әммә уҡытыу әҙәбиәтенең тәғәйенләнеше башҡаса: белемдең ошо өлөшөн текст адресаты уның тураһында тулыһынса күҙ алдына килтерерлек итеп һәм һәм ошо өлкә буйынса тигҙләмә сисеү, тыныш билдәләрен ҡуйыу оҫталығына эйә булырлыҡ дәрәжәлә эҙмә-эҙлекле һәм системалы итеп аңлатыу.
Был прагматик бурыс дәреслек текстарының төҙөлөш үҙенсәлеген билдәләй: ҡабатлауҙар, күтәреп алыу, тикшереү һорауҙары һәм мәсьәләләре һ.б.
 
Техник әҙәбиәт
производство һәм техника өлкәһенә ҡағылған әҙәбиәт: изделиелар каталогы, эксплуатациялау, хеҙмәтләндереү һәм ремонт инструкциялары, детальдәр каталогы, патенттар. һ.б.
 
Әҙәбиәт һәм текст таратыусылар
Әҙәби текст материаль кәүҙәләнешенән башҡа ла (ҡулъяҙма, китап, компьютер файлы, монитор ҡоролмаһы) үҙ-үҙе булып ҡала. Тик текст таратыу эволюцияһы текстҡа йоғонто яһамай, тип уйларға кәрәкмәй. Киреһенсә, әҙәбиәт торошо күҙ күреме етерлек үткәндәрҙә тулыһынса цивилизациялы революция менән билдәләнә. Яңы цивилизациялы революция ике сифатлы текст күсергесен – аудиокитап һәм компьютер файлын тормошҡа ашыра.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әҙәбиәт» битенән алынған