Сенегал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
70 юл:
}}
 
'''Сенегал''' ([[Француз теле|фр.]] ''Sénégal'' ), рәсми атамаһы '''Сенегал Республикаһы''' ([[Француз теле|фр.]] ''République du Sénégal'') - Көнбайыш [[Африка|Африкалағы]] дәүләт. Дәүләттең исеме Сенегал йылғаһынан килеп сыҡҡан.
 
Көнбайышта [[Атлантик океан]], төньяҡта [[Мавритания]], көнсығышта [[Мали]], көньяҡта [[Гвинея]] һәм [[Гвинея-Бисау]] менән сиктәш. Территорияның эсендә [[Гамбия]] дәүләте урынлашҡан, ул Атлантик океандан Сенегал эсенә яҡынса 300 саҡрымға һуҙылған.
78 юл:
=== Империялар осоро ===
Б. э. VI быуаты баштарында Сенегал территорияһында ике этник төркөм — волоф һәм серер барлыҡҡа килә. IX быуатта Сенегал йылғаһы үҙәнен тағы бер этник төркөм — тукулер төйәк итә һәм IX — XIV быуаттарҙа көнсығыш Сенегалда Уларҙың Текрур дәүләте өҫтөнлөк ала. [[XV быуат|XV быуатҡа]] Волоф һәм Серер дәүләттәре лә ойоша.
 
=== Колонияға тилемге осор ===
Яҡынса XI быуатта Сенегалда ислам дине өҫтөнлөк итә башлай.
 
XIV быуатта төбәктә бер нисә батшалыҡ була, уларҙың иң көслөһө - Джолоф.
 
XV быуатта Сенегал ярҙарында европалылар күренә башлай. Тәүгеләре португал диңгеҙселәре була, ә 1633 йылда илгә инглиз һәм француз сауҙагәрҙәре аяҡ баҫа. XVII-XVIII быуаттарҙа Европа менән Африка араһындағы сауҙала ҡолдар менән һатыу итеү торған һайын ҙурыраҡ урын ала бара. Африка хакимдары күршеләренә һөжүм итеп әсирҙәр алған һәм уларҙы европалыларға һатҡан.
 
=== Колония осоро ===
XVII быуат уртаһынан XIX быут аҙағына тиклем Көнбайыш Африка территорияларын Франция колонизациялай. Тәүҙә француздар Сенегал компанияһын ойошторалар, ә 1638 йылда Сенегал йылғаһы тамағында Сен-Луи сауҙа портына нигеҙ һалалар (1659 йылдан Сен-Луи ҡалаһы). Ул сауҙа факторияһына һәм француз флоты өсөн йөк күсереп тейәү үҙәгенә әйләнә. 1693 — 1814 йылдарҙа Англия менән Франция араһында Сенегалдың яр буйы өсөн көрәш бара. XIX быуаттың икенсе яртыһында француздар Сенегалдың эске райондарын үҙләштерә башлай. 1848 йылда Сенегалда ҡоллоҡ тыйыла. Француздар Сенегалдағы биләмәләрен киңәйтә һәм эске райондарҙы буйһондора. 1860 йылда Сенегалдың иң ҙур ҡәбиләһе тукулерҙар башлығы Хадж Омар Франция протекторатын таный һәм 1890 йылға Сенегалдың бөтә ҡәбиләләре лә француздарға буйһона. Француздар Сенегалдан ҡытай сәтләүеге сығаралар, аҙ миҡдарҙа алтын табыла. 1885 йылда Сен-Луи — Дакар тимер юлы төҙөлә. 1895 йылда Сенегал француз Көнбайыш Африкаһының өлөшөнә әйләнә, ә 1902 йылда Дакар был колонияның хакимиәт үҙәге була. Ҡайһы берҙәр Франция гражданлығын ала башлай. Бөтә Көнбайыш Африканың колониаль хакимиәт органдары өсөн ҡара тәнлеләрҙән кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорттары асыла. Африкандарҙан француз армияһы частары - сенегал уҡсылары батальондары төҙөлә башлай. 1909—1923 йылдарҙа Дакарҙан күрше француз колонияһы Малиға тимер юл һалына. 1959—1960 йылдарҙа Сенегал Мали менән берләштерелә. 1946 йылда Сенегалда йәшәүселәргә барыһына ла Франция гражданлығы бирелә, ә Сенегал үҙе Францияның диңгеҙ аръяғы территорияһы статусын ала.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сенегал» битенән алынған