Ҡытай Халыҡ Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тарихы: аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
150 юл:
 
Дәүләт башлығы — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе ([[Си Цзиньпин]] ({{lang-zh|习近平}}). Ул ил етәкселәренең бишенсе быуын вәкиле.
 
Дәүләттең юғары башҡарма органы — ҠХР-ҙың Дәүләт советы (Үҙәк халыҡ хөкүмәте). Уның составы: премьер, уның урынбаҫарҙары, Дәүләт советы ағзалары, министрҙа, комитеттар рәйестәре, генераль ревтизор һәм яуаплы секретарь.
 
Юғары Халыҡ Суды — юғары суд инстанцияһы, ә халыҡ судтары — беренсе инстанция һәм кассация судтары булып иҫәпләнә. Юғары Халыҡ Прокуратураһы һәм уның урындағы органдары — прокурор күҙәтеүен (надзоры) тормошҡа ашыра.
 
Дәүләт власының урындағы органдары булып халыҡ вәкилдәре йыйылыштары, ә даими эшләүсе орган булып даими комитеттар һанала (улар волостарҙа юҡ). Урындағы халыҡ хөкүмәттәре башҡарыу-етәксе органдар булып иҫәпләнә.
 
== Физик-географик характеристика ==
[[Файл:China topo.png|мини|300px|Ҡытайҙың топографик картаһы]]
=== Географик урыны ===
Ҡытай Көнсығыш Азияла урынлашҡан. Көнсығыштан уны [[Тымыҡ океан]]дың көнбайыш диңгеҙҙәре йыуа. Төньяҡ-көнсығышта ул [[Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы]] һәм [[Рәсәй]] менән, төньяҡта — [[Монголия]], төньяҡ-көнбайышта Рәсәй һәм [[Ҡаҙағстан]], көнбайышта — [[Ҡырғыҙстан]], [[Тажикстан]] һәм [[Афғанстан]] менән, көньяҡ-көнбайышта — [[Пакистан]], [[Һиндостан]], [[Непал]] һәм [[Бутан]] менән, көньяҡта — [[Мьянма]], [[Лаос]] һәм [[Вьетнам]] менән сиктәш. Ил биләмәләре майҙаны 9,6 млн км²<ref>[https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/ch.html Сайт ЦРУ. The world factbook]</ref>. Был йәһәттән Ҡытай [[Азия]]ла иң ҙур дәүләт булһа, [[Ер|Ер шарында]], Рәсәй менән [[Канада]]нан ҡалып, өсөнсө урында тора. Ҡытайҙа бер дөйөм сәғәт бүлкәте билдәләнгән — UTC+8.
 
Ҡытайҙың диңгеҙ буйы ярҙары төньяҡта Төньяҡ Корея менән сиктән башланып, көньяҡта Вьетнамға тиклем һуҙыла һәм дөйөм оҙонлоғо 14 500 киомет тәшкил итә. Ил биләмәләрен Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙе, Корея ҡултығы, Һары диңгеҙ Һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа. [[Тайвань утрауы]] материктан [[Тайвань боғаҙы]] менән айырылған.
 
=== Рельефы ===
[[Файл:1 li jiang guilin yangshuo 2011.jpg|thumb|Гуйцзян (Лицзян) йылғаһы]]