Эмоция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
1 юл:
'''Эмо́ция''' (от {{lang-lat|emoveo}} — [[урыҫ теле|урыҫса]] ''потрясаю, волную''; [[башҡорт теле|башҡортса]] ''хайран ҡалдырам, тулҡынландырам, борсойом'') — булыусы йә булыуы ихтимал хәлдәргә субъектив баһалы ҡарашты сағылдырған урта дауамлы психик
процесс<ref>Сущность, функции и виды чувств и эмоций. http://www.grandars.ru/college/psihologiya/emocii-i-chuvstva.html</ref> Эмоцияларҙы ярһыу (аффект), хис-тойғо (чувство) һәм [[кәйеф]] (настроение) кеүек башҡа төр эмоциональ процестарҙан айырып ҡарайҙар <ref name="Leon1">{{статья | автор = Леонтьев Алексей Николаевич. | заглавие = '''Потребности, мотивы и эмоции'''| оригинал = | ссылка = http://flogiston.ru/library/leontev| язык = ru| ответственный = | автор издания = | издание = | тип = | место = [[Мәскәү]]| издательство = | год = 1971 | выпуск = | том = | номер = | страницы = | isbn = }}</ref>. Башҡа күп төрлө психик күренештәр кеүек эмоциялар ҙа аҙ өйрәнелгән, төрлө авторҙар уны төрлөсә аңлап-аңлата, шуға ла үрҙә килтерелгән билдәләмәне аныҡ һәм теүәл тип тә, дөйөм нигеҙҙә ҡабул ителгән тип тә әйтеп булмай.
 
10 юл:
== Тасуирлама һәм өйрәнеү ысулдары ==
Эмоция тип [[кеше]] йәки [[хайуандар]] тормошондағы булыусы йә ихтимал хәлдәрҙең мәғәнәһен (уларҙың тормош эшмәкәрлеге өсөн әһәмиәтен) сағылдырған эшмәкәрлектең ваҡыт арауығында һуҙылған эске яйға һалыу (регуляция) процестарын атайҙар. Эмоциялар кешелә шәхси (субъектив) ориентирлашыу роле уйнаған ''рәхәтлек, ризаһыҙлыҡ, ҡурҡыу, ҡыйыуһыҙлыҡ'' һәм уларға оҡшаш кисерештәр тыуҙыра. Ғилми ысулдар менән бындай субъектив кисерештәрҙең хайуандарҙа булыуын билдәләүсе алымдар әлегә табылмаған. Был юҫыҡтан эмоция үҙенән үҙе бындай кисерештәрҙе тыуҙыра, әммә был мотлаҡ түгел икәнен аңлау зарур, сөнки кисерештәр бары эшмәкәрлектең эске яйға һалыу процессына ғына ҡайтып ҡала.
 
Эмоциялар тәбиғи, хәрәкәткә килтереүсе һәм секреция (биҙҙәр тарафынан махсус матдәләр яһалыуы) үҙгәртеүҙәренә ҡайтып ҡалған тыумыштан килгән ябай эмоциональ процестарҙан алып хәтһеҙ ҡатмарлы һәм [[инстинкт]] нигеҙен юғалтҡан процестарға тиклем эволюцион үҫеш кисергән: улар булыусы йә ихтимал хәлдәргә, уларҙа ҡатнашыуыңа шәхси баһалау ҡарашын сағылдыра. Кешегә тыумыштан бирелгән һәм йәшәү менән бәйле беренсел эмоцияларға ''ҡурҡыу, асыу, ярһыу, ауыртыу'' һәм башҡа уларға оҡшаштар инә<ref name="p176">{{книга|автор=А.С. Батуев|часть=Глава 6. Факторы организации поведения. #3. Роль эмоций в организации поведения|заглавие=Физиология высшей нервной деятельности и сенсорных систем|издание=3|издательство=Питер|год=2010|серия=Учебник для вузов|страницы=176|страниц=317|isbn=978-5-91180-842-6}}</ref>.
 
Эмоциялар тарих барышында үҙгәреп, социаль йәһәттән формалашыу сифаттарына эйә булған телдә сағыла, был төрлө этнографик һүрәтләүҙәрҙә күренә. Бындай ҡараш файҙаһына тыумыштан һуҡырҙарҙың ым менән күрһәтеүенең (мимикаһының) үтә ярлы булыуы ла асыҡ һөйләй<ref name="Leon1" />.
 
Эмоцияны өйрәнеп-тикшереү алымдарына түбәндәгеләр инә<ref>{{книга|автор=Изард К.|часть=Методы изучения
эмоций|заглавие=Эмоции человека|издательство=МГУ|год=1980|страницы=16, 99-116}}</ref>:
 
* Нейрофизиологик кимәлдәге тикшереүҙәр
** Хирургик юл менән кәрәкле матдәләрҙе алыу (этик күҙлектән был алым хайуандарҙа ғына ҡулланыла)
** Туранан-тура стимул биреү маҡсатында мейегә электродтар индереү (бының кире яҡтары ла бар)
** Психофизиологик тикшереүҙәр (эксперименталь эске көсөргәнеш (стресс) ваҡытында төрлө функцияларҙы үлсәү)
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Эмоция» битенән алынған