Буддизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Gandhara Buddha (tnm).jpeg|thumb|Баҫып тороусы Будда. (I—II быуат)]]
'''Будди́зм''' ({{lang-sa|बुद्ध धर्म}}, {{IAST|buddha dharma}}; [[пали]] बुद्ध धम्म, ''buddha dhamma'', «Асыҡ яҡты күңелленең ғилеме»<ref>[http://sanskritdocuments.org/dict/ Online Sanskrit Dictionary] {{ref-en}} Buddha — Просветленный (The Enlightened One). Dharma — Закон, Истина, Учение (Law, Truth, Doctrine).</ref>)  — яңы эраға тиклемге VI б. аҙағында Төньяҡ Һиндостанда барлыҡҡа килеп, [[Тибет]], [[Монголия]], [[Һинд-Ҡытай]], [[Ҡытай]], [[Мьянма]] (Бирма), [[Япония]] һәм башҡа ҡайһы бер Көнсығыш илдәрҙә таралған дин<ref>Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)</ref>.
 
== Тәп тәғлимәт ==
Нигеҙ һалыусыһы булыа [[Будда Шакьямуни|Сиддхартха Гаутама]] иҫәпләнә.
Б. Э.Т 6 быуат урталарында, хәҙерге Һиндостан урынындағы дәүләттәрҙең береһендә, батша улы [[Будда Шакьямуни|Сиддхартха Гаутама]] донъяға килә. Яңы тыуған балаға яңғыҙлыҡта ғүмер кисергән дәрүиш юлын юрағандар. Ул ваҡытта Һиндостанда йәненә рухи хаҡлыҡ эҙләп, асығып хәрәкәтһеҙ ултырған, ауыртыуға түҙергә күнеккән [[йога|йогтар]] күп булған. Батша улын һарәйҙан ситкә сығармаә тотҡан. Гаутама нужа күрмәй үҫә. 16 йәшлеге сағында ҡалала мәрхүмдәрҙе ерләгәнде, ауырыуҙарҙы, ҡарттарҙы күреп тетрәнә. Был күренештән һуң ул донъяға хаҡлыҡ аса һәм ул Буддаға, йәғни аң-зиһененә асыллыҡ килгән дәрүишкә әйләнә.
 
Ул донъяға дүрт хаҡлыҡты аса:
* тормош — ул яфа сигеү;
* яфа сигеүҙәрҙең сәбәбә — кешенең байлыҡ, власть яратыуында; шулар кешене яңынан тыуып яфа сигергә мәжбүр итә.
* яфа сигеүҙең аҙағы — теләктәрҙең ҡабат тыумауында;
* һәр кем теләктәрҙең яңынан тыумауын, йәғни ҡотолоу юлын үтә ала.
 
Ғазаптарҙан ҡотолоу өсөн һәр кем тыйнаҡ, баҫалҡы булырға тейеш, тереклеккә зян килтермәҫкә, эсеүҙән, енси аҙғынлыҡтан тыйылырға тейеш. Ошо юлды үткән кеше ҡабат тыуыу түңәрәген үтеп ''нирванаға'' (тыныслыҡ хәленә) «үлем һәм ҡартлыҡ булмаған утрауға етә.»
 
Уның ғилемен дауам итеүселәр уны «Дхарма» (ҡанун, ғилем) йәки «Буддхадхарма» (Будда ғилеме) тип атайҙар. «Буддизм» терминын европалылар [[XIX быуат]]та ҡуллана башлай<ref name=autogenerated1>''Торчинов Е. А.'' [http://anthropology.ru/ru/texts/torchin/buddhism_01.html#n1 Введение в буддологию] — стр. 5.</ref>.
Юл 27 ⟶ 36:
Будда дине шаҡтай төрлөсә. Ләкин ул, ниндәй генә шәкелдә булмаһын, үҙенең төп үҙенсәлеген, эске аҫылын юғалтмаған. Будда диненең төп принцибы — йәшәү бығауынан ҡотолоу, уның гүзәл сифаттарынан арынырға тырышыу. Нәтижәдә — социаль тормоштан ситләшеү, индивидуальлеккә бирелеү, ысынбарлыҡтағы рухи һәм физик сығанаҡтарҙан баш тартыу, ваз кисеү. Ләкин, донъялағы башҡа нәмәләр кеүек үк, Будда дине лә бер урында ғына тормай, үҙгәрә бара. Мәҫәлән, [[XX быуат]] уртаһында [[Вьетнам]] буддасылары Көнбайыш империалисттарына ҡаршы йәйелгән милли азатлыҡ хәрәкәтендә актив ҡатнаштылар, социаль тормоштан ситтә ҡалманылар.
 
== Ҡарағыҙ ==
* [[Будда]]
 
== Сығанаҡтар ==
* Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.{{ref-tt}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Буддизм» битенән алынған