Ҡытай Халыҡ Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
166 юл:
=== Рельефы ===
[[Файл:1 li jiang guilin yangshuo 2011.jpg|thumb|Гуйцзян (Лицзян) йылғаһы]]
Ҡытайҙың ер өҫтө төҙөлөшө бик төрлө: бында бейек тауҙар ҙа, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар ҙа, сүллек һәм киң тигеҙлектәр ҙә бар. Рельеф буйынса ил биләмәләре өс эре төбәккә бүленеп тикшерелә:
* [[Тибет ҡалҡыулығы]] диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан;
* 200—2000 метрлы тауҙар һәм юғарғы тигеҙлектәр бүлкәте илдең төньяғында ята;
* төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һәм көньяҡтағы 200 метрҙан артмаған түбәнге тигеҙлектәр һәм тәпәш тауҙарҙа Ҡытай халҡының күп өлөшө йәшәй.
 
Төньяҡта [[Пекин]]дан башлап көньяҡтағы [[Шанхай]]ға тиклем йәйелеп ятҡан [[Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге]], [[Хуанхэ]] йылғаһы һәм [[Янцзы]] дельтаһы диңгеҙ буйҙарында бергә ҡушыла. [[Ынйы йылғаһы]] (һәм уның төп ҡушылдығы [[Сицзян]]дең) бассейны Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Янцзы йылғаһы бассейнынан [[Наньлин]] тауҙары һәм [[Уишань]] тау һырттары менән айырылған. (һуңғылар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының Ҡытай буйынса исемлегенә индерелгән).
 
Көнбайыштан көнсығышҡа Ҡытайҙың ер йөҙө өс киртләс балыҡҡа килтерә. Уларҙың тәүгеһе диңгеҙ кимәленән 4000 метрҙан бейегерәк тауҙары булған Тибет ҡалҡыулығы. Бейеклектәре 1500 ҙән 3000 метрғаса булған Сычуань һәм Үҙәк Ҡытай тауҙары икенсе киртләсте хасил итә. Бында
үҫемлектәр донъяһы ҡырҡа үҙгәрә: сағыштырмаса ҙур булмаған арауыҡта тәбиғәт зоналарынан бейек тауҙарҙағы һыуыҡ сүллектәрҙән башлап субтропик урманды осратырға мөмкин. Киртләстәрҙең өсөнсөһөнә диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан түбәнерәк ятҡан уңдырышлы тигеҙлектәр инә.
 
=== Климаты ===
[[Файл:Longji Terraces.JPG|thumb|Гуанси-Чжуан автономиялы районы]]
 
== Сит илдәр менән мөнәсәбәте ==