Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
64 юл:
 
Ҡытайҙың Рим менән бәйләнештәре тураһындағы боронғо мәғлүмәттәрҙе тарихсы [[Луций Анней Флор]] хәбәр итә: «[[Октавиан Август]] һарайына башҡалар менән бер рәттән, юлдарына дүрт йыл сарыф итеп, Ҡытайҙан да илселәр килде. Ҡунаҡтарҙың римләндәргә ҡарағанда икенсе булған күк-һауа аҫтында йәшәүҙәрен уларҙың тән төҫө лә асыҡ күрһәтеп тора.» Беҙҙең эраның I быуатында Европа менә Ҡытай араһында диңгеҙ аша сауҙа юлы асыла. Был эштә [[Цзяочжи]] һалым түләүселәре һәм ''кхмерҙың'' [[Фунань державаһы]] аралашсы булып сығыш яһай. Бының дөрөҫлөгө [[Меконг]] йылғаһы дельтаһында ([[Птолемей]] тарафынан ''Каттигара'' исеме менән һүрәтләнгән караптар туҡтаған ышыҡ урында табылған боронғо Рим аҡсалары менән нығытыла. [[Файл:Ptolemy_Asia_detail.jpg|thumb|225px|Ҡытай (Sinae) Птолемей картаһында.]]
 
Плиний һүрәтләүенсә, [[Марк Лициний Красс]] етәкселегендәге 40 меңлек Рим ғәскәрен ''парфия'' һуғышсылары Карры янында тулыһынса ҡыйрата һәм еңелгәндәрҙең дүрттән бер өлөшө [[Маргиана]]ға ҡыуып алып кителә. [[Л. Н. Гумилёв]] фекеренсә, нәҡ улар [[һундар]] менән булған [[беренсе Таласс һуғышы]]нда ҡатнаша (б.э.т. 36 йыл) һәм аҙаҡтан Ҡытай биләмәленә күсерелә[http://www.kulichki.com/~gumilev/articles/Article25.htm#Article25text20]. Был һығымта [[«Аполлинарис» легионы]] яугирҙәренән ҡалған табличкаларҙың күптән түгел Үзбәкстанда табылыуы менән дәлилләнә [http://depts.washington.edu/silkroad/texts/hhshu/notes13.html].
 
97 йылда [[Бань Чао]] етәкселегендәге 70 меңлек хань армияһы, [[Бөйөк ебәк юлы]]ндағы сауҙаға ҡамасаулыҡ ҡылыусы дала вәкилдәренә яза биреү ниәте менән [[Тянь-Шань]] аша сыға һәм [[Үҙәк Азия]]ны [[Мерва]]ға тиклем бөлгөнлөккә төшөрә. Күп дәлилдәр раҫлауынса, улар парфия батшаһы менән бәйләнештә эш итә. Римгә ''Гань Ин'' атлы илсе вәкил ебәрелә, әммә парфяндарҙан Римгәсә булған диңгеҙ юлы хаҡында яңылыш мәғлүмәт алғанлыҡтан, ул [[Месопотамия]]ны ла үтеп китә алмай. ''«Хоу Ханьшу»'' яҙмаларында уның ''Дацин'' хаҡында хәтирәләре килтерелә, мәҫәлән, унда етештерелгән әйберҙәр һүрәтләнә һәм [[Нерва эпохаһы]] императорҙарының тәғәйенләнеп ҡуйылыуы хаҡында бәйән ителә.
 
Птолемей әҫәренән шулай уҡ Римдең билдәле шәхесе [[Татиан]]дың бөгөнгө Синьцзяндәге [[Ташҡурған]]ға һуңыраҡ яһаған сәйәхәте тураһында ла белергә була. Ҡайһы бер диңгеҙ буйы илдәре илселәренең хань императорҙары баш ҡалаларына тиклем барып еткәнлеген дә «Хоу Ханьшу» ентекле һүрәтләй. Миҫал өсөн, унда 161, 284 һәм 230 йылдарҙа Дациндән вәкилдәр килеүе һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта, императорға бирелгән бүләктәре (мәҫәлән, мөгөҙморон (носорог) һөйәгенән яһалған әйберҙәр) уларҙың илселәр тарафынан ҡайҙалыр юл буйында, дөрөҫөрәге Һинд Ҡытайында (Индокитай) аланыуына ишара яһай.
 
== Һиндостан менән бәйләнештәр ==
 
=== Империяның тарҡалыуы ===