Әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Legobot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 159 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q8242 (translate me)
5 юл:
* [[Урыҫ әҙәбиәте]]
* [[Башҡорт әҙәбиәте]]
{{Башланғыс}}
 
Тѳшѳнсә сиктәре тураһында
[[Категория:Әҙәбиәт]]
Әҙәбиәтте күп осраҡта художестволы әҙәбиәт, йәғни сәнғәттең бер тѳрѳ тип аңлайҙар. Әммә, заманса был аңлауҙы бөгөнгө дәүерҙән алыҫлашҡан мәҙәниәткә ҡарата туранан-тура ҡулланырға кәрәкмәй. Замандаштарҙың ҡарашы буйынса, «[[Теогония]]», [[Гесиод]] йәки [[О природе вещей]]» [[Тит Лукреций Кар|Лукреция]] кеүек боронғо фәнни трактаттар һәм дини-мифологик әҫәрҙәр «[[Илиада|Илиаде]]» [[Гомер]] йәки «[[Энеида|Энеиде]]» [[Публий Вергилий Марон|Вергилия]]) кеүек эпик әҫәрҙәрҙәргә художестволы булмаған әҙәбиәтте художестволы әҙәбиәткә ҡаршы ҡуйған кеүек ҡаршы ҡуйылмай.
1820 йылда Рәсәй тәнҡитселәренең фекере икегә айырыла. Тәүгеләре Николай Михайлович Карамзиндың «Рәсәй дәүләт тарихы»н, икенселәре, Николай Иванович Тургеневтың «Һалым теорияһы тәжрибәһе»н рус прозаһының иң яҡшы өлгөһө, тип һанай. Башҡа осор художество әҙәбиәтен дини, фәлсәфәүи, фәнни, публицистик әҙәбиәттән айырып, бөгөнгө заман тѳшѳнсәләрен үткәндәргә күсерәбеҙ.
Һәр ҡайһыһы билдәле бер проблемаларға һәм төҙәтмәләргә бәйле булыуға ҡарамаҫтан, әҙәбиәттең бөтә милли мәҙәниәттәрҙә лә, кешелек тарихында ла үҙгәрмәй торған бер нисә универсаль үҙенсәлеге бар.
Әҙәбиәткә автор текстары (шул иҫәптә ниндәйҙер сәбәптәр менән авторы күрһәтелмәгән аноним, коллектив текстар ҙа) ҡарай. Текстың ниндәйҙер бер авторҙыҡы булыуы, уның тарафынан булдырылыуы юридик (авторлыҡ хоҡуғы), психологик (автор тере кеше, уҡыусы уның турала үҙе уҡыған текстан мәғлүмәт алырға тырышыуы бар) яҡтан ғына мөһим түгел, ә текст авторының билдәле булыуы ошо текстҡа тамамланғанлыҡ бирә, нөктә ҡуя һәм шунан һуң ғына был текст үҙаллы йәшәй башлай. Мәҙәниәт тарихы башҡа ҡағиҙәләр буйынса йәшәгән текст төрҙәрен дә белә, мәҫәлән, фольклор текстары. Авторҙары билдәле булмағанлыҡтан текстар нығытылмаған, шуға күрә, һуңғы тапҡыр һөйләүсе йәки күсереп яҙыусы уға үҙенсә үҙгәрештәр индерә ала. Теге йәки был текстар уны барлыҡҡа килтереүсе яҙыусы йәки ғалим исеме менән бәйле булырға мөмкин, мәҫәлән, Александр Николаевич Афанасьефтың «Рус халыҡ әкиәттәре». Әммә, әҙәби булмаған текстарҙы әҙәби беркетеүҙәр уның башҡа варианттары булыуын инҡар итмәй һәм бары тик үҙе яҙған ошо текст ҡына авторҙыҡы һанала.
Һөйләү тексының түгел, ә яҙма текстың ғына әҙәбиәткә инеүе лә алдағы үҙенсәлектәргә бәйле. Һөйләү ижады яҙма ижадтан алда барлыҡҡа килгән һәм унан айырмалы рәүештә беркетеп ҡуйылмаған. Фольклор һәр ваҡытта ла (XIX быуатҡа тиклем, яҙма формалар барлыҡҡа килгәнсе) телдән булған. XX быуатта ҙур үҫеш кисергән милли мәҙәниәттәрҙә ауыҙ-тел ижады менән шөғөлләнеүсе сәсәндәр һаҡланған һәм һаҡлана.
Синтетик текст түгел, ә тѳп материалы булып, кеше телмәрендә булған һүҙҙәр торған текст әҙәбиәткә инә ала. Йырҙар йәки опералар үҙҙәре генә әҙәбиәтең өлөшө тип һанала алмай. Әгәр ҙә берәй шағирҙың әҙер тексына композитор тарафынан йыр яҙылһа, проблема юҡ; әммә, боронғо традиция тағы ла киң йәйелеү ала, йәғни бер үк автор текст та, көй ҙә яҙа һәм ошо әҫәрҙе үҙе башҡара. Килеп сыҡҡан синтетик әҫәрҙән бары тик һүҙ тексын ғына айырып алып, уны үҙаллы әҙәби әҫәр тип ҡарау ни тиклем хаҡлы булыуы бәхәсле ҡала. Әгәр ҙә телдән булмаған элементтар сағыштырмаса күп түгел икән, билдәле балалар китабында һүрәттәр, йәки улар текстың күп өлөшөн алып, уларҙың роле буйһоноусан булған (мәҫәлән, математик, физик, химик формулаларҙыҡы кеүек) осраҡтарҙа синтетик әҫәрҙәр барыбер ҙә әҙәби әҫәр тип ҡабул ителә һәм квалификациялана. Шулай ҙа, ҡайһы бер саҡтарҙа әҙәби текста өҫтәмә визуаль элементтар шул тиклем күп була, уларҙы әҙәби фәнни күҙлектән ҡарау ҡыйынға тура килә. Ошондай текстҡа Антуан де Сент-Экзюпериның автор һүрәттәре мөһим өлөшө булған «Бәләкәй принц» әкиәтен индерергә мѳмкин.
Әҙәбиәткә социаль әһәмиәткә эйә булған текстар инә. Шәхси һәм эш хаттары, кәндәлектәр, мәктәп иншалары һ.б. әҙәбиәткә ҡарамай. Был критерий тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булһа ла, ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бер яҡтан ҡарағанда, әһәмиәтле авторҙар алып барған осраҡта, шәхси хат алышыуҙың әҙәбиәткә инеүе лә бар. Яҙыусыларҙың һәм ғалимдарҙың әҫәрҙәр йыйынтығында хаттар бүлеге булыуы ла юҡҡа ғына түгел бит. Ҡайһы ваҡыттарҙа был хаттарҙа әҙәбиәт һәм фән өсөн мөһим мәғлүмәттәр була. Был буласаҡ яҙыусыларҙың, сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың мәктәп иншаларына ла ҡағыла, сөнки улар әҙәбиәт киңлегенә ылыҡтырыуы бар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа яҙыусылар, фәйләсүфтәр, публицистар маҡсатлы рәүештә үҙ хаттарын йәки көндәлектәрен әҙәбиәт фактына әйләндерә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, текстары үҙенең генә ҡаҙанышы булған йәки дуҫтарының, таныштарының тар даирәһендә генә ҡалған дилетант авторҙарҙың художество ижады статусы проблемалы булып ҡала. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ етәксеһенә яҙған шиғри ҡотлауын әҙәби күренеш тип ҡарау ни тиклем дөрөҫ? Интернет, төрлө сайттар барлыҡҡа килгәс, был йәһәттән яңы ауырлыҡтар барлыҡҡа килә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әҙәбиәт» битенән алынған