Әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу
13 юл:
* Синтетик текст түгел, ә тѳп материалы булып кеше [[Тел (лингвистика)|телмәрендә]] булған һүҙҙәрҙән торған текст ҡына әҙәбиәткә инә ала. [[Йыр]]ҙар йәки [[опера]]лар үҙҙәре генә әҙәбиәтең өлөшө тип һанала алмай. Әгәр ҙә берәй шағирҙың әҙер тексына композитор тарафынан йыр яҙылһа, проблема юҡ; әммә, боронғо традиция тағы ла киң йәйелеү ала, йәғни бер үк автор текст та, көй ҙә яҙа һәм ошо әҫәрҙе үҙе башҡара. Килеп сыҡҡан синтетик әҫәрҙән бары тик һүҙ тексын ғына айырып алып, уны үҙаллы әҙәби әҫәр тип ҡарау ни тиклем нигеҙле булыуы бәхәсле ҡала. Әгәр ҙә телдеке булмаған элементтар сағыштырмаса күп түгел икән, билдәле балалар китабында һүрәттәр, йәки улар текстың күп өлөшөн алып, уларҙың роле буйһоноусан булған (мәҫәлән, математик, физик, химик формулаларҙыҡы кеүек) осраҡтарҙа синтетик әҫәрҙәр барыбер ҙә әҙәби әҫәр тип ҡабул ителә һәм квалификациялана. Шулай ҙа, ҡайһы бер саҡтарҙа әҙәби текста өҫтәмә визуаль элементтар шул тиклем күп була, уларҙы фәнни күҙлектән әҙәби итеп ҡарау ҡыйынға тура килә. Ошондай тексҡа Антуан де Сент-Экзюпериның автор һүрәттәре мөһим өлөш алып торған «[[Бәләкәй принц]]» әкиәтен индерергә мѳмкин.
 
* Әҙәбиәткә социаль әһәмиәткә эйә булған текстар инә. Шәхси һәм эш хаттары, кәндәлектәркөндәлектәр, мәктәп иншалары һ.б.һәм башҡалар әҙәбиәткә ҡарамай. Был критерий тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булһа ла, ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бер яҡтан ҡарағанда, әһәмиәтле авторҙар алып барған осраҡта, шәхси хат алышыуҙың әҙәбиәткә инеүе лә бар. Яҙыусыларҙың һәм ғалимдарҙың әҫәрҙәр йыйынтығында «хаттар» бүлеге булыуы ла юҡҡа ғына түгел бит. Ҡайһы ваҡыттарҙаваҡытта был хаттарҙа әҙәбиәт һәм фән өсөн мөһим мәғлүмәттәр була. Был буласаҡ яҙыусыларҙың, сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың мәктәп иншаларына ла ҡағыла, сөнки улар авторҙары хаҡында нидәйҙер мәғлүмәт биреүе юҫығынан артабан әҙәбиәт киңлегенә ылыҡтырыуыинеүе бар. Ҡайһы бер осраҡтарҙаосраҡта яҙыусылар, фәйләсүфтәр, публицистар маҡсатлы рәүештә үҙ хаттарын йәки көндәлектәрен әҙәбиәт фактына әйләндерә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, текстары үҙенең генә ҡаҙанышы булған йәки дуҫтарының, таныштарының тар даирәһендә генә ҡалған дилетант авторҙарҙың ''нәфис художествоәҙәбиәт ижады статусы'' проблемалы булып ҡала. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ етәксеһенә яҙған шиғри ҡотлауын әҙәби күренеш тип ҡарау ни тиклем дөрөҫ? Интернет, һәм төрлө сайттар барлыҡҡа килгәс,килеүе был йәһәттән яңы ауырлыҡтар барлыҡҡа киләтыуҙырҙы.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әҙәбиәт» битенән алынған