Ҡытай Халыҡ Республикаһы — версиялар араһындағы айырма

өҫтәмә мәғлүмәт
(өҫтәмә мәғлүмәт)
(өҫтәмә мәғлүмәт)
{{Ил
|Башҡортса исеме= Ҡытай Халыҡ Республикаһы
|Төп исеме= ғәҙәти ҡытайса 中國/中国,<br />
|Төп исеме=中國/中国(<ref>[http://www.seo-forum-seo-luntan.com/learn-chinese/''-is-'china'-in-chinese/msg21635/#msg21635 "China" in Chinese] {{ref-en}}</ref>), 中华人民共和国
ябай 中华人民共和国
|Төп килеш=Ҡытай
|Герб=National Emblem of the People's Republic of China.svg
<!--|Иҫкәрмәләр=-->
}}
'''Ҡытай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР)''' (ҡытайса ғәҙәти ''中國/中国<ref>[http://www.seo-forum-seo-luntan.com/learn-chinese/''-is-'china'-in-chinese/msg21635/#msg21635 «China» in Chinese] {{ref-en}}</ref>,,ябай 中华人民共和国'') — [[Көнсығыш Азия]]лағы социалистик дәүләт. Халыҡ һаны буйынса (1,36 млрд-тан күберәк<ref name=":0">{{Cite web|accessdate = 2015-11-10|title = The World Factbook|url = https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/ch.html|publisher = www.cia.gov}}</ref>) донъяла — беренсе, майҙаны буйынса [[Рәсәй]] менән [[Канада]]нан ҡала өсөнсө урында тора. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; [[Тайвань|Тайванда]] һәм Макаола — кантон) теле. Ил халҡының күпселеге — этник [[ҡытайҙар]], үҙатама — ''[[Хань (халыҡ)|хань]].''
 
Донъяла юғары бойондороҡһоҙ дәүләт (держава) булып иҫәпләнә, [[Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы]] Именлек советының даими ағзаһы.
=== Климаты ===
[[Файл:Longji Terraces.JPG|thumb|Гуанси-Чжуан автономиялы районы]]
Ҡытай климаты үҙенең төрлөлөгө менән айырыла: көньяҡ-көнсығышта ул субтропик булһа, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡырҡа континенталь, сүллектәрҙәң ҡоро климаты хас. Көньяҡтағы яр буйҙарында һауа торошона океан һәм ҡоро ерҙең дымды төрлөсә тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән муссондар — йәйен диңгеҙҙән, ҡышын ҡоро ерҙән иҫкән елдәр тәьҫир тә. Нәтижәлә һауа һәм елдәр йәй көндәре үтә дымлы, ҡыштарын, киреһенсә, шаҡтай ҡоро була. Нәҡ ошо муссондарҙың килеп-китеүе юғары дәрәжәлә яуым-төшөм миҡдарын һәм уның ил буйынса бүленешен билдәләй ҙә инде. Ҡытай биләмәләренең күп өлөшө уртаса климат өлкәләренә тура килһә лә, географик киңлек, оҙонлоҡ һәм бейеклек буйынса ҙур айырымлыҡтар температура һәм һауа торошононоң төрлөлөгөн тыуҙыра.
Илдең 2/3-нән күберәк өлөшөн тау һырттары, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар, сүллек һәм ярым сүллектәр алып тора. Халыҡтың яҡынса 90 % Ҡытайҙың ни бары 10 % майҙанын биләгән диңгеҙ буйы райондарында һәм Янцзы, Хуанхэ (Һары йылға — Жёлтая река) һәм Перл кеүек ҙур йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ауыл хужалығы ерҙәрен оҙаҡ һәм көсөргәнешле эшкәртеү һөҙөтәһендә һәм тирә яҡ мөхитте сәнәғәт тармағы бысратыуы нәтижәһендә был биләмәләрҙең экологик хәле үтә ауыр.
 
[[Файл:Dunhuang Gisela Brantl 09.JPG|thumb|[[Ганьсу]]]]
Ҡытайҙың иң төньяҡ провинцияһы [[Хэйлунцзян]] Рәсәйҙең [[Владивосток]] һәм [[Хабаровск]] ҡалаларыныҡына оҡшаш уртаса климатта булһа, көньяҡтағы [[Хайнань]] утрауы — [[Тропик климат]] зонаһында ята. Был ике төбәктең һауа температураһы араһындағы айырма ҡыштары бик ҙур булһа ла, йәйен аҙая төшә. Мәҫәлән, Хэйлунцзяндың төньяғында ҡышҡы һыуыҡ −38 °C етеүе мөмкин. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C тирәһе булһа, июлдеке +20 °C. [[Гуандун]] провинцияһының көньяғында уртаса температура ғинуарҙа 10 °C, июлдә 28 °C.
 
Яуым-төшөм миҡдарындағы айырма температураға ҡарағанда ла күберәк: [[Циньлин]] тауҙарының көньяҡ биттәрендә яуған ямғырҙарҙың күбе йәйге муссонға тура килә. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан яуым-төшөм аҙая. Илдең төньяҡ-көнбайыш райондары — иң ҡоро һанала, нәҡ бында урынлашҡан [[Такла-Макан]], [[Гоби]] һәм [[Ордос]]) сүллектәрендә ямғыр бөтөнләй юҡ дәрәжәлә.
 
Ҡытайҙың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре йылыына биш тапҡыр тиерлек емергес диңгеҙ ҡойоно (тайфундан), шулай уҡ һыу баҫыуҙан, муссондан, [[цунами]] һәм ҡоролоҡтан ҡаза күрә. Илдең төньяҡ райондарына һәр яҙ һары туҙан дауылдары ябырыла — улар төньяҡ сүлдәрҙә барлыҡҡа килеп, елдәр менән Корея һәм Япония тарафтарына йүнәлә.
 
== Сит илдәр менән мөнәсәбәте ==
82 514

үҙгәртеү