Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Мәҙәни үҫеш: аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
79 юл:
 
== Иҡтисад ==
 
=== Аҡса әйләнешендәге үҙгәрештәр ===
 
[[Файл:S-114 W Han wuzhu, Han Wudi, 140-87, 25 5mm.jpg|thumb|Б.э.т. 141-87 йылдарҙа хакимлек иткән император [[У-ди]]) заманында сығарылған ''учжу'' (五銖) тәңкәһе, диаметры 25,5 мм]]
 
[[Хань династияһы]] [[Цин династияһы]]нан мираҫ итеп бань лян (半兩, ''һүҙмә-һүҙ'' «пол-ляна») аҡсаһын ала. Үҙ династияһының хакимлеге башында император ''Лю Бан'' дәүләттең аҡса һарайын яба һәм шәхси кешеләргә тимер аҡса һуғырға рөхсәт бирә. Уның был ҡарары б.э.т. 186 йылда тол ҡатыны императорша [[Люй-хоу]] тарафынан юҡҡа сығарыла — нәҡ ул шәхси аҡса һуғыуҙы тыя<ref name="nishijima 1986 586">Nishijima (1986), 586.</ref>. Б.э.т. 182 йылда Люй-хоу бығаса ҡулланылғандан күпкә еңелерәк булған [[бронза]] тәңкәләр сығара. Был инфляцияның бөтә ил буйынса тиерлек таралыуына һәм уның б.э.т. 175 йылғаса, император Вэнь-ди шәхси аҡса һуғыусыларға яҡынса 2,6 грамм ауырлыҡтағы тәңкәләр эшләргә рөхсәт иткәнсе<ref name="nishijima 1986 586"/> һуҙылыуына алып килә.
 
Б.э.т. 144 йылда император Цзин-ди үҙәк хөкүмәт һәм хәрби еткселек файҙаһына тағы ла шәхси аҡса һуғыуҙы тыя. Бер үк ваҡытта ул яңы төр аҡса индерә<ref name="nishijima 1986 586 587">Nishijima (1986), 586—587.</ref>. Император У-ди б.э.т. 120 йылда шулай уҡ яңы тәңкәләр сығара, ә бер йылдан бөтә ил буйынса ''бань лян'' тәңкәләрен ауырлығы 3,2 грамм<ref name="nishijima 1986 587">Nishijima (1986), 587.</ref> булған яңы аҡса — [[учжу]] (五銖, һүҙмә «пять чжу») менән алмаштыра. Был аҡса дөйөм ҡытайҙыҡы булып [[Тан династияһы]] хакимлегенә тиклем (619—907 йылдар) һаҡланып ҡала. [[Ван Ман]] дәүерендә яңы төр аҡса сығарыу менән бәйле уны ҡулланыуҙа ла бер нисә тапҡыр тәнәфестәр булып ала, шулай ҙа 40 йылда император Гуан У-ди уны тулыһынса дөйөм ҡулланылыштағы аҡса итеп раҫлай<ref>Ebrey (1986), 609; Bielenstein (1986), 232—233; Nishijima (1986), 587—588.</ref>.
 
Бының сәбәбе хәрби етәкселәрҙең шәхсән тәртиптә һуҡҡан аҡсалары күп осраҡта насар сифатлы һәм еңелерәк булыуында. Шуға ла үҙәк хөүмәт б.э.т. 113 йылда уларҙың аҡса һуғыу һарайҙарын яба һәм аҡса сығарыу эшен тулыһынса үҙ ҡулына ала. Хөкүмәт тарафынан аҡса сығарыуға Көнсығыш Хань дәүерендәге Һыу юлдары һәм парктарҙың Суперинтенданты ([[Инглиз теле|инглизсә]] «Superintendent of Waterways and Parks») кәртә ҡуя һәм был эшмәкәрлекте Финанс министрлығы ҡарамағына тапшыра<ref>Nishijima (1986), 587—588; Bielenstein (1980), 47, 83.</ref>.
 
=== Һалым һалыу һәм милек ===
 
=== Шәхси һәм дәүләт етештереү берекмәләре ===
 
 
 
== Хакимдар ==