Ҡасҡын Һамаров: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡасҡын Һамаров''' — [[Крәҫтиәндәр Һуғышы (1773—1775)|1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында]] ҡатнашыусы, [[Е. И. Пугачёв]] полковнигы.
 
[[Нуғай даруғаһы]] [[Тамъян олоҫо]] улусы Мостафа ([[Һәйет]]) ауылы башҡорто, XVI быуатта йәшәгән башҡорт кенәзе һәм тарханы, Тамъян ҡәбиләһе бейе [[Шағәле Шаҡман]] вариҫы. Польша походында ҡатнашыусы (1771—1773 йылдар). Поход старшинаһы (1773 йыл). 1771—1773 йылдарҙа Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡорт ғәскәренең 10-сы төркөмө командиры. Баш күтәреүселәргә 1773 йылдың октябрендә ҡушыла. 12 октябрҙә Ҡасҡын Һамаров отряды Воскресенка заводын (баш күтәреүселәр армияһына 600-гә яҡын завод крәҫтиәне йәлеп ителә), 19 ноябрҙә Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристанен (баш күтәреүселәргә 600-гә яҡын башҡорт һәм мишәр ҡушыла), һуңыраҡ Табын ҡәлғәһен баҫып ала. Декабрҙән алып Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша, 6 декабрҙә Ҡазан даруғаһы Аҡбаш ауылы янында Речь Посполитаянан ҡайтҡан 400-гә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 700-гә) яҡын башҡортто баш күтәреүселәр яғына ауҙара. 1774 йылдың март аҙағында ғәйебен танып И. И. Михельсонға, октябрҙә И. А.Тимашевҡа килә; май-сентябрҙә [[Ҡаранай Моратов]], [[Ҡәнзәфәр Усаев]] һәм [[Салауат Юлаев]] менән берлектә Нуғай даруғаһында көрәшен дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһында һәм Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. 1775 йылдың мартында азат ителә. 1777 йылдан Тамъян олоҫо старшинаһы була. Артабанғы яҙмышы билдәле түгел.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр|2}}
 
== Әҙәбиәт ==
* {{книга
|автор = [[Таймаҫов Салауат Усман улы|Таймасов С. У.]]
|заглавие = Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане
|ссылка =
|ответственный =
|место = Уфа
|издательство = Китап
|год = 2000
|том =
|страниц = 376
|страницы =
|isbn = 5-295-02163-7
}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/8299-as-yn-amarov|автор=[[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Әсфәндиәров Ә. З.]]}}
* {{статья|автор= [[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Ҡолбахтин Н. М.]]|заглавие= Ҡасҡын Һамаров|ссылка= http://vatandash.ru/pics/pdf/1261.pdf|язык = |издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|тип = |год= 2005|том = |номер= 2|страницы= 89—98|doi= |issn= 1683-3554}}
 
{{сығанаҡтар юҡ}}
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Мәләүез районында тыуғандар]]